АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
27 Август 2025, 14:05

Көҙҙәрҙә лә яҙҙар көтәм...

Арыҫлан Мөбәрәков Сибай дәүләт башҡорт драма театрында 40 йылға яҡын эшләп, тамашасылар күңеленә үтеп инерлек сағыу образдар тыуҙырған Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфирә Йосопова ошо көндәрҙә матур ғүмер байрамын--65 йәшен билдәләне. Шул уңайҙан Әлфирә Фәйзерәхмән ҡыҙы менән осрашып йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. Уны гәзит уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итәбеҙ. -Һеҙҙең төҫ-башығыҙ, буйығыҙ уҡ беҙҙең яҡтың ҡатын-ҡыҙҙарыныҡынан айырыла. Бындай сибәр ханым ҡайһы яҡта тыуып үҫкән? -Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫтем. Мин тәбиғәт балаһы булдым һәм булып ҡалам. Үҙемде һаман да икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарҙы гиҙгән, Ыйыҡ менән Ыҡ йылғалары ҡушылған урында һыу ҡойоноп үҫкән, ҡарағайлы тауҙар итәгенә ултырып, ауылымдың матурлығына һоҡланып туя алмаған ҡыҙ тип хис итәм. Шул, ҡыҙҙың әлеге мәлдә юбилей тип ҡотлауҙар ҡабул итеүе, «Халыҡ артисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булыуы минең өсөн ҙур ҡыуаныс, оло мәртәбә.

Көҙҙәрҙә лә яҙҙар көтәм...Көҙҙәрҙә лә яҙҙар көтәм...
Көҙҙәрҙә лә яҙҙар көтәм...

 

-Юлдар нисек Сибайға илтте һуң?

-Элек ижади төркөмдөң эшмәкәрлеген, сығыштарҙың сифатын, гастролдәгеләрҙең йәшәү шарттарын тикшереү, ҡарау өсөн театр етәкселәре артистар янына йыш бара ине. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренә кадрҙар ҙа хәстәрләне. Сибай театрының баш режиссеры Фәтхислам Ғәләүетдинов Ҡыйғы районына «Ҡара төндә яҡты моң» спектакле менән килгәндәрендә мин уның менән таныштым. Ул мине үҙенең янына саҡырып алып хәлемде һорашты, эшмәкәрлегем менән ҡыҙыҡһынды, сәхнәлә үҙемде тотошомдо ҡараны һәм эшкә саҡырҙы.

Тик ауыл мәҙәниәт йортонан дәүләт театрына барып эләгеү минең өсөн буй етмәҫлек бейеклек тойолдомо инде, 2 йыл уйлап йөрөгәндән һуң ғына Сибай театры сәхнәһенә аяҡ баҫтым.

-Үкенмәйһегеҙме ҡара урманлы Ҡыйғынан ҡола яландағы Сибайға килеүегеҙгә?

-Юҡ. Мин үткәндәремә үкенмәйем, әгәр ҙә тағы бер мәртәбә ғүмер бирелһә, ошо уҡ юлды һайлар инем. Тик ҡытыршылыҡлы мәлдәрҙе урап үтергә тырышыр инем. Бөгөнгө көндә ҡайтып инер өйөм, ашар ашым, яратҡан эшем, улым, ейәнем, киленем, туғандарым бар, Аллаға шөкөр, яңғыҙ түгелмен. Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләүем менән бәхетлемен, коллегаларыма, партнёрҙарыма, режиссерҙарыма, етәкселәремә рәхмәтлемен. 1986 йылда Сибай театрына эшкә килгәнемдә мин үҙемде мауыҡтырғыс сәнғәт донъяһының төрлө йүнәлештә һынап, сәхнә серҙәрен төшөнөп килдем. Урта мәктәпте тамамлағас та, артабанғы тормошомдо сәнғәт өлкәһенә бағышлап, тыуған ауылымдың мәҙәниәт йортонда эш башланым. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлағас, район үҙәге Үрге Ҡыйғы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе, хатта директор ҙа булып эшләнем. Минһажев исемендәге Ҡыйғы халыҡ театрында төрлө ролдәр башҡарҙым. Уның режиссеры Рауил Ҡотопов булды. Агитбригада менән ауыл хужалыҡтары буйлап йөрөп, ауыл хеҙмәтсәндәрен эшкә дәртләндерҙек. Мәҙәни сараларға сценарийҙарҙы ла үҙем яҙҙым. Шиғыр ятларға, нәфис һүҙ һөйләргә әүәҫ булдым. Театрҙа иһә төрлө жанрҙағы спектаклдәрҙә 70-тән ашыу ролдә уйнаным. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле булды, бер-береһен ҡабатламаған персонаждар тыуҙырырға тура килде. Һуңғы осорҙа сығарған ролдәрем, әйтәйек, Я. Пулиновичтың «Һағыштарым тулы ғазаптарым» спектаклендә Эльза роле булды. Иҫ киткес тетрәндергес әҫәр, унан хатта ирҙәр илап сыға ине. Күптәр был пьеса тик һинең өсөн генә яҙылған кеүек, тип һоҡланыуҙарын белдерҙе. Флорид Бүләковтың«Их, күгәрсенкәйҙәм», «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә әйҙәүсе ролдәрҙе башҡарҙым. Һуңғы йылдарҙа репертуарҙан төшмәгөн Мөкәрәмә Икрамованың «Доктор» әҫәрендә музей хеҙмәткәре Мөкәрәмә Дәүләтовна роле ҡалған ролдәремә бөтөнләй оҡшамауы менән тамашасы хәтеренә уйылды.

Ижади эшмәкәрлегем 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы маҡтаулы исеме менән баһаланды, 2024 йылда иһә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы кимәленә күтәрелдем.

-Ни өсөн һеҙ сәнғәт донъяһын үҙ иттегеҙ?

-Сәнғәткә һөйөү нәҫелдән киләлер. Тәү сиратта мине ошо матур донъяға тыуҙырған атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзерахман Мөхәмәт улы Мөхәмәтйәнов менән әсәйем Тәүзиха Мулләхмәт ҡыҙы Нуриева икеһе лә музыкаль һәләтле булдылар. Әсәйем мандолинала, атайым гармунда уйнаны. Уларҙың музыкаль һәләте 7 балаһының 5-әүһенә күскән: барыбыҙ ҙа гармун, баянда, ағай-ҡустыларым гитарала уйнаны. Ауыл мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас йәштәр вокаль инструменталь ансамбль ойошторҙоҡ, шунда йырланым. Концерттар алып барҙым, театрҙа уйнаным, бейенем. Әйткәндәй, 1978 йылда Өфө филармонияһы уҙғарған бейеүселәр конкурсында ҡанташтым һәм 4 милләт бейеүенән элементтар күрһәткәндән һуң, буйыма, фиғелемә, тәбиғи үҙенсәлегемә, төҫ-башыма ҡарап мине һайлап алыу турынан үткәрҙеләр. Әммә мин был шөғөлдән баш тарттып, ауылымда эшләүҙе хуп күрҙем. Хәлил Ишбирҙин, башҡа атаҡлы бейеүселәр сыҡты ул курстан.

Ҡыҙғанысҡа күрә, бер туғандарҙан икәү генә ҡалдыҡ. Магнитогорск ҡалаһында апайым йәшәй. Ҡыйғыла иһә бер туғандарым ҡалманы. Атайым 52 йәшендә генә вафат булғас, әсәйем беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Эшләп, эш рәтен белеп үҫтек. Ер эйелгәнде ярата тигәндәй, баҡсаһын да үҫтерҙек, бесәнен дә саптыҡ, утынын да әҙерләнек.

-Тормош иптәшегеҙ, күптән түгел баҡыйлыҡҡа күскән билдәле актер, режиссер, Башҡоротстандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы менән дә Сибай театрында таныштығыҙмы?

-Вәкил Барый улы Ҡыйғыға гастролгә килгән саҡта гармун уйнауыңа иғтибар иттем һәм ғашиҡ булдым, ти торғайны. Театрға эшкә килгәс ғаилә ҡорҙоҡ. Улыбыҙ Айҙарға 36 йәш. Ике актер балаһы булараҡ ул да башта сәнғәт юлын һайланы—Мәскәүҙә ГИТИС-та, Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегендә уҡып ҡараны. Ғаиләлә өсөнсө актер артыҡ булыр тип, институттың продюсерҙар әҙерләү бүлегенә күсте һәм шуны уңышлы тамамланы. 17 йыл дауамында атаһы менән Сибай филармонияһында, концерт-театр берекмәһендә тауыш режиссеры булып эшләне. Әлеге көндә тауыш яҙҙырыу буйынса үҙ студияһын булдырып, шундаэшләй. Өйләнгән, киленебеҙ менән ул үҫтерәләр.

-Һеҙҙеңсә был донъяла нимә иң ҡурҡынысы?

-Көнләшеү, битарафлыҡ. Һәм тағы ла хыянат. Ул бөтә нәмәне юҡ итә, үлтерә. Йәшәү көсөн ала. Тағы ла ғәҙелһеҙлек үҙәкте өҙә.

-Әгәр ҙә һеҙ артист булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләр инегеҙ?

-Күберәк файҙа килтерерлек һөнәр һайлар инем. Мәҫәлән, журналист булыр инем. Ауыл-ҡалаларҙа шул тиклем талантлы, булдыҡлы, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Гастролдәрҙә йөрөгәндә шундайҙарҙы йыш осратам. Төрлө һөнәр эйәләре хаҡында, уларҙың башҡарған изге эштәре, батырлыҡтары хаҡында яҙыр инем.

-Бәйләнештә социаль селтәрендәге сәхифәгеҙҙә һеҙ билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын ҡуйырға әүәҫһегеҙ. Шиғриәткә һөйөү ҡайҙан килә?

-Артистар беҙҙең ауылға концерт ҡуйғандарында араларында шиғырҙы оҫта һөйләүселәр була торғайны. Шунда ғашиҡ булдым шиғриәткә. Һәр күләмле, мәғәнәле шиғырҙан бәләкәй генә спектакль яһап булыуына инандым. Шиғыр китаптарын китапхананан барып алам. Өйгә алып ҡайтып уҡыйым. Күңелем торошона тап килгәндәрен һайлап алып сәхифәмә ҡуям. Сөнки бөтә кеше лә китапханаға барып шиғыр уҡып ултыра алмай. Мин битләүемә ҡуйһам күптәр инеп ҡарай, уҡый, комментарийҙар яҙа.

-Һеҙ артист ҡына түгел, филолог та бит әле.

-Эйе, мин БДУ-ның Сибай институтының филология факультетын тамамланым. Беҙҙең яҡтың диалекты икенсерәк. Ҡыҫҡараҡ һәм ҡаты итеп һөйләшәләр. Ә профессиональ сәхнәлә әҙәби тел талап ителә. Артистҡа, етмәһә башҡорт драма театры актерына башҡорт телен яҡшы белергә кәрәк. Башҡорт теле бит шул тиклем моңло тел, йырлап һөйләшкән кеүекбеҙ.

-Һеҙҙең «мунса ташы» тигән ҡушаматығыҙ булыуын да беләбеҙ...

-Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Сөнәғәтов таҡты миңә ул исемде.Ҡайҙа ғына гастролгә барһам да тоҡлап таш йыям. Ейәнсуранан йомро ғына йылға таштарын мунса ташына һалам тип бер тоҡ итеп йыйып алдым да автобусҡа саҡ индереп һалдырҙым. Мунса яратам бит мин! Иҫке Сибайҙан йәшмәләр йыйып алып ҡайтып шәхси өйөм ихатаһында «Альп яланы» эшләнем. Матур таш күрһәм ҡарап ҡына тора алмайым...

-65 йәш ул ҡатын-ҡыҙ өсөн ниндәй мәл?

-65 йәш ул ҡурҡыныс түгел. Сәстәремә сал төшөп, битемә, маңлайымда һырҙар ятһа ла, күңелемдә һырҙар юҡ. Артҡа ҡарап үтелгән тормошҡа байҡау яһау мәле. Көҙҙәрҙән дә яҙҙар көтәм, тигәндәй. Аҙмы, күпме ғүмер ҡалған, шуны лайыҡлы йәшәргә, кешеләргә кешеләргә файҙа килтерергә тырышам. Илдә тыныслыҡ булмағанмы, күңел ҡай саҡ тынысһыҙлана. Хатаһыҙ бәндә булмаҫ, мин дә күп хаталар яһаным. Башта баҫалҡы, тыйнаҡ булып үҙемде күрһәтә белмәнем. Һуң асылдым. Күптәр мин-мин тип күкрәк һуҡты, шул саҡтарҙа күңел эрнене, йөрәк бикләнде. Ҡылған хаталарым миңә дәрес булды. Эштәремде еренә еткереп атҡарҙым, ҡатын-ҡыҙ, әсә бурыстарымды үтәнем. Тормошто шул тиклем яратам, минең өсөн һәр минут, һәр секунд ҡәҙерле. Ғүмер бер генә, икенсеһе юҡ, ҡәҙерен белеп йәшәүгә ни етә! Былайҙа күпме ғүмер юҡ-бар өсөн сарыф ителгән. Йырҙағы кеүек: күпме йондоҙҙар һаналмаған, ямғырҙарҙа ҡойонолмаған, бейек тауға менелмәгән, үрҙәр яуланмаған, ҡояш артынан йүгерелмәгән, тағы ла бихисап эштәрем бар әле. Бар теләгем һәм хыялым: тирә-йүндәгеләргә, яҡындарыма иғтибарлы, ихтирамлы булып, күңел һандыҡтарын артыҡ аҡтармай, күҙ йәштәре түкмәй, сәхнәлә яңы образдар тыуҙырып, ләззәтләнеп эшләү һәм йәшәү.

-Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә именлек, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас