

Ләйсән Хәдит ҡыҙы Әмирова бәләкәй саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булып үҫә. Апай-ағайҙарының балаларын теҙеп ултыртып, уларға «дәрес» бирергә ярата.
Әбйәлил районы Амангилде ауылы ҡыҙы, ысынлап та, мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының филология факультетына килә. Юғары белем алғандан һуң, Ҡаҙмаш ауылы мәктәбендә өс йыл балаларға белем бирә. Ғаилә ҡорғандан һуң кире Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Бында иһә «Ҡурай» балалар баҡсаһында эшен дауам итә.
—Балалар менән эшләү оҡшай. Педагог һөнәре алып яңылышмағанмындыр тим, был минең хыялым ине. Ә яратҡан эш бер ҡасан да ялҡытмай,—ти тәрбиәсе.
«Ҡурай»ҙа эшләүенә 4 кенә йыл булһа ла, тырыш, үҙ бурысына оло яуаплылыҡ менән ҡараған тәрбиәсе ҙур уңыштарға ла өлгәшкән. Коллективта уҙғарылған «Йәш педагог» конкурсында Гран-при алғас, ҡала кимәлендәге ярышҡа сыға. Унда «Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының йыл педагогы» конкурсында I урын яулай. Артабан ул «Башҡортостан республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика конкурсында еңеп сыға. Был уға республика намыҫын Бүрәт республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла Бөтә Рәсәй кимәлендәге «Туған тел һәм туған әҙәбиәте уҡытыусыһы» профессиональ конкурсында ҡатнашырға форсат бирә.
—Юғары кимәлдә уҙғарылған мәртәбәле конкурста ҡатнашыу педагогтарҙы һәр яҡтан үҫтерә, бай тәжрибә туплап артабан профессиональ кимәлдә үҫергә этәргес бирә. Төрлө милләт вәкиләдре менән тәжрибә уртаҡлашыу оҡшаны. Бөтөн халыҡтарҙа ла фольклор туған телде үҫтереүҙә, өйрәнеүҙә универсаль ысул булып тора. Шуға инанып ҡайттым. Йәнә ил кимәлендә жюри алдында һынау тотоу сыныҡтыра, ышанысты арттыра,—ти Ләйсән Хәдит ҡыҙы.
Беҙ иһә ил кимәлендә ярышҡа сыҡҡан тәрбиәсебеҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙ эшен яратҡан, көндән-көн камиллашҡан, кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә яңы алымдар, яңы ысулдар эҙләгән педагогка кескәйҙәрҙе ышанып тапшырырға була.