

Әхәт Ибраһим улына әле 75 йәш. Уның тормошо барыһына ла өлгө булырлыҡ. Оҙаҡ йылдар «Ҡыҙыл Октябрь» колхозында тракторсы булып эшләгән. Ҡатыны менән өс ул үҫтергән. Ауылда уларҙың йорто «Өлгөлө йорт» булып иҫәпләнә. Әхәт ағай әле мөәзин булып тора.
Барыһы ла яҡшы ғына барғанда ул ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡатынын һәм Зөлфәт исемле улын юғалта.
Зөлфәт 1976 йылғы була. Мәктәпте тамамлағас, водитель танытмаһы ала, унан армияға юллана. Екатеринбургта хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, «Таналыҡ» колхозында эшләй, унан иретеп-йәбештереүсегә уҡып ала. Себер тарафтарында эшләп йөрөгәндә, быйыл ғинуар айында контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китә. Май айында һәләк була. Хеҙмәттәштәре уны ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ егет тип хәтергә ала, ут эсенән өс иптәшен алып сығыуы менән ихтирам уята.
Шундай батыр ул тәрбиәләгән Әхәт Ибраһим улына миҙал тапшырҙылар. Бер юлы ике ҡәҙерлеһен юғалтҡан Әхәт ағайға еңел түгелдер. һеҙ бит лайыҡлы тормош юлы үттегеҙ, матур өй һалдығыҙ, өс ул үҫтерҙегеҙ, ғорурланып, тормош ауырлығына бирешмәй оҙаҡ йәшәгеҙ тип теләгебеҙ килә. Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын!