

Хәйбулла районы халҡы Эльвира Юнысованы ҡорот эшләү оҫтаһы тип яҡшы белә. Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла Һаҡмар-Наҙарғол клубында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй. 2014 йылда ауылда «Ҡорот байрамы» үткәрә, 2015 йылда ҡорот күргәҙмәһе уҙғара. Ошо сара яйлап район кимәленә күтәрелә һәм һуңғы йылдарҙа районда «Хәйбулла ҡорото» фестивале ойошторола.
Эльвира Хәмит ҡыҙы сығышы менән Әбеш ауылынан. Баш бала булараҡ, эшкә бөтмөр булып үҫә. Вил Әхмәт улы менән ғаилә ҡороп, Һаҡмар-Наҙарғол ауылына килен булып төшкәс, 18 йыл ҡәйнәһе менән бергә тора.
—Бейемем шул тиклем уңған, таҙа кеше ине. Бер туҡтауһыҙ ҡаҙанда нимәлер ҡайната ине, һәр саҡ усағында уты булды. Ҡорот эшләүгә оҫта ине, миңә лә өйрәтте. Быйыл бейемемдең мәрхүмә булыуына 9 йыл. Мин уның усағын һүрелткәнем юҡ. Көн дә ҡаҙанда һөт ҡайнатмаһам, бер нәмә башҡарылмай ҡалған кеүек. Ҡорот эшләү еңелдән түгел, әлбиттә, мәшәҡәте күп. Һөт һауып алғас, айыртаһың, унан ҡайнатаһың, ҡатыҡ итеп ойотаһың. Әсә ҡорот кәрәкһә, эҫе мәлдәрҙә 4-5 көн, һалҡындарҙа 6-7 көн ултыртып әсетеп алаһың. Эркетен дә түкмәйем, шешәләргә ҡойоп, туңдырғыста һаҡлайым. Сәс йыуырға була, көнөнә бер стакан эсһәң дә файҙалы,—ти Эльвира Юнысова.
Оҫтабикә ҡороттоң ниндәй генә төрөн эшләмәй! Ул сейәлеһе, муйыллыһы, ҡарағатлыһы, кипкәне... 2023 йылда «Хәйбулла ҡорото» этнофестиваленә 34 төр ҡорот алып барып, барыһын да ғәжәпләндерә. Ә былтыр һабантуйға 500-600 баш ҡорот эшләп бирә. Күргәҙмәләргә ҡоротто төрлөсә биҙәп алып сыға, хатта ҡаҙанлы мейес, тирмә формаһында ла әүәләй ул.
Милли ризыҡтың бәҫен күтәргән замандашыбыҙға һоҡланырға ғына ҡала. Афарин!
Резеда Усманова.