АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
28 Август 2025, 18:00

“Беҙ мотлаҡ ҡайтып, һеҙҙе шатландырырға тейешбеҙ!”

биш бала тәрбиәләүсе Андрющенколар ғаиләһен күптән беләм. Республика баҫмаларының береһендә уларҙың туй фотоһы баҫылып сыҡҡайны. Бына быйыл уларҙы Мәскәүҙә Кремль һарайында үтәсәк “Йыл ғаиләһе-2025” Бөтә Рәсәй бәйгендә еңеүселәр сифатында саҡырылыуҙары хаҡында һөйөнсө ишетеп ҡыуандыҡ. Ғаилә башлығы Ярослав Андрющенко - МХО ветераны, батырлыҡтары Суворов миҙалы менән билдәләнгән, әлеге ваҡытта икенсе тапҡыр яраланып госпиталдә дауалана. Уның МХО-ға юлланыуын да социаль селтәрҙәр аша белдек. Ялға ҡайтыуын ишеткәс, “Башҡортостан” гәзитенә махсус әңгәмә өсөн осраштыҡ. Ярослав ихлас, аралашыусан булып сыҡты. Быға хәтлем Зилә менән күрешеп һөйләшкәнебеҙ булғайны.– Ярослав, отпуск нисек үтә? Алыштарҙан һуң өйҙә ниндәй тойғолар кисерәһең?

“Беҙ мотлаҡ ҡайтып, һеҙҙе шатландырырға тейешбеҙ!”“Беҙ мотлаҡ ҡайтып, һеҙҙе шатландырырға тейешбеҙ!”
“Беҙ мотлаҡ ҡайтып, һеҙҙе шатландырырға тейешбеҙ!”


Өфөлә биш бала тәрбиәләүсе Андрющенколар ғаиләһен күптән беләм. Республика баҫмаларының береһендә уларҙың туй фотоһы баҫылып сыҡҡайны. Бына быйыл уларҙы Мәскәүҙә Кремль һарайында үтәсәк “Йыл ғаиләһе-2025” Бөтә Рәсәй бәйгендә еңеүселәр сифатында саҡырылыуҙары хаҡында һөйөнсө ишетеп ҡыуандыҡ. Ғаилә башлығы Ярослав Андрющенко - МХО ветераны, батырлыҡтары Суворов миҙалы менән билдәләнгән, әлеге ваҡытта икенсе тапҡыр яраланып госпиталдә дауалана. Уның МХО-ға юлланыуын да социаль селтәрҙәр аша белдек. Ялға ҡайтыуын ишеткәс, “Башҡортостан” гәзитенә махсус әңгәмә өсөн осраштыҡ. Ярослав ихлас, аралашыусан булып сыҡты. Быға хәтлем Зилә менән күрешеп һөйләшкәнебеҙ булғайны.
– Ярослав, отпуск нисек үтә? Алыштарҙан һуң өйҙә ниндәй тойғолар кисерәһең?

 

– Теге ҡайтҡанда барыһы ла сәйер кеүек ине. Хәҙер ике яҡты айырып ҡарайһың. Күнәһең. Ике ысынбарлыҡ йәнәш бара.

 

– Был икенсе тапҡыр ҡайтыуығыҙ инде?

 

– Эйе, яраланғандан һуң өс ай тыныс тормошта йәшәп, көс туплап алдым.

 

– Һеҙ – социология фәндәре кандидаты, уҡытыусы, ғалим. Ә нисек яугир булырға ҡарар иттегеҙ?

 

– Тыуымдың социологик проблемалары хаҡында ғилми эшемде 2004 йылда яҡланым. Ул саҡта демография тураһында бер кем дә, дөрөҫөн әйткәндә, бөтөнләй һөйләмәйҙәр ине. Ғилми етәксем Рауил Талиб улы Насибуллин, Өфө авиация институтының социология кафедраһы мөдире демографик проблемаларҙың социологик аспекттары өлкәһендә тикшеренеүгә йүнәлтте. Хәҙер барыһы ла демография мәсьәләләренә килеп төртөлә.

 

-Күп балалы ғаиләнең йәшәү шарттары нисек?

 

– Яҡшы, күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйен сертифакатты ҡулланып, дүрт бүлмәле фатир һатып алдыҡ. Әле йәшәгән фатирҙа ремонт эшләнек. Беҙ уны бер аҙ киңәйттек, балкондарҙы бүлмәләр менән берләштерҙек. Оло улыбыҙ Сөләймән хәҙер инде Мәскәүҙә уҡый. Мин дә ситтә йөрөгәс, фатирыбыҙ бөтөнләй иркен булып ҡала. Бөтә балаларыбыҙ ҙа сәнғәт, музыка һәм спорт мәктәптәрен тамамлаған йә шул йүнәлештә лә белем ала.

 

– Һеҙ, взвод командиры булараҡ, фронтта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?

 

– Һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итәм. Беҙ һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, йәғни хәрби бәйләнеш һыҙығында. Днепрға тиклем ике километр. Дошман беҙҙе күҙәтә, йылғаны йөҙөп сыҡмаһындар, һөжүм итмәһендәр тип беҙ уларҙан күҙ яҙҙырмайбыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең яҡтан, улар яғынан мөмкин булғандың барыһы ла оса. Һуңғы ике-өс айҙа бер аҙ тыныс булды. Уларҙың артиллерия һөжүме графигы бар, беҙҙә лә шулай... Уларҙан ҡоштар оса, беҙҙән дә... Төндә “Мәскәй әбей”ҙәрен ебәрәләр, улар ут сәсә башлай.

 

- Ә һеҙҙең взводта нисә кеше?

 

– Дөйөм алғанда - 30. Әммә минең взводта – 19. Тулы түгел. Яралылар, ауырыуҙар күп. Өс взвод – рота, өс рота – батальон, өс батальон – полк. Былары һеҙгә билдәле инде.

 

– Һеҙгә, ғалим булараҡ, унда күңелһеҙ түгелме?

 

– Юҡ, һәйбәт, унда яҡшы. Ҡыш юҡ. Яҙмалар эшләргә, очерктар яҙырға тырышам. Тиҙ генә 100 бит яҙып ҡуйырмын тип уйлағайным. Әммә эш араһында теркәгәндәрем барыһы 20 биттер. Үҙемдең ижади эшмәкәрлегемдән ҡәнәғәт түгелмен. Бәлки, аҙаҡ иҫкә төшөрөп, иҫән-һау өйгә ҡайтҡас, тамамлап ҡуйырмын.

 

Моғайын, ни өсөн һеҙ контрактҡа ҡул ҡуйҙығыҙ, тип һорарға итәһегеҙҙер. Сәбәбе берәү генә түгел. Шул иҫәптән аҡса эшләү өсөн дә тиһәм, ниңә аптырарға? Күп балалы ғаиләне тәьмин итергә кәрәк бит.

 

– Ә яуға ингәнгә тиклем һеҙ ҡайҙа, кем булып эшләнегеҙ?

 

– Әйткәндәй, эш хаҡым насар булманы, 80-100 меңде һәйбәт эш хаҡы тип иҫәпләйем. Әммә был да күп балалылар өсөн, аңлайһығыҙмы, аҙ. Икенсе яҡтан, һуңғы бер нисә йылда мин фрилансер инем, йәғни 2016 йылдан алып минең үҙ фирмам булды, дөрөҫөн әйткәндә, һәр ваҡыт бөтә эштәрҙе бер юлы алып барҙым. Заказдар тәүҙә арыу ине, аҙаҡ кәмене. Йәғни финанс мәсьәләһе бар ине, әлбиттә. Икенсенән, улдарым буй еткереп килә. Улар минең был аҙымымдан рухланыр, улар алдында күпкә хөрмәтем артыр тип уйланым. Әгәр ғаиләнең бер ағзаһы һуғышта булһа, башҡаларына һайлау хоҡуғы бирелә. Шуға улар үҙҙәре ҡарар.

 

– Һеҙ был аҙымды улдарығыҙҙы ҡурсалау маҡсатынан да яһанығыҙ инде?

 

– Бер яҡтан, эйе. Икенсе яҡтан, үҙемде һынап ҡарарға теләнем: бына шундай йомшаҡ күңелле фән кандидаты, ботаник һуғышҡа әҙерме? Элек-электән хәрби булып ҡарарға, ҡырыҫ шарттарҙа йәшәргә теләк бар ине. Һуғышты ирҙәр уйын итеп күрҙе. Тыныс көндә лә хәрбиҙәрсә кейенеп, автоматтан атып, күнекмәләр үтте. Әммә улар хәрби операция башланыу менән унда ҡушылды, тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Боҫоп ҡалыуҙы хуш күрҙеләр.

 

– Һуңынан үкенмәнегеҙме?

 

– Юҡ, мең тапҡыр үкендем, әлбиттә. Кешемен бит. Хатта хәҙер, әйтәйек, кире бармаҫ инем... Әммә... унда көтәләр. Унда мин нығыраҡ кәрәк.

 

– Ә тормошҡа ҡараштарығыҙ үҙгәрҙеме?

 

– Нимә икән ул һуғыш, тип уйлай инем. Бәлки, мин әле уны бөтә тулылығында күреп тә өлгөрмәгәнмендер. Кемдер, моғайын, күберәкте лә күргәндер. Кемдәрҙер көсөргәнеште нығыраҡ кисерәлер. Әммә барыбер мин шуның яртыһын күрҙем. Күргәндәрем минең холҡома, үҙ-үҙемде тотошома йоғонто яһаманы. Ҡараштарым анығыраҡ була бара.

 

– Әлеге мәлдә һеҙҙе борсоған уйҙар?

 

– Шәхсән миңә был тәжрибәм ыңғай йоғонто яһаны. Бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәнем. Яраланыуыма ла ҡайғырманым. Һуңғы ваҡыт кисергәндәрем, башымдан үткәндәр һуңғы 10 йыл менән сағыштырғанда тойғоларға байыраҡ. Ни өсөн кешеләр экстремаль ял төрөн һайлай, сит ҡитғаларҙы, илдәрҙе күрергә барыуын аңлайһығыҙмы? Донъяла йәшәгәнен тойор өсөн. Бында ла шул уҡ хәл. Эмоциялар, кисерештәр дауылы. Барыһы ла хис-тойғолар, яңы кисерештәр көҫәй. Асылда, был кешенең эске күләмен арттырыу теләге генә.

 

– Ниндәй хыялдарығыҙ, пландарығыҙ бар?

 

–Пландар түгел, ә ниндәйҙер эфемер конструкциялар. Ғүмерем буйы диңгеҙҙә йәшәргә хыялландым. Ҡасандыр һыу аҫты кәмәһендә йөҙөргә теләнем. Хәҙер диңгеҙ ярында ғына үҙемә өй һатып алам, һуғыштан һуң йәшәйәсәкмен, ә һеҙ минең яныма, теләһегеҙ, килеп йәшәрһегеҙ. Теләмәһәгеҙ, мәйелегеҙ, миңә күпме ғүмер ҡалған, тигәнерәк уйҙар өйөрөлә. Мин дә кеше, тормоштан күберәк алырға теләйем. Һәм ошо мәғәнәлә, эйе, ниндәйҙер фекер формалары, теләктәр, йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Барыһы ла ялҡытҡыс көндәлек тормоштан ҡасыу теләгенән. Тормошта яңылыҡтар, үҙгәрештәр булып тороуы фарыз. Икенсе эшкә күскәндәге тойғолар кисергән кеүек – тормошоңа яңы кешеләр, яңы тойғолар килеп инә, яңы эш урыны, яңы маршрут барлыҡҡа килә. Барыһы ла яңы, эйе, әммә ул шартлы рәүештә яңы. Мин был йәһәттән шундай мажараларҙы яратам.

 

– Ә һеҙ йондоҙнамә буйынса уҡсымы?

 

– Эйе, уҡсы. Ҡыҙыу ҡанлы. Ҡапыл уйлай торған кеше. Һәм миңә был мажаралар мотлаҡ кәрәк. Көндән-көн бер үк нәмә менән йәшәй алмайым.

 

– Әммә ҡайһы берҙә ҡапыл әйткәндәрегеҙгә, киҫкен ҡарарҙар ҡабул иткәнегеҙгә үкенәһегеҙме?

 

– Әлбиттә, йыш ҡына үкенәм. Йәки, әйтәйек, уйланыуҙарым, дөрөҫ йәки дөрөҫ түгел, тип, ошо тигеҙлеккә килеү өсөн. Әммә иң мөһиме – хәҡиҡәтте табыу.

 

– Бына нимә ул хәҡиҡәт?

 

– Мөнәсәбәттәрҙә, бөтә нәмәлә алтын урталыҡ йәки хәҡиҡәт булырға тейеш, ҡайҙалыр хәҡиҡәт, ҡайҙалыр хәҡиҡәттән кәмерәк йәки бөтөнләй ялған. Һәм бына һин уны даими эҙләйһең, һәм ул бына шундай. Үҙемде шундай тотороҡло тип әйтә алмайым, әммә был тотороҡһоҙлоҡта мин бөтәһен тигеҙләйем, уңайлы нөктә табам. Мәҫәлән, ниндәй генә хәлдә лә, ниндәй генә ауырлыҡтар тыуғанда ла, ғаиләмде ташлап китмәнем.

 

– Күп кенә яугирҙәр йәрәхәт алғас, стресс кисергәндән һуң һаулыҡтары ҡаҡшауы хаҡында әйтә.

 

– Үҙ-үҙеңде йәлләйһеңме? Әлбиттә, был ҡотолғоһоҙ үҙенсәлек һәм, бәлки, һаҡланыу механизмылыр. Әммә был һаҡланыу механизмы ҡайһы ваҡыт һиңә ҡаршы һуғыла. Әгәр һин уға бирелеп китәһең икән, ә ул әфиүн кеүек. Ул һиңә ниндәйҙер тойғолар бирә, һин үҙеңде шундай яҡшыһың тип йәлләйһең, һин күберәккә лайыҡһың, тип иҫәпләйһең һәм был осраҡта һин объектив булмайһың, йәғни хәҡиҡәттән алыҫлашаһың. Эйе, бер кем дә бер кемгә лә бурыслы түгел. Ярай, бында ла кешеләр йәшәй, әммә уларҙың да үҙ проблемалары бар. Мәҫәлән, мин, киреһенсә, бында йәшәүселәрҙе йәлләр инем. Бына ысынбарлыҡ. Сөнки улар көндәлек тормошҡа батҡан.

 

Шуға күрә кемде йәлләргә? Эйе, унда хәүефле, әммә унда ҡыҙыҡлы. Ҡурҡыныс, эйе, ярай, бына, әйтәйек, мин ҡаршы булған берҙән-бер нәмә, унда 20 йәшлек кешеләр һәләк була, улар бит әле йәшәп тә ҡарамаған, ярай, миңә – 50, ярай, артабан нимә булыр? Артабан пенсия, артабан унда ниндәйҙер ауырыуҙар, хәлһеҙлек, ғәҙәттә, һуңыраҡ йәштә тағы нимәләр көтөүе ихтимал? Герой булып үлеүең яҡшыраҡ.

 

–Тағы бер һорау бирергә теләгәйнем – иман тураһында. Диндәһегеҙме?

 

- Мин, ғөмүмән, атеист.

 

– Был тойола.

 

– Мөмкин булғандың барыһына ла урын ҡалдырам... Шулай уҡ күп кенә фәйләсуфтар Аллаһтың барлығын иҫбатлап яҙа, мәҫәлән, Кант һәм башҡалар. Ниндәйҙер ҡанундар бар, улар тигеҙләй, идара итә, язалай йәки бүләкләй. Минең тормошомда ла илаһи ҡатнашлыҡ бар. Хатта алған яраларымда ла. Уйламаған кеше көтмәгәндә һәләк була. Терелмәҫ тигән ерҙән кеше һауығып аяҡҡа баҫа.

 

– Ә бына тағы бер һорау, һеҙҙең ҡатынығыҙ Зилә – татар милләтенән. Ә һеҙ рус, эйеме?

 

– Мин- яртылаш украин, яртылаш рус. Атайым – Андрющенко, әсәйем – Бацай. Бацай – украин фамилияһы, Андрющенко ла.

 

Ҡаҙағстанға революция ваҡытында иммигранттар күсеп килгән. Унда 20 йыл йәшәнем һәм 90-сы йылдар уртаһында, Союз тарҡалғандан һуң, атайым менән Башҡортостанға йәшәргә күстек.

 

– Ә Зилә менән нисек таныштығыҙ?

 

– Юғары уҡыу йортонда, БДУ-ла бергә уҡыныҡ, бер ятаҡта йәшәнек. Әммә бишенсе курсты тамамлап, диплом алып, ҡайтырға йыйынған һуңғы көндә генә танышып киттек.

 

– Уға тиклем һеҙ ул матур ҡыҙҙы күрмәнегеҙме ни?

 

– Юҡ-юҡ, уны күреп ҡала инем. Бәлки, ул да мине күреп йөрөгәндер. Икенсе көндө мин уны оҙаттым, ул ауылға ата-әсәһенә ҡайтып китте. Вокзалға төшөрөп ҡуйҙым, тап шул ваҡытта үҙемдең ғашиҡ булыуымды асыҡ тойҙом, йәғни ниндәйҙер аңлашылмаған, бығаса булмаған тойғолар кисерҙем. Ике айҙан һуң ата-әсәһенән ҡыҙҙы һорарға барҙым. Аспирантурала уҡырға ҡалдым.

 

–Ярослав, ә һеҙ һуғыштан һуң депутатлыҡҡа дәғүә итер инегеҙме?

 

– Әлбиттә. Йәнә лә китаптар яҙырға, бәлки, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға ла мөмкиндер.

 

– Уларға өҫтәп, һеҙ хыялланған диңгеҙ ярындағы өй ҙә булһын. Ихатаһында раузалар һәм йөҙөм үҫтерергә яҙһын.

 

– Балаларҙың үҙ яҙмышы, тормошо, уларға иҫәп тотмайым. Балалар күп кенә осраҡта ата-әсәләренә бер аҙ өҫтән ҡараусан булыуҙарын да аңлайым, бына, әйтәйек: «Аһ, атай, һин ниндәй яҡшы кеше!» – тип һоҡланмаясаҡтарын да. 2023 йылдың 10 ноябренән яңы яңы мөнәсәбәттәр тыуҙы...

 

– Яңы мәғәнәләр?

 

– Ҡатмарлыраҡ һәм тотороҡлораҡ. Ҡатыным мине оҙатҡатҡанда ауыр мәлдәр кисерҙе, юғалтам тип ҡайғырҙы, мин дә үҙ аяҡтарымда кире ҡайта алырмынмы, тип уйландым. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен тойҙоҡ, йәғни был мине лә, уны ла уйланырға этәрҙе. Әммә әлеге мәлдә үкенмәйем. Ҡыҙыҡлы тәжрибә тупланым. Балаларым мине ҡаһарман итеп ҡабул итә башланы, ғаиләлә ихтирамым артты. Улар үҫкәс, бәлки, икенсе яҡтан баһаларҙар, барыһын да тәрәнерәк аңларҙар.

 

– Ә һеҙҙең ҡушаматығыҙ нисек?

 

- Ярс. Ярославтан алынған. Континент-ара, баллистик ракета ла бар, “Ярс” тип атала.

 

– Фотоһүрәттәрегеҙҙә йөҙөгөҙҙө йәшерәйекме?

 

– Мин, ғөмүмән, быға ҡаршы. Ни өсөн, нимәнән оялабыҙ? Хәүеф бар, әммә ул хәтлем түгел, уртаса. Икенсенән, беҙ хаҡлы түгел, шуға күрә быны йәшерәбеҙ, тигән һымаҡ булмаһын. Беҙ – хаҡлы.

 

Фотоһүрәттәрҙә: “Ярс” – взвод командиры – батырлыҡтары өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

Гөлназ Ҡотоева.

Биш балалы Андрющенколар ғаиләһе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас