

Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы Ауырғазы районында тыуған, Ейәнсура районында буй еткергән. Атаһы Мөҙәрис Мөҡәддәс улы ғүмер буйы мәктәптә балаларҙы хеҙмәткә өйрәтһә, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы булған әсәһе Люция Хәсән ҡыҙы башҡорт теленән, музыканан уҡытҡан.
—Беҙҙең дәүерҙә һөнәр йәһәтенән һайлау ҙа булманы. Бар белгәнебеҙ уҡытыусы йә табип ине. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкәс, мин башҡа һөнәрҙәрҙе уйлап та бирмәнем. Атайҙың да, әсәйҙең дә ғаиләләрендә күптәре мәғариф өлкәһендә эшләне, әле бер туған ҡустым Өфө лицейында тарихтан уҡыта. Ғөмүмән, мин уҡытыусылар династияһынан. Өләсәйем Шәмсехаят Мифтах ҡыҙы Хасаева, беҙҙең нәҫелде бар иткән Уразов-тар, Ҡыуатовтар һәм башҡа бик күп туғандарым үҙ ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Бәләкәйҙән тарих фәнен яраттым. Уҡытыусым Н.З.Бураншина үҙебеҙҙең төбәктә ҡаҙыу-эҙләнеү эштәренә лә алып сыға ине, мауығып, ҡыҙыҡһынып уҡыным. Тәүҙә педагогия училищеһында белем алһам, аҙаҡ Стәрлетамаҡ институтында тарих факультетында уҡып сыҡтым. Хеҙмәт юлын Ейәнсурала башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башланым,—ти Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы.
Сибайға килеп эләгеүе иһә осраҡлы була, яҙмышы шулай йөрөткәндер инде. Әсәйемдең һеңлеһе Флүрә Түләкова: «Сибай яҡтарында ҡатышып йәшәр туғаным юҡ»,—тип Гөлнара һеңлеһен үҙ янына саҡырып ала. Туғанының һүҙен йыҡмай, йәш белгес таусылар ҡалаһына килә һәм ғүмерлеккә төпләнә.
—Тәүҙә Сибайҙы оҡшатмағайным, кире үҙ яғыма ҡайтырға ла уйлағайным. Шунан апайым ауырып китте. Терәк-таяныс булам тип ҡалдым инде. Балаларымдың атаһын да ошо осраттым. Ул Яңғаҙы ауылынан ине. Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, икенсе йүнәлештә эшләне, ҡулы оҫта ине. Беҙ уның менән ни бары 18 йыл йәшәп өлгөрҙөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды. Ике бала үҫтерҙек. Улар минең эште күреп: «Беҙ уҡытыусылар династияһы сылбырын өҙәбеҙ»,—тине һәм, ысынлап та, икенсе йүнәлештән киттеләр. Ҡыҙым Гөлнәзирә медицина колледжын тамамланы, кейәүҙә, күптән түгел Искәндәр исемле ейән бүләк иттеләр. Улым Айҙар автомеханик һөнәрен һайлап вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй,—ти әңгәмәсем.
Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында (ул саҡта ҡаланың 13-сө мәктәбе) 1993 йылда эш башлай. Тәүҙә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, аҙаҡ үҙе яратҡан тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәресенән белем биреүгә күсә. Ошо йылдарҙа ул бик күптәрҙә еңел булмаған фәнгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уята.
—Уҡыусыларымдың һәр саҡ мине иҫләп рәхмәт әйтеүе, байрамдар менән ҡотлауы—минең өсөн оло баһа. Быйыл «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме биргәстәр, миңә ҡарағанда туғандарым, яҡындарым, коллегаларым, уҡыусыларым ныҡ ҡыуанды. Мин тыныс ҡабул иттем, әммә был маҡтаулы исем миңә яуаплылыҡ өҫтәгәнен аңлайым. Лицей директорына, коллегаларға рәхмәтлемен. Һәр уҡытыусы кеүек мин дә уҡыу йылы аҙағына ныҡ арыйым, ҡул һелтәп китерҙәй булам, әммә ял итеп алһам, мәктәбемде, уҡыусыларымды һағына башлайым. Мин уҡытҡан балалар конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урын алһа, дәүләт имтиханын уңышлы тапшырһа, был тормошта үҙ юлын табып, белемле, рухлы шәхес булып китһә—был минең өсөн оло ҡыуаныс. Эшеңдең яҡшы һөҙөмтәһенән дә оло һөйөнөс юҡтыр ул. Ә бына ҡағыҙ, отчет эштәренең күплеге күңелде ҡыра,—ти уҡытыусы.
Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы менән һөйләшеп ултырғанда, кабинет ҡапыл асылып китте лә, ике ҡыҙ һәм өс егет шат йылмайып килеп инде. «Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы, беҙ һеҙҙе күрергә килдек, беҙҙе иҫләйһегеҙме?»—тине йәштәр. Уҡытыусы шат йылмайҙы, барыһын да исемләп иҫләмәһә лә, йөҙҙәренән таныны, юридик факультетта уҡып сығыуҙарын белә ине. Йәштәрҙең рәхмәт әйтергә, уҡытыусыларын юғары исем алыуы менән ҡотларға килеүе—әңгәмәсебеҙҙең, ысынлап та, үҙ эшен яҡшы белгән, һөнәрен дөрөҫ һайлаған уҡытыусы икәненә дәлил ине.
—Бына шундай уҡыусыларым мине ҡанатландыра.
Тәүге сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың береһе, хәҙер инде Өфөлә полилингваль гимназия директоры Наил Әминев: «Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы, һеҙ миндә тарихҡа ҡарата һөйөү уяттығыҙ»,—тигәйне. Тарих, иҡтисад, хоҡуҡ факультеттарын һайлаған уҡыусыларымдың уңышына ҡыуанам,—ти Гөлнара Тимербулатова.
Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы музыкаль ғаиләлә үҫкән. «Кис етһә, беҙҙең ғаилә ансамблде хәтерләтте. Беҙҙә баян да, гармун да, мандолина ла, ҡурай ҙа булды. Һәр кемебеҙ үҙенә оҡшағанда уйнар ине. Малайҙар шахмат уйнап ярышты, еңелгәненә, алдан килешелгәненсә, эш тейҙе»,—ти ул. Ысынлап та, Ҡоҙаҡаевтар уҡымышлылығы, татыулығы, йыр-моң һөйөүе менән өлгөлө ғаилә булып һаналған. Бөгөн 76 йәшлек әсәләре ауылда яңғыҙ йәшәй. Шуға ла ял етеү менән Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы ауылға ашыға: әсәһенә ярҙамлаша, атаһынан ҡалған умарталарҙы ҡарай.
—Уҡытыусы булмаһам, бәлки, умартасы булған булыр инем. Ә бәлки ландшафт дизайнеры...Сөнки ер эшен, тәбиғәтте ныҡ яратам,—тип йылмая ул.
Ә беҙ иһә ярай әле уҡытыусы булғанһығыҙ, һеҙ бит күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы тибеҙ һәм әңгәмәсебеҙҙе, уның хеҙмәтен күрә белгән һәм лайыҡлы баһалай белгән коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Резеда Усманова.