+24 °С
Ямғыр


Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Эльбрус Ниғмәтуллин етәкселегендәге көслөләр командаһы 44 тонна ауырлыҡтағы, 22 метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы «Тополь-М» стратегик ракета комплексын ҡул менән урыныннан күсереп, һөйрәп алып китте. Был «Урал Стронг» Федерацияһы вәкилдәре тарафынан рәсми теркәлде.
Көслөләр араһында яҡташыбыҙ, Йылайыр районының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Айҙар Баязит улы Байсурин да бар ине. Беҙҙең төбәктә шундай көслө, ныҡлы рухлы, спортты үҙ иткән егеттәрҙең булыуы ғорурлыҡ уята. Афарин тибеҙ һәм һаулыҡ теләйбеҙ!