АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Сентябрь 2025, 11:35

Боҫҡоновтар— ауыл күрке

Түбә ауылының өлгөлө ғаиләһе улар.

Боҫҡоновтар— ауыл күркеБоҫҡоновтар— ауыл күрке
Боҫҡоновтар— ауыл күрке

Баймаҡ районы Түбә ауылы бай тарихҡа эйә. Заманында ул гөрләп торған, фабрика-заводтар эшләгән, рус-башҡорт мәктәптәре, дауахана булған. Тарихтан билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Түбәнән Мәскәүгә тонналап алтын ебәрелгән. Йылдар үткән, ятҡылыҡта запас кәмегән, фабрика-заводтар ябылған. Ә 1990 йылда ул ҡасабанан ауыл статусына төшкән. Бөгөн халыҡ бында үҙ көсөнә таянып йәшәй. Кемдер мәктәптә, китапханала, ауыл хакимиәтендә эшләһә, бәғзеләр вахта ысулы менән йөрөп ғаиләһен аҫрай. Шулай уҡ күпләп мал тотоп, уны һатып көн итеүселәр бар. Шуларҙың береһе—Боҫҡоновтар.

Гөлназ һәм Ҡыуат Боҫҡоновтар—ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар «Һәүәнәк» совхозында тракторсы була, унан урман хужалығында эшләй. 2013 йылдан шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп, үҙ эшен асып ебәрә. Икенсе Этҡол ауылы яғынан диләнкә алып, ағас эше менән булыша. Үҙенең пилорамаһы бар. Ҡул аҫтындағы өс ир-егет менән ағас йығалар, төҙөлөш материалдары, утын әҙерләйҙәр. Бынан тыш 15 баш йылҡыһы бар.

—Йылҡыларҙы һуғымға һатабыҙ. Ҡымыҙ эшләмәйбеҙ. Төрлө йүнәлештә эшләүе ауырыраҡ булыр ине, бөгөн эшкә кеше табыуы ла еңелдән түгел. Аттар тибендә йөрөй. Заказ буйынса һуйып һатабыҙ. 2023 йылда махсус хәрби операцияға тип бер тайҙы һуйып, быҡтырылған ит ебәрҙек. Тушенка эшләүгә ҡатыныма күрше-күлән ярҙам итте,—ти Ҡыуат Шәһимарҙан улы.
Эйе, махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам кәрәклеген улар ишетеп кенә белмәй. Боҫҡоновтарҙың улы Илнур ҙа бөгөн ил һағында. Ул 2022 йылда мобилизацияға эләгә.
—Уйланмаған көнөбөҙ юҡ. Аҙнаһына, ун көнгә бер шылтыратып тора. Хәсрәтте баҫыу өсөн эшкә биреләбеҙ,—ти Гөлназ Шәкирйән ҡыҙы.

Хужабикә үҙе сығышы менән Түбәнге Иҙрис ауылынан. Ашнаҡсы булып Түбә мәктәбенә эшкә килгәндә ғүмерлек мөхәббәте—Ҡыуат ағайҙы осрата. Быйыл уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 39 йыл булған. Улар өс бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтыра. Өлкән ҡыҙҙары Юлиә Сибайҙа йәшәй, үҙе 4 балаға әсәй. Гөлзиә ҡыҙҙары Өфөлә тора, 2 балаға ғүмер биргән. Илнур иһә өйләнеп тә өлгөрмәй, мобилизацияға эләгә.
—Мәктәптән киткәс, Ҡарттар йортонда эшләп йөрөй инем. Унан да киттем, бына инде өс йыл хаҡлы ялдамын. Ҡош-ҡорт көтәм, баҡсабыҙ бар, өйҙә гөлдәр үҫтерәм. Көҙ етһә, ҡышҡылыҡҡа турамалар әҙерләй башлайым. Ауылда ни эш табылып ҡына тора. Нимәгә тотонһам
да изге теләк-доғаларымды ҡабатлап йөрөйөм: илдәр тынысланһын, улдарыбыҙ имен-һау ҡайтһын,—ти Гөлназ Шәкирйән ҡыҙы.

Боҫҡоновтарҙың күркәм йорто янында техника күп, ә ишек алды гөл-сәскәгә күмелгән. Шуға ҡарап ҡына ла бында егәрле, бөтмөр хужалар йәшәүен аңларға була. Эш һөйгән, матурлыҡ яратҡан ғаиләнең ишеген гел яҡшы хәбәрҙәр генә шаҡыһын ине тигән теләктәбеҙ.


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас