

Боронғо Ҡытай фәйләсүфе Лао Цзы: «Көслө ҡатын-ҡыҙ—үҙенең көсө менән башҡаларҙы баҫыусы түгел, ә үҙен һәм тирә-яҡтағыларҙы күтәрмәләп, хуплай белгән кеше»,—тигән. Хәйбулла районы Федоровка ауылында йәшәүсе Рәсимә Әүхәҙи ҡыҙы Солтанова менән танышҡас, ниңәлер ошо аҡыл эйәһенең һүҙҙәре иҫкә төштө. Ысынлап та, замандашыбыҙ яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, барына шөкөр ҡылып, матур итеп донъя көтә, күңел һыҙланыуҙарын эскә йотоп, ҡул эше менән булыша. Шуның менән үҙен йыуата, өлгө булып башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә.
Эйе, ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна, тиҙәр. Рәсимә апай шул сыраҡтарын яндыра-яндыра тормош юлынан атлап килә. Аталары иртә үлеп киткәс, 7 бала менән тол ҡалған әсәһенә бәләкәйҙән терәк була.
—Атайыбыҙ мәрхүм булғас, әсәйебеҙ өс эштә эшләне. Иртән һыйыр һауып ҡайта ла, арлы-бирле ҡапҡылай ҙа, һөт йыйырға йүгерә. Уны йыйып тапшырғас, ҡайтып ул-был итә лә ырҙынға ашыға. Мин ул ҡайтыуға тамаҡ бешереп ҡуя инем. Әсәйебеҙ төнгө сәғәт ун икелә арып, бысранып ҡайтып инер ине. Уны йәлләп апайым эшкә сыҡты. Ағай ул саҡта армияла булды. Ике һеңлене, ике ҡустыны ҡарау минең иңгә төштө. Уларҙың өҫ-башын байҡаштырып, ашатып мәктәпкә оҙатам да үҙем мәктәпкә һуңлай инем. Уҡытыусылар аңлап ҡабул итте, әрләмәне. Атайыбыҙ ҡартәсәйҙең берҙән-бер улы булғанлыҡтан, әсәйебеҙ ҡәйнәһен дә ҡараны. 16 йыл тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Шуларҙы уйлайым да әсәйемә һоҡланам. Нисек өлгөргәндер?! Хәҙер бит үҙ әсәһен дә ҡарамайҙар,—тине үткәндәрен иҫкә алып Рәсимә апай.
Аҡъегет ауылы ҡыҙы 1986 йылда Федеровка ауылына килен булып төшә. Ире Кәрим менән ике баланы буй еткерәләр. Мал да, ҡош-ҡорт та, һауын кәзәһе лә, ҡуяндар ҙа тоталар. Баҡса үҫтерәләр, бал ҡорто үрсетәләр. Ауылдың өлгөлө ғаиләһе булып, балаларына туйҙар яһап, ейән-ейәнсәрҙәргә өләсәй-ҡартатай булып, матур йәшәп ятҡанда, улдары Альфред үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә.
—Был теләген ишетеү менән миңә көпә-көндөҙ йәшен атҡандай булды. Улым: «Башҡа иптәштәрем шунда бит, бер үҙем ятып ҡалмайым инде»,—тине лә ҡуйҙы. Ғаиләһе бар, эше бар, аҡсаһы етә, барыһы ла яҡшы. «Мин аҡса өсөн бармайым, кәрәкһә үҙем бирә алам»,—тине улым. Ысынлап, етеш торҙо, һәр саҡ беҙгә ярҙам итте. Ләкин шул уйынан ҡайтманы. Норильскиҙа йәшәйҙәр ине, махсус операцияға шунан китте. Хәҙер көнө-төнө шылтыратыу көтөп, именлек-һаулыҡ теләп, доға ҡылып көндәрем үтә. Күңелемә тыныслыҡ тапмай, һырға, беләҙек кеүек биҙәүестәр эшләргә тотондом,—ти Рәсимә Әүхәҙи ҡыҙы.
Ысынлап та, ҡул эше бер аҙ булһа ла тынысландыра, уйҙарҙы икенсе йүнәлешкә бора. «Электән ҡул эшен яратам, бәйләнем дә, сиктем дә, ырғаҡ менән дә эшләнем. Ҡыҙым Сибай педагогия колледжында уҡығанда йыш ҡына шунда барып оҫталыҡ дәресе үткәрә инем. Ауылда ла түңәрәктәр алып барҙым. Үҙем пенсияға тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булдым. Уҡыу эләкмәне шул, бәлки, уҡытыусы ла булған булыр инем...»,—ти әңгәмәсем.
Рәсимә апай хәҙер башлыса биҙәүестәр эшләү менән булыша. Бер ниндәй ҙә дәрес алмаған, интернеттан да өйрәнмәгән. Кешеләрҙә күреп, ҡыҙығып йөрөй торғас, үҙе магазиндан кәрәкле әйберҙәр алып, фантазияһын эшкә егеп эшләп ҡараған. Килеп сыҡҡас, дәртләнеп киткән.
—Инде биш йыл намаҙҙамын. Ошо намаҙым һәм ҡул эшем ауыр уйҙарҙан ҡотҡара. Төндә йоҡлай алмаһам да тороп ултырып биҙәүестәргә тотонам, доғалар ҡылам. Һырға-беләҙектәр күбәйеп китте, уларҙы махсус һатыуға сығармайым, аҡса эшләйем тигән уй менән дә ултырмайым, белгәндәр бүләккә йә үҙҙәренә ала. Мине төрлө сараларға, күргәҙмәләргә алып йөрөйҙәр, шунда теләүселәр һатып ала. Ирем эшкә китһә, яңғыҙ ҡалһам да ошо эшемә тотонам. Күңелемде йыуатам,—ти Рәсимә апай.
Оҫтабикә үҙ эшенән йыуаныс, ҡыуаныс тапһа, беҙ уның биҙәүестәренә ҡарап һоҡландыҡ. Һәр береһе үҙенсәлекле, зауыҡ менән биҙәлгән. Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ, Рәсимә апай! Улығыҙҙы имен-һау ҡаршы алып, ҡыуанып, бәхеткә төрөнөп йәшәргә яҙһын!
Резеда Усманова.