АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
11 Сентябрь 2025, 05:10

Үҙ эшен ярата

Эшенә лә, шөғөлөнә лә, ғаиләһенә лә ваҡыт таба

Үҙ эшен яратаҮҙ эшен ярата
Үҙ эшен ярата

Хәйбулла районы Таштуғай ауылы егете Динар Собханғолов «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең Юбилей ер аҫты руднигында эшләй. Етди эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба.

Динар Сибай күп профилле колледжын тамамлаған, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алған. Йәш белгес үҙенең тормошон шахта менән бәйләргә ҡарар итә. «Башҡорт баҡыры»нда 2021 йылдың йәйенән эшләй. Динарға бында оҡшай. Ул хеҙмәттәштәре тураһында йылы фекерҙә, уларҙы үҙенең икенсе ғаиләһе кеүек күрә.

—Бында һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торалар. Мин үҙемде ҙур һәм дуҫтарса коллективтың бер өлөшө итеп тоям,—ти ул.

Хеҙмәт шарттары Динарҙы ҡәнәғәтләндерә. 15 көн эшләп, 15 көн ял итеү бик уңайлы, был үҙенең шөғөлдәренә, яратҡан ғаиләһенә ваҡыт бүлергә мөмкинлек бирә.

Динар бала саҡтан башҡорт милли спорт төрҙәре менән мауыға. Көрәш - уның яратҡан спорт төрө, унда ул ҙур уңыштарға өлгәшкән. Төбәк-ара, республика һәм район  ярыштарында призер булған, үҙе эшләгән йәмғиәттең намыҫын лайыҡлы яҡлап килә. Күптән түгел «Башҡорт аты» сараһында милли ярыш—Ауҙарышта ҡатнашҡан, өсөнсө урын алған.

Динар шулай уҡ мотоциклда йөрөргә ярата.

Йәш ғаилә башлығы ҡатаны менән ул үҫтерә.

 

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәренән алынды.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас