АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
26 Август 2025, 09:35

Өс улан әсәһе

Рәхмәтле улдар тәрбиәләгән әсә хаҡында шунда уҡ башҡа уйҙар йүгерҙе: ныҡлы рухлылыр, ихтыяр көсө саманан ашҡандыр, тырыштыр, сәмселдер. Шулай булмаһа яңғыҙы өс малайҙы үҫтереп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырып, белем биреп, туйҙар үткәрә алыр инеме?! «Ундайҙар ни күп ул»,—тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Инҡар итмәйбеҙ, барҙыр. Бөтәһе лә рәхмәтлеме икән? Ә бит йылы һүҙҙе, рәхмәтте ваҡытында әйтеп ҡалырға кәрәк. Һуң була күрмәһен, үкенескә ҡалмаһын.

Өс улан әсәһеӨс улан әсәһе
Өс улан әсәһе

Редакцияла эш сәғәте үткәс, өйгә ҡайтҡас, ят номерҙан шылтыратыу яңғыраны. «Һеҙ «Атайсал» гәзитендә эшләйһегеҙме әле?—тип һораны бер ир-егет һәм ыңғай яуап алғас, йомошон әйтте.—Беҙҙе, өс улын, әсәйебеҙ яңғыҙ үҫтерҙе, аяҡҡа баҫтырҙы. Ағайҙар менән уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Әсәйебеҙ хаҡында яҙырға ине».

Был үтенес күңелгә үтеп инде. Бөгөн, тирә-яҡта башҡа һыймаҫ күренештәр барғанда, ата—улын, әсә—ҡыҙын танымаған мәлдә, бына ошондай йылы, кешесә мөнәсәбәттәр ҡыуандыра бит ул. Ғәҙәттә, көслө затты ҡаты бәғерле, әллә ни хис-тойғоға бирелеп бармаҫ, уларҙы күрһәтмәҫ итеп беләбеҙ. Ә был осраҡта өс улан әсәһенә рәхмәт йөҙөнән журналистарға мөрәжәғәт итә. Шуға күп уйлап торманым, ризалаштым, осрашыу көнөн билдәләнек.
Әлбиттә, рәхмәтле улдар тәрбиәләгән әсә хаҡында шунда уҡ башҡа уйҙар йүгерҙе: ныҡлы рухлылыр, ихтыяр көсө саманан ашҡандыр, тырыштыр, сәмселдер. Шулай булмаһа яңғыҙы өс малайҙы үҫтереп, уҡытып, аяҡҡа баҫтырып, белем биреп, туйҙар үткәрә алыр инеме?! «Ундайҙар ни күп ул»,—тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Инҡар итмәйбеҙ, барҙыр. Бөтәһе лә рәхмәтлеме икән? Ә бит йылы һүҙҙе, рәхмәтте ваҡытында әйтеп ҡалырға кәрәк. Һуң була күрмәһен, үкенескә ҡалмаһын.
Гөлгөнә Зәкирйән ҡыҙы Раҡаева 1960 йылдың 10 июлендә Баймаҡ районы Хәсән ауылында тыуа.
Ҡарамалы ауылына кейәүгә сыҡҡас, ауыл клубында мөдир ҙә, кассир ҙа булып эшләй. Хатта клуб иҙәнен дә йыуа.
Тырыш, эшһөйәр киленде ауылдаштар тиҙ арала үҙ итә, хатта күрше—күлән инәйҙәр: «Килен, юл ыңғайы миңә магазиндан фәлән нәмәне генә алып ҡайтып бир инде»,— тип йомош ҡушып, аҙаҡ алсаҡ, ихлас Гөлгөнәгә рәхмәттәрен уҡый.
Шулай уңған килен булып Ҡарамалы ауылында 20 йыл йәшәй ул, өс улға—Ғәлинурға, Илдарға, Рифатҡа ғүмер бирә. Тик, үкенескә күрә, ире менән оҙаҡ йәшәй алмай. Малайҙар бәләкәй саҡта уҡ айырылырға уҡталып ҡуя ҡуйыуын, әммә Хәсән ауылында йәшәгән әсәһенең тыйып килеүе уға тәүәккәлләргә ирек бирмәй. Әммә сабырлыҡтың да сиге була шул. Бер көн йәш ҡатын нимәһен ҡулына алып өлгөрә—шуны тотоп, улдарын эйәртеп әсәһе янына ҡайта. Инде ауырһыҡһынып, һыҙланып йөрөгән әсәһе лә ҡаршы төшмәй. «Ҡайттыңмы? Ярай, мин дә ауырып торам, һыйыр ҙа һауа алмайым инде, йәшә янымда»,—тип ризалыҡ бирә. Бер ай ваҡыт үтмәй әсәһе түшәккә ята. Өс бала менән яңы тормош башлайым тигән ҡатынға сирле әсәһен ҡарау һынауы ла ҡушыла. Ул мәлдә йортҡа газ үтмәгән була. Утын әҙерләү, мейескә ут яғып өйҙө йылы тотоу, малды ҡарау һәм башҡа бөтмәҫ—төкәнмәҫ ауыл эшен яңғыҙына йырып сығырға тура килә. Бер үк ваҡытта Татлыбай почта бүлексәһендәге эшен дә алып бара.
—Әлбиттә, ауыр булған саҡтар ҙа булды инде. Ярай әле бер туғандарым бар. Беҙ ғаиләлә 7 бала инек, әле икәүһе мәрхүм. Ағайым, ҡустым ярҙам итте. Ауылда ир көсө булмаһа, йәшәү тағы ла ауыр булыр ине. Бесәнен, утынын әҙерләштеләр. Әле өйгә газ үткән. Бына улдарым өйгә ремонт эшләп йөрөй, эскә һыу үткәрҙеләр, душ кабинкаһы, бәҙрәф ҡуйҙылар. Ҡыҙҙарым юҡ тип ҡайғыраһы түгел, улдарым шәп, бер ярҙамынан ҡалдырмайҙар,—ти Гөлгөнә апай.
—Киләсәктә балаларыңдан ихтирам һәм ҡәҙер күреп йәшәр өсөн уларҙы нисек тәрбиәләргә? Ҡаты, талапсан булырға кәрәкме?—тип һорайым әңгәмәсемдән.
—Әллә, ҡаты ла булманым, шикелле. Эш менән үҫтеләр. Юҡ—барға ваҡыттары булмағандыр. Тырышҡанымды ла күргәндәрҙер. Мал көсө менән уҡыттым. бөтәһенә лә юғары белем бирҙем. Ир кеше һөнәрҙән тыш, машина йөрөтөргә «права»лы ла булһын ул, уҡытырға ине, нисек аҡса табырға тип уйлаған булдым. Улар уны үҙаллы хәл итеп тә ҡуйған, үҙҙәре тырышҡан, аҡса тапҡан. Шөкөр, бөгөн бөтәһе лә ғаиләле. 10 ейән—ейәнсәрем бар. Оло улым Ғәлинур—сит телдәр уҡытыусыһы. Сибайҙа йәшәп, эшләп китте. Әле Учалыла йәшәйҙәр, комбинатта эшләй. Илдарым ғаиләһе менән Өфөлә тора, төҙөлөш менән булыша. Рифат полиграфия менән шөғөлләнә, баннерҙар һәм башҡаһын эшләй. Өсөһө лә эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Тәрбиәле улдар әсәһе булыуым менән ғорурланам,—ти Гөлгөнә Зәкирйән ҡыҙы.
Һәр ауыл кешеһе кеүек, Гөлгөнә апай ҡош—ҡорт, мал тота, баҡса үҫтерә. Яңы ғына һауылған һөтө, яңы ғына боролған ҡаймағы, үҙе ҡарап үҫтергән еләге, ҡыяры менән балаларын, ейән—ейәнсәрҙәрен һыйларға ярата.
—Малды бөтөрөргә уйлағайным да, ауылда йәшәп нисек һөтһөҙ, ҡаймаҡһыҙ ултырырға? Әлегә аяғым йөрөп, ҡулым эшләп торғанда баш тартырға ярамай. Нимә эшләп ултырмаҡ кәрәк?! Эш—үҙе хәрәкәт, ә унда бәрәкәт бар. Шуға әле ишек алды эшенән баш тартмайым. Балаларым ҡайтып тора, күршеләрем, туғандарым һәйбәт. Хоҙайым бәхетле ҡартлыҡ насип итһен,—тигән изге теләктә замандашыбыҙ.
Барыһынан ҡәнәғәт булған, бер кемгә, бер нигә зарланмаған ябай, эскерһеҙ ауыл ҡатынына ҡарап уйға ҡалаһың:
ҡасандыр ғаиләһе тарҡалып, шәхси тормошо уңышлы килеп сыҡмаһа ла әле килеп яҙмышы уны мәрхәмәтле өс улан, тыныс, бәхетле тормош менән бүләкләп, янында ожмах булдырған.
Эйе, эйе, ожмах. Ниңәме? Гөлгөнә апай үҫтергән өс егеттән һорағыҙ.
Улар һис һүҙһеҙ: «Әсәйҙең аяҡ аҫтында—ожмах»,—тип яуаплар... Бәхетле әсә! Күҙ теймәһен! Оҙон ғүмер насип итһен!

 

 


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас