

Йырсылар, бейеүселәр, шағирҙар, яҙыусылар күпләп сыҡҡан Буранбай ауылының ырыҫлы исемлегенә Иҙел Һағынбаев исеме лә килеп инде. Ул—ҡурайсы. Иҙел, һәр бер малай кеүек, бала саҡта төрлө хыялдар йөрөтә. Кем генә булырға теләмәй ул?! Әммә яҙмыштан уҙмыш бармы икән?! Ауыл мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, күрше Беренсе Этҡол ауылындағы республика компьютер лицейына бара. Бер йыл уҡығандан һуң, теүәл фәндәр уның өсөн булмауын аңлай, күңеле сәнғәткә ынтыла. Иҙел Өфө сәнғәт училищеһына барырға ҡарар итә. Мәктәптә уҡыған осорҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәттәх Аралбаевтан алған ҡурай дәрестәре ярап ҡала. Егет уҡырға инә һәм бында ауылдашы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Хәмитов класына эләгә.
Уҡып бөткәндән һуң, «Ҡарауанһарай» студияһына эшкә килә. Бер аҙ тәжирбә туплап алғас, Себер тарафтарына сыға. Йыл ярымдан кире тыуған яҡтарға ҡайтып, Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт йортона килә. Бында ла оҙаҡ эшләмәй, күңеле иркенлек көҫәй.
—Ишембайҙа ғына йөрөү оҡшаманы, ниңәлер республика буйлап, киңерәк масштабта эшләү теләге көслө булды. Шуға аҙашым, йырсы Иҙел Нурғәлин менән бергә эшләй башланым. Беҙҙе йыш ҡына байрам биҙәргә, йәғни тамада итеп саҡыралар. Иҙел менән бергә ижад итәбеҙ, эшләйбеҙ. Әле Өфө ҡалаһының мәҙәниәт йортонда рәсми эшләйем, буш саҡтарҙа саҡырылған мәжлестәргә барып, музыкаль яҡтан байрамдарын йәмләп ебәрәбеҙ. Халыҡ ҡурай моңон ярата, ҡабат-ҡабат һорап уйната. Был мине ҡыуандыра, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына битараф булмауҙары мине дәртләндерә, ҡанатландыра,—ти Иҙел.
4 йәшенән генә ҡурай уйнарға дәрте булған егет бөгөн профессиональ кимәлгә күтәрелгән. Үҙенең тәүге остаздарына, халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыларына эйәрергә тырыша. Айырыусы Роберт Юлдашевтың уйнауын ярата ул.
—Ҡурай—ул минең йәшәйешем. Һуңғы арала милли ҡоралыбыҙға иғтибарҙың артыуы мине шатландыра. Ҡурай көнө булдырылды, дәүләт ансамбле эш башланы. Беҙҙең өсөн, бәлки, ҡурай ғәҙәти музыка ҡоралылыр. Сит милләттәр уға ғәжәпләнә, һоҡлана бит ул. Шуға беҙгә ғорурланырға кәрәк. Ябай ғына үлән көпшә шундай аһәңле моң сығара. Улай ғына ла түгел, унан рух бөркөлә. Тимәк, беҙгә ата-балаларыбыҙҙан ошо рухты һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү бурысы бирелгән. Әйтер инем, ҡурайсы—үтә лә яуаплы һөнәр. Ҡарап тороуға ғына, бәлки, еңел тойолалыр. Беҙҙең үткәндәребеҙҙең мираҫы алдында, киләсәгебеҙҙең милли тойғоһо алдында яуаплыбыҙ. Ғөмүмән, һәр бер һөнәр эйәһе үҙенең эшен урын-еренә еткереп башҡарырға тейеш, шул йәһәттән беҙ ҙә. «Бынау егет ҡурайсы бит әле»,—тип бармаҡ төртөп мине күрһәтәләр икән, мин шул ҡурайсы тигән исемгә тап төшөрмәҫкә тейешмендер,—ти Иҙел Һағынбаев.
Рухлы, талантлы яҡташыбыҙ ғаиләһе менән дә өлгөлө. Өфө ҡалаһында шәхси йортта йәшәй. Кәләше, Әбйәлил һылыуы Ангелина менән Мәликә исемле ҡыҙ үҫтерә. Буш ваҡытында ишек алдында төҙөлөш менән булырға, машинаһын ҡараштырырға ярата. Ситтән тороп Өфө фән һәм технологиялар университетында Социология һәм культуралогия йүнәлешендә юғары белем алырға ла өлгөргән. Шулай ҙа төп иғтибары—ҡурайҙа. Көн дә кәм тигән дә ике сәғәтен яратҡан моңдашына бүлә.
—Эҙләнергә, үҫешергә, яңы көйҙәр өйрәнергә тырышам. Ҡурайһыҙ торған көнөм юҡтыр, ул—минең «икмәгем» дә, моңдашым да, юлдашым да,—ти йәш ҡурайсы.
Әйткәндәй, күптәрҙә Иҙел йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаевтың ҡустыһымы тигән һорау тыуа. Эйе, улар ике туғандар. Буранбай ауылы һауаһын һулап, Һаҡмар һыуын кисеп, Фәттәх Аралбаевтан тәүге дәрестәр алған егеттәр улар. Таланттарға бай ғәжәйеп һәм ғәзиз тыуған ерҙәренең данын ҡурай аша тартыусылар. Уларҙың да моңо артынан эйәреүселәр булыр, киләсәктә лә Буранбай сәсән төйәк иткән ерҙең аҫыл улдары тыуыр, тигән ышаныстабыҙ.