АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
3 Октябрь 2025, 11:35

Уҡытыусылыҡ—ҡанымда

Баймаҡ районы Түбә ауылы мәктәбе коллективы үҙенең йәш уҡытыусылары менән ғорурлана ала. Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы бында Сибай педагогия колледжын бөткәс килә һәм шул мәлдән башланғыс класс уҡыусыларын белем тауына әйҙәй.

Уҡытыусылыҡ—ҡанымдаУҡытыусылыҡ—ҡанымда
Уҡытыусылыҡ—ҡанымда

Ҡасандыр төпкөл ауылдарҙа уҡытыусылар етмәй ине, бөгөн ҡалаларҙа ла уларға ҡытлыҡ. Мәғариф өлкәһенә килергә, балалар менән эшләргә теләүселәр бик һирәк. Ә уҡытыусыларһыҙ киләсәкте күҙ алдына килтереүе лә ауыр, сөнки йәш быуынға—беҙҙең киләсәгебеҙгә нәҡ улар белем бирә.

Баймаҡ районы Түбә ауылы мәктәбе коллективы үҙенең йәш уҡытыусылары менән ғорурлана ала. Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы бында Сибай педагогия колледжын бөткәс килә һәм шул мәлдән башланғыс класс уҡыусыларын белем тауына әйҙәй.
—Мин үҙем Шүлкә ауылы ҡыҙымын, Темәс киленемен. Уҡытыусылыҡ минең ҡанымда тигәндә лә була. Әсәйем ғүмер буйы мәктәптә уҡытты. Уға ҡарап мин дә балалар менән эшләгем килә ине. Хыялым тормошҡа ашты. Ситтән тороп Сибай институтында юғары белем дә алдым. Ирем Миҙхәт Тәлғәт улы менән бер мәктәптә эшләйбеҙ, ул тарих фәненән белем бирә. Һөнәребеҙҙе яратып һайлағас, мәктәпкә ҡыуанып киләбеҙ, яратып эшләйбеҙ,—ти Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы.
Халфиндар өс бала тәрбиәләй. Гөлназ менән Әхмәт исемлеләре мәктәптә уҡый, Әминә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәп эше, ғаилә мәшәҡәте күп булыуға ҡарамаҫтан, улар мал да, ҡош-ҡорт та тота. Шул арала хужабикә ҡул эше менән булыша, милли биҙәүестәр, брошкалар эшләй.
—Яратҡан шөғөлөм башыма ял бирә, күңелгә тыныслыҡ килтерә. Мин уларҙы бүләккә бирәм, заказға эшләгәнем дә булды. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙҙы бер аҙ булһа ла күтәрмәләү, дәртләндереү маҡсатында, төрлө ҡанатлы һүҙҙәр менән значоктар ебәрҙем. Береһенә яҡташыбыҙ, Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшиндың «Башҡортостан егеттәре—Ирәндек бөркөттәре» тигән һүҙҙәрен яҙып, һүрәт ҡуйҙым. 50-шәр дана менән өс партия оҙаттым инде. Тағы ла ебәрергә уйлайым. Һәр кем үҙенсә яугирҙәргә ярҙам итергә, хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләй,—ти Гөлдәр Халфина.
Түбә мәктәбендә бына шундай һәр яҡлап өлгөр уҡытыусы уҡыта. Уҡыусылары ла менән төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ла йыш ҡатнашып тора ул. Ҡыҙҙар һәм малайҙар күңеленә илһөйәрлек, телһөйәрлек орлоғо һалып, уларҙың белемен киңәйтеү йәһәтенән тырышып эшләй. Уңыштар теләйһе генә ҡала.
Р.Файзрахманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас