

Күптән түгел, 9 сентябрҙә, билдәле һәүәҫкәр композитор, Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Вилүр Мәүлитов арабыҙҙан китеп барҙы. 18 октябрҙә баҡыйлыҡҡа күсеүенә—40 көн. Вафатына бер нисә ай алдан уның менән әңгәмә ҡорғайныҡ. Интервью матбуғат баҫмаһында сығып өлгөрмәне. Шул тиклем ихлас, ябай, аралашыусан, фекерле, тормошто яратҡан, рухлы замандашыбыҙҙың һөйләгәндәрен йомоп үҙемдә ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине.
—Вилүр Шәкирйән улы, моңға һөйөү ҡайҙан килә?
—Мин күп балалы, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫтем. Бәләкәй генә өйҙә йәшәнек. Салауат, Рәил ҡустылар менән түрҙәге урындыҡта уйнаныҡ та, йоҡланыҡ та. Хәҙерге балалар һымаҡ телефон тотоп, интернетҡа текләп ултырманыҡ. Эш менән үҫтек, кистәрен йә әкиәт, йә булған хәлдәрҙе һөйләрҙәр ине, йә йырлаштыҡ. 4-5 йәштән немецтар, һуғыш хаҡында хәбәрҙар булдым. Шуғалыр ҙа малайҙар менән «һуғыш» уйнай инек, атайымдың танкистар шлемын кейә инем шул саҡта. Бер мәл стенала элеүле торған сәғәтте һуғып төшөрҙөм. Сөнки ул Германиянан алып ҡайтылған ине. Фашистарға нәфрәтем көслө булған ахыры, сылбырҙарын өҙөп-йолҡоп бөттөм. Шул саҡ атайым һәр милләттең дә яҡшыһы һәм яманы була тип аңлатты һәм итексе немецтың фатирында булыуын һөйләне. Өйрәнеп ҡайтҡандыр, атайым итек текте, быйма баҫты, шкаф-ултырғыстарҙы үҙе эшләне, бура бураны. Кис иһә күмәкләшеп гармун уйнай инек, ә әсәйебеҙ матур йырланы. Атайыбыҙ егәрле, тырыш кеше булды. Комбайнда ла эшләне, ер ҙә һөрҙө. Йәйгеһен беҙ уны өйҙә күрмәй инек: таңдан сығып китә, беҙ йоҡлағас ҡайта. Бесән, утын эше бөткәс кенә ғаилә менән йыйылып, йырлашып ултыра торғайныҡ. Йыр-моңға һөйөү нәҫелдән килә. Атайымдың әсәһен «Патефон» тип йөрөткәндәр, ул оҫта йыраусы булған.
—Ә һеҙ гармунды нисә йәштә ҡулығыҙға алдығыҙ?
—Иҫ белгәндән беҙҙең өйҙә гармун уйнайҙар ине. Атайыбыҙ һуғыштан 1946 йылда ғына ҡайтып инә. Үҙе менән ҙур йөгө—аккордеон була. Шуны ул Магнитогорскиға барып онға һәм гармунға алмаштырып ала. Мин үҙем ҡулыма ҡасан гармун алғанмындыр—теүәл генә иҫләмәйем. Башланғыс класта уҡығанда тәү ҡат сәхнәгә сыҡтым. Тәүгә уҡытыусы Әсҡәт Мәһәҙиев мине маҡтағаны хәтеремдә. Ауылда бер концерттан, бер смотрҙан ҡалманым. Темәстә уҡығанда Ләлә Әсҡәт ҡыҙы Ғәлимова гармунда уйнағанымды яҙҙырып алып, радиоға ебәрҙе. Уны башҡа яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәр ишетте, был мине дәртләндереп ебәрҙе. Армияла баяндан айырылманым. Моряк булдым, хеҙмәттәштәрҙе бейетә инем. Ҡурай эшләп алып унда ла уйнап күрһәттем. Беҙҙең мичман ҡыҙыҡ кеше ине. Стройҙа торғанда мотлаҡ бер нәмә уйлап сығара. Бер мәл: «Һәр милләт вәкиле хеҙмәттәштәрен йырлатһын»,—тине. Тәүҙә аптырап ҡалдым, егеттәрҙе нисек башҡортса йырлатырға һуң? Шунан «Шайморатов генерал» йырын йырлатырға булдым. Мичман ихлас тыңланы ла яныма килеп: «Кем ул Шайморатов генерал?»—тип һораны. Һөйләп биргәйнем, маҡтаны, рәхмәт әйтте. Армиянан ҡайтҡас, юғары белем алыу теләгемде белгәс, таныш ҡыҙҙар Стәрлетамаҡҡа «ҡоҙаланы». Йәштән уҡытыусы булыу хыялы бар ине. Сөнки беҙҙең дәүерҙә иң абруйлы һөнәр булды. Улар һымаҡ һөйләшергә, улар һымаҡ кейенергә теләнек. Барҙым, уҡырға индем. Унда ансамбль төҙөп, йырлап-бейеп йөрөнөк. Ишембайҙа мәктәптә эшләгәндә лә баяндан айырылманым.
—Йыр яҙыу һәләте ҡасан килде?
—40 йәшкәсә йыр яҙманым. Унан минең тормошомдоң икенсе этабы башланды, ҡараштар үҙгәрҙе, икенсе төрлө йәшәй башланым. Был мәлдә улым, ҡыҙым бар ине. Балаларым миңә йәшәү мәғәнһе бирҙе, фекеремде күпкә үҙгәртте. Беренсе йырым да ҡыҙым өсөн яҙылды. Ул «Сәскә менән күбәләк» тип атала ине. Бөгөн Айгөл ҡыҙым Стәрлетамаҡта йәшәй, үҙе ике балаға әсәй һәм көйҙәр яҙа. Махсус хәрби операцияға бағышлап яҙған «Ҡайтығыҙсы» тигән йыры бөгөн бик популяр. Ҡыҙым менән ғорурланам. Таһир улым табип, ул да йыр-моңға ғашиҡ. Луиза ҡыҙым Сибайҙа, ул сәнғәт колледжында баян класын тамамланы.
—Һеҙҙең балаларға бағышланған йырҙарығыҙ бик күп... Шулай уҡ Ватан, тыуған ер, илһөйәрлек темаһы яҡын һеҙгә.
—Эйе, беҙ Совет осоро балалары, патриотик рухта тәрбиәләндек. Пионер, комсомол булдыҡ, илебеҙҙе яратырға анттар бирҙек. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һүҙҙәренә «Һалдат булам», Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә «Һыбайлылар», Урал Ғазин һүҙҙәренә «Башҡорт ҡурайы», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Уралҡайым» һәм башҡа йырҙарым тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған. Ысынлап та, күп йырҙарым балалар өсөн. Кескәйҙәргә йыр яҙыр өсөн донъяға бала күҙлегенән ҡарарға, уларса фекер йөрөтөргә, уйындарына иғтибар итергә кәрәк. Уҡытыусы булараҡ, балалар араһында күп йөрөлдө, уларҙы уй-кисерештәрен белеп торҙом. Икенсенән, түңәрәктәр алып барҙым. Уларҙы сәхнәгә сығарырға йырҙар кәрәк ине. Шунлыҡтан балаларға тап килерҙәй матур шиғырҙар һайлап алып, уларға көй яҙа инем.
—Һеҙ бәхетлеме?
—Миңә был һорауҙы йыш бирәләр. Әгәр минең йырымды ейән-ейәнсәрҙәрем йырлаһа, мин бәхетле булырмын тигәйнем. Шөкөр, йырлайҙар. Тимәк, мин бәхетле! Хеҙмәтемде күрәләр, баһалайҙар, наградалар, маҡтаулы исемдәр бирәләр. Ижад кешеләрен ҡанатландырып, хуплап торған кеше булмаһа, улар һүнә. Шөкөр, юлымда яҡшы кешеләр осраны. Элекке район мәҙәниәт начальнигы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина, Баймаҡ районының элекке мәғариф начальниктары Илдус Әдиф улы Зәйнуллин, Ринат Фазылйән улы Ильясов һәм бик күптәр мине һәр саҡ хупланы, күтәрҙе. Барыһына ла рәхмәтлемен!
—Һеҙ гармун уйнап, йырлап, көй яҙып ҡына ҡалмайһығыҙ, папаха тегәһегеҙ, ағас һауыттар, ҡалаҡтар эшләйһегеҙ?
—Бер телевизор ҡарап ултырһам, беҙҙең төбәк Башлығы папаха кейеп алған. Шуға ҡарап ултырҙым да үҙем дә тегеп ҡарарға булдым. Иҫке шубаларҙы һүтеп, тектем дә алдым. Беҙҙең һалыҡта түбәтәй, бүрек бүләк итеү йолаһы бар бит. Үҙем теккән папахаларҙы дуҫтарға бүләк итә башланым. Ағастан һауыттар ҙа, ҡалаҡтар ҙа эшләйем. Төрлөһөнән—ҡайындан, еректән, уҫаҡтан, ҡарағайҙан эшләп ҡараным. Миңә ҡайын оҡшаны. Төҫө матур, ныҡлы ла. Һүрәт-биҙәген дә үҙем төшөрәм. Сәскәле, емешле ҡалаҡтарым бар. Өҫтөнән лаклап, йылтыратып ҡуям уларҙы. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәр һалдаттың үҙ ҡалағы булған, уны итек ҡунысында һаҡлағандар. Тәүҙә улар алюминдан булған, аҙаҡ самолет өсөн сеймал булған алюмин етмәй башлағас, ағастан, тимерҙән эшләгәнддәр. Ҡалаҡтарҙа «За Сталина», «За Родину» тигән яҙыуҙар булған, йә балаларының исемен, ырыу тамғаларын уйып ҡуйғандар. Ҡалаҡҡа бәйле тарихты уҡып ултырғанда ҡалаҡ тураһында йыр яҙғы килеп китте. Шиғыр табып булмай ҙа ҡуя. Шунан Мансур Рәхимғоловҡа әйттем, ул шиғыр яҙҙы ла бирҙе. Көй яҙҙым, әле йырым сыҡманы.
—Хәҙер сәнғәткә йәштәр бик күп килә. Быға һеҙҙең ҡараш?
—Эйе, ижад иткән, һәләтле йәштәр күп. Тамырҙарын, тарихты, йолаларҙы белһендәр ине. Профессионаллек бик мөһим. Тырышһындар. Көнсөллөк осрап торор, бирешмәһендәр, унһыҙ алға китеш булмаҫ ине, ул сәм уята. Йәштәргә кәңәшем шул: үҙ халҡын яратһындар, әсә телен белһендәр, үҙ телендә йырлаһындар.
—Матур әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Резеда Усманова әңгәмәләште.