АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
29 Сентябрь 2025, 11:10

Икмәктәре бешә күпереп

Алһыу Байғусҡарованы Хәйбулла районында тәүге эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ булыуын төбәк халҡы яҡшы белә. Күптәр эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итмәгән саҡта, түгеләрҙән үҙ эшен асҡан тәүәккәл ханымдарҙың береһе ул.

Икмәктәре бешә күперепИкмәктәре бешә күпереп
Икмәктәре бешә күпереп

Алһыу Зиннур ҡыҙы Аҡъярҙа тыуыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар ата-әсәһе менән Себер тарафтарында йәшәй. Йыл һайын ҡылғанлы далалы Хәйбулла яҡтарына ашҡынып ҡайта һәм мәктәпте тамамлағас, Өфө кооператив техникумына уҡырға инә. Артабан белемен Мәскәүҙә сауҙа институтында дауам итә. Хеҙмәт юлын тыуған яғында башларға теләк белдереп, Аҡъяр ауылына килеп төпләнә. Һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, тәү ҡарашҡа ябай күренгән проблемаларға юлыға. Профессиональ сәс киҫеү, прическа, маникюр, педикюр эшләтеү өсөн дә белгестәр булмай сыға. Һәр саҡ матурлыҡты яратҡан ҡатын бер аҙ юғалып ҡала һәм «Ни өсөн ошо йүнәлештә үҙ эшемде асмаҫҡа?» тигән ҡарарға килә. Бар тырышлығын һалып «Алтынсәс» исемле матурлыҡ салоны аса. Был үҙ ваҡытында район өсөн тәүге косметология һәм матурлыҡ салондарының береһе була.

Өлгәшелгәндәр менән туҡтала торғандарҙан түгел ул. Ауылдарҙан килгән клиенттарының, төрлө хеҙмәттәр алғандан һуң, ҡапҡылап алырға ла урын тапмауы Алһыу Байғусҡарованы йәнә борсоуға һала. Тәүәккәл замандашыбыҙ күп уйлап тормай район үҙәгендә «Күстәнәс» исемле икмәкхана менән берлектә ашхана асып ебәрә.

Хәйбулла егете Зөфәр Байғусҡаров менән ғаилә ҡорғас, тормоштарын йәмләп бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Эшҡыуарлыҡты алып барыу ҙа, донъя көтөү ҙә ни өсөндөр ҡатын-ҡыҙҙың иңенә нығыраҡ төшә. Бер ваҡыт кинәт бар тормошон 180 градусҡа ҡырҡа бороп, Алһыу Байғусҡараова балаларын алып Себер яҡтарына күсеп китә. Бөртөкләп йыйған, үҙе барлыҡҡа килтергән эшҡыуарлыҡ «емештәрен» дә һатырға мәжбүр була. Әммә Хәйбуллаһын яратҡан, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, үҙ эшен асҡан йүнсел ҡатын Себер яҡтарында күңеленә тыныслыҡ тапмай. Эшләгән эше лә ни өсөндөр оҡшап етмәй, балалары ла тыуған яҡтарын йыш иҫкә ала. Күп уйлап тормаҫтан, тағы ла тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Эште нимәнән башларға тип оҙаҡ баш ватмай. Был ваҡытта өлкән улы Арслан да юғары уҡыу йортон тамамлап, дипломлы белгес була. Әсә менән ул кәңәшләшкәндән һуң икмәкхана асырға булалар. «БашИкмәк» («БашХлеб») исеменә бренд алына һәм бөгөн уларҙың Аҡъяр һәм Сибай ҡалаһында үҙҙәренең икмәкханаһы бар. Бәлки, икмәкхана тип атаһаң дөрөҫ тә булмаҫ, сөнки бында ҡабарып бешкән әпәкәйҙәр, тәмле, татлы бәлештәр, төрлө пицца, бөйөрөктәр һәм башҡа тәмлекәстәр һатыла. Бөгөн эшҡыуар 10-ға яҡын кешегә эш урындары булдырған. «БашИкмәк» менән етәкселек итеүҙе ҙур ышаныс менән улы Арсланға тапшырған. Әммә тәжрибәле эшҡыуар Алһыу Зиннур ҡыҙы барлыҡ ойоштороу, һатыу эштәрен үҙе башҡара.

—Ни өсөн тағы ла ошо йүнәлеште һайланығыҙ, тип йыш һорайҙар. Сөнки һәр беребеҙ икмәк ашай, тәмлекәстәр ярата. Күптәр икмәк бешереү ҙә булдымы эш тип һанай. Ә мин уны үҙе бер талант тип әйтер инем. Бар күңелеңде һалып бешергәндә генә икмәгең дә, ҡамыр аштары, тәмлекәстәр ҙә уңып бешә. Һәр эштә лә үҙенең ауырлыҡтары була, әммә уларҙы йырып сығырға көс тапҡанда, «юҡ, етер» тип әйтәһе килгән ваҡытта ҡайтанан тороп, үҙ эшеңде алып киткәндә генә эштәрең уң бара. Йоҡларға ла ваҡыт ҡалмаған мәлдәр була, ҡыйынлыҡтарға ла осрайһың, әммә түҙергә кәрәк. Район етәкселегенә ҙур рәхмәтлемен, һәр эшебеҙҙе хуплап тора, ярҙам итәләр. Әле район хакимиәте ярҙамы менән алынған ҡорамалдарҙың ярты хаҡын ҡаплау өсөн субсидия бирелә, төрлө социаль проекттарҙа даими ҡатнашып торабыҙ. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә лә ярҙам күрһәтәбеҙ, төрлө сараларға бағыусылыҡтан да ситтә ҡалмайбыҙ, акциялар ойошторабыҙ,—ти Алһыу Байғусҡарова.

Ғаилә бизнесына Арслан ғына түгел, Дәүләтша менән Сулпан да ыҡҡан. Күмәкләшеп башҡарған да эш алға барыуын Байғусҡаровтар яҡшы аңлай.

Киләсәккә пландары күп уларҙың. Орск, Медногорск ҡалаларында, Асҡар ауылында үҙҙәренең сауҙа нөктәләрен (икмәкхана) асырға, ассортиментарын күбәйтергә, башҡорт халҡының милли ризығы булған сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп, уны ла һатыуға сығарырға теләктәре бар. Үҙҙәре лә даими эҙләнеү юлында: төрлө оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-осрашыуҙарҙа, инвестфорумдарҙа ҡатнашалар, курстарҙа белемдәрен арттылар. Заман менән йәнәш барған әсәле-уллы Байғусҡаровтарҙың эше артабан да уңышлы булһын!

Кәримә Усманова.

Һүрәттә: әсәле-уллы эшҡыуарҙар Арслан менән Алһыу Байғусҡаровтар.

Автор:
Читайте нас