

Егет кешенең мөҡәддәс бурысы--ил алдындағы һалдат бурысын үтәү. Әхәт Аҫылбаев та әрме сафына юллана. Иран менән сиктәш булған Төркмәнстан заставаһында электр приборҙары буйынса мастер булып хеҙмәт итә. СССР тарҡалғандан һуң хәрби хеҙмәтен Монголия сигендәге Тыва республикаһында тамамлай. Ҡайтҡас, уҡыуын ситтән тороп дауам итә, эшкә урынлаша, күрше генә йәшәгән Зөһрә исемле һылыу менән ғаилә ҡора.
1995 йылдан шәхси эшҡыуар булып китә. Атаһына ҡарап балалары ла йүнсел, маҡсатлы булып үҫә. Өлкән улы Алан шәхси эшҡыуарлыҡ юлында, бәләкәйе Аман Ҡазан федераль университетын тамамлаған, эшкә урынлашып йөрөй. Ҡыҙы Әминә мәктәптә белем ала.
Махсус хәрби операция Әхәт Әхмәт улының тормошона ла үҙгәрештәр индерә. Үҙ илен һөйгән ир был ваҡиғаға битараф ҡала алмай.
-Беҙҙең быуын егеттәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандар өлгөһөндә, уларға ҡарап һоҡланып, ғорурланып үҫте. «Их, мин унда булһам, дошмандың кәрәген бирер инем»--тигән сәм дә була торғайны күңелдә. Кинофильмдарҙа, мәктәптә—һәр ерҙә патриотизм тәрбиәһе көслө булды. Илһөйәрлек күңелемә бала саҡтан һалынған. Шуға мин дә тәүҙән үк махсус хәрби операцияға ашҡындым. Ләкин бик йәш булмауым, тылда күберәк файҙам тейер тигән уйым, махсус хәрби операцияға барыуҙан тотҡарлай килде. Ҡазан, Елань, Пенза һәм башҡа ҡалаларҙа күнекмә үтеүсе мобилизацияланған егеттәргә ярҙам йыйыуға булышлыҡ иттем. Махсус хәрби операция биләмәһенә ҡаланан тәүге гуманитар ылау юлланғанда ла үҙ өлөшөмдө индерҙем. Үҙем махсус операцияға барам, тигән ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем 9 тапҡыр гуманитар ылауҙы оҙатып барҙым. Шәхси эшҡыуарлығым тарафынан махсус хәрби операция башланғандан алып, яугирҙәргә 2,5 миллиондан ашыу һумлыҡ ярҙам күрһәттем,--ти яугир.
Ләкин күңелендә махсус хәрби операцияға барырға тигән уй нығый бара. Тиҙҙән уны тормошҡа ашыра.
-Гуманитар ылауҙы алып барған саҡта, минән дә өлкәнерәк йәштәге ир-егеттәрҙең хеҙмәт итеүен күрҙем. Тылда ғына ярҙам итеүем аҙ һымаҡ тойолдо. Миңә лә унда барырға кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Махсус хәрби операцияға юлланыу көнө, дислокацияның яҡынса урыны билдәле булғас ҡына ғаиләмә әйттем. Минең ҡарарымды аңланылар, ләкин ауырыраҡ ҡабул иттеләр. Тәүҙә яҡынса ике ай тирәһе «Рысь» махсус тәғәйенләнештәге отрядтың «Князь Владимир» бригадаһында «Редут» доброволецтар корпусында хеҙмәт иттем. Һуңынан «Кинжал» һаҡлау һәм маневр махсус отрядына күстем, атыусы булдым. Ҡушаматым «Абдулла» булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатайымдың исеме хөрмәтенә ошондай позывной һайланым. Кемгәлер ныҡ бәйле булырға, дуҫлыҡ булдырырға тырышманым, сөнки дуҫтарҙы юғалтыуы бик ауыр. Барыһы ла унда бер-береһенә иптәш. Алғы һыҙыҡтағы тормош еңел түгел. Беҙ Оборона министрлығы составында булманыҡ, шуға үҙебеҙ үҙебеҙҙе тәьмин итергә тура килде. Нимәнелер һатып алдыҡ, нимәнелер өйҙән ебәрҙеләр. Алғы һыҙыҡта көнкүреш тормошо бик ҡыҫҡа. Ә бына ротацияла тылда саҡта барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнек. Мунсаһын да, бәҙрәфен дә, аш-һыу урынын да уңайлыҡтары менән булдырырға тырыштыҡ. Интернетты ла, элемтәне лә көйләнек,--тип һөйләне яугир.
Дәүләт наградаларына ике тапҡыр күрһәтелә, ләкин әлегә улар хужаһын тапмаған. Шулай ҙа «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн», «Украиналағы хәрби хәрәкәттәр ветераны» тигән ведомство наградалары махсус хәрби операцияның иҫтәлеге булып һаҡлана.
Әхәт Аҫылбаев быйыл яҙ хәрби хеҙмәттән азат ителеп, бөтөнләйгә тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Шәхси эшҡыуарлыҡ эшен ул артабан да дауам итә.
Әхәт Әхмәт улы «Башҡортостан Геройҙары» программаһында ла ҡатнаша. Уның тураһында ул махсус хәрби операция биләмәһендә булғанда уҡ ишетә.
– «Башҡортостан Геройҙары» программаһы тураһында хеҙмәттәштәремдән яуҙа саҡта уҡ ишеттем. Шунда уҡ теркәлергә теләһәм дә, килеп сыҡманы. Өйгә ҡайтҡас, быйыл март аҙағында теркәлдем. Был программа ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, яҡшы итеп уйланылған. Уны дөрөҫ программа тип һанайым, сөнки махсус хәрби операцияла булған егеттәр ике төрлө тормошто күрҙе. Был егеттәр командала нисек эшләргә икәнен дә яҡшы белә. Ялғандың хаҡын да аңлайҙар. Аҙаҡҡа тиклем барып, был программаның һөҙөмтәһен күргем килә,--ти ул.
Илен ҡурсалаған, хәстәрләгән ир-егеттәргә халыҡ та өмөт бағлай, ышана. Тыныс тормошта ла уларҙың яҡшы идарасы булыуына шик юҡ.
К.Ишбулдина.
Рамка эсенә
-70 ҡатнашыусы финалға сыҡты. Улар араһында сығышы менән Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы егете Әхәт Аҫылбаевтың да булыуына шатмын. Һәр финалсыға Башҡортостандың идара итеү командаһынан остаз тәғәйенләнәсәк.
Ҡатнашыусылар киләсәктә төбәктә алдынғы булыр өсөн үҙҙәре белем алыу өлкәһен һайлап, республиканың иң яҡшы белгестәренән тәжрибә туплай аласаҡ. Әхәт Әхмәт улына уңыштар теләйем!--тип яҙҙы социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.