АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
28 Август 2025, 05:55

Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы

Гөлшат апай теккән, сиккән әйберҙәр күҙҙең яуын ала.

Гөлшат апайҙың нурлы донъяһыГөлшат апайҙың нурлы донъяһы
Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы

 

Беҙ, Темәс тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, Йосопова Гөлшат Әхмәтшәриф ҡыҙында ҡунаҡта булып, уның хаҡында бик матур мәғлүмәт тупланыҡ. Ул—халҡыбыҙҙың милли һәм мәҙәни мираҫын һаҡлаусыларҙың береһе.
Гөлшат Йосопова 1946 йылда Баймаҡ районы Баймырҙа ауылында 7 балалы Әхмәтшәриф һәм Гөлниса Аҫылбаевтар ғаиләһендә 2-се бала булып донъяға килә. Күгиҙел (элекке Комсомол) ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 16 йәшендә «Һәүәнәк» совхозына һауынсы булып эшкә төшә һәм ғүмеренең 37 йылын әлеге һөнәргә бағышлай. Хеҙмәт юлын артабан Темәс дауаханаһында 10 йыл дауам итә. Совет тәрбиәһе алған кеше ялдың ни икәнен дә белмәй, хеҙмәт менән үҫә, шуға ла хаҡлы ялға сыҡһа ла өйҙә ултырырға теләмәй һәм психоневрология интернатына эшкә бара.

1966 йылда Йосопов Мазһар менән ғаилә ҡора улар. Тормош иптәше тәүҙә комсорг була. Йоматауҙа бухгалтерға уҡып ҡайтҡас, «Һәүәнәк» совхозында бухгалтер булып лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә.

Татыулығы, эшһөйәрлеге менән айырылып торған ғаилә 5 балаға ғүмер бирә. Улдары Миҙхәт Йосопов Өфө ауыл хужалығы университетын тамамлап, ер үлсәүсе булып эш юлын башлай. Бөгөн ул кәләше Фирүзә менән малсылыҡ менән шөғөлләнә, 3 балаға ғүмер биреп, Темәс ауылында матур тормош көтәләр. Ҡыҙҙары Зилә—Белорет районы Ассы ауылында шәфҡәт туташы. Тормош иптәше Марат теш табибы, улар 2 бала үҫтерә. Дилә исемле ҡыҙҙары—«Темәс» психоневрология интернатында шәфҡәт туташы, Арсен менән 2 баланы аяҡҡа баҫтырҙылар. Дүртенсе балалары—ҡыҙҙары Лилиә медицина юлын һайлап, апаһы янында эшләй, 4 балаға әсәй ул. Иң бәләкәйҙәре Әлиә лә Темәстә төпләнгән, тормош иптәше Вилүр менән 3 балаға ғүмер биргәндәр.
Тормош булғас, һикәлтәһеҙ булмай, Гөлшат апайҙың ҡустыһы Камилдың ғаиләһе фажиғәгә осрап, ҡыҙҙары Нурсилә етем ҡалғас, Йосоповтар уны үҙ ҡанаттары аҫтына ала. Үҙ балаһындай тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыралар, туй яһап оло тормош юлына оҙаталар. Силәбе архитектура колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Нурсилә бөгөн Өфө ҡалаһында юғары белем алыуын дауам итә, тормош иптәше менән үҙҙәре лә атай-әсәй инде.
Мазһар ағай һәм Гөлшат апай үҙ миҫалында, фиҙәкәр хеҙмәт, илһөйәрлек өлгөһөндә балалаларына бик матур тәрбиә биргән. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан һуң, 2013 йылда мәрхүм булып ҡалды. Гөлшат апайҙы балалары ташламай, наҙға күмеп, терәк-таяныс булып барыһы ла янында төпләнгән. Ейән-ейәнсәрҙәре лә янынан өҙөлмәй, үҙҙәренең уҡыу уңыштарын һөйләп, һәр башланғысҡа кәңәш-фатиха алырға, ярҙам итергә тип көн дә киләләр.
Гөлшат апайҙың өй эсе ҡул эштәренән балҡып тора. Бер бүлмә үҙе кейәүгә сыҡҡанда сиккән бирнәлек ябыуҙары, яҫтыҡ тыштары, альяпҡыстар, нағышланған түшәктәр, ҡорама ҡаралдылар, тәҙрә ҡорғандары менән иҫ киткес итеп биҙәлһә, икенсе яҡта үҙе тегеп кейгән милли күлдәктәр, камзулдар, ҡашмау-селтәрҙәр урын алған. Һәр ерҙә сағыу ултырғыс ябыуҙары, айырым шкафта шәл, ойоҡбаштар, үҙе бәйләгән балалар кофталары, заманса ҡул эштәре ҡәҙерләп һаҡлана. Ул әле лә тегеү машинаһына артына ултырып тегеү менән шөғөлләнә.

—Хәтерҙә: был бик ауыр тегеү машинаһын күтәреп ҡайттым. Алдан хужалыҡ магазинына сиратҡа яҙылдым, магазинға мин көткән тауар килгәнен еткерҙеләр, йүгерә-атлай барып 42 һумға һатып алдым, ҡыуаныстан ауырлығы ла тойолмағандыр инде,—тип хәтирәләре менән бүлешә Гөлшат апай.—Тәүге йөн ойоҡтарымды 6-сы класта бәйләп кейҙем, илдә көрсөк йылдарында тегеү-бәйләү оҫталығым ныҡ ярҙам итте. Балаларыма үҙем тегеп, бәйләп кейендереп үҫтерҙем. Әммә бер ҡасан да бер әйберемде лә һатманым, бүләккә күп тектем дә, сиктем дә.

Әйткәндәй, иң боронғо сигелгән ҡаралды ябыуы 1963 йылғы! Ул бик яҡшы һаҡланған. Балалар табыу йортонан ҡыҙын урап алып сыҡҡан юрғанды ла сигеп ҡуйған ул, матур хәтирә шулай сағыу биҙәкле булып һаҡлана.
Күңелендә йырға-бейеүгә һөйөү йөрөткән Гөлшат апай пенсияға сыҡҡас, Римма Сәғит ҡыҙы ойошторған «Хазина» төркөмөнөң әүҙем ағзаһы була. Бөгөн иһә «Ғилмияза» фольклор ансамбелендә шөғөлләнә.
Гөлшат Әхмәтшәриф ҡыҙы 70 йәшлек юбилейын бик лайыҡлы ҡаршы ала: Һаҡмар буйына балалары, кейәүҙәре ярҙамы менән ағастар ултырта. Уны кәртәләтеп ала һәм тәрбиәләп үҫтереп килә.

—Һаҡмар һыуының кәмеүе мине борсой ине, ул мулыраҡ булһын өсөн ағастар ултыртырға кәрәк. Ошо хыялымды тормошҡа ашырыуыма ҡыуанам,—ти ул өй алдындағы ағаслыҡҡа ҡарап.

Алдағы йылдарҙа Гөлшат Әхмәтшәриф ҡыҙын дәрт ташламауын, ихатаһын гөл-сәскәгә күмеп, яҡындарының ҡәҙеренә, ауылдаштарының хөрмәтенә төрөнөп йәшәүен теләйбеҙ! 

 Эльза Ғөбәйҙуллина.

Баймаҡ районы Темәс ауылы.

 

Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы
Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы
Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы
Гөлшат апайҙың нурлы донъяһы
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас