

Шәхси ортопедик олтораҡтар спорт менән шөғөлләнгән, әүҙем тормош алып барған, быуындар һәм аяҡ мускулдары боҙолоуын теләмәгән, үҙ һаулығын хәстәрләгән кешеләргә тәҡдим ителә. Кемдең эшендә аяҡҡа көс төшә, йә иһә уңайһыҙ аяҡ кейеменә зарлана, кемдең тубығы йәки арҡаһы ауырта—шулар мөрәжәғәт итә ала. Был олтораҡтар көсөргәнеште, йәрәхәтләнеү һәм ауырыу хәүефен кәметә.
Бөгөн олтораҡ тәҡдим иткән магазиндар күп, хаҡтары ла төрлөсә. Әммә бында һәр кемдең шәхси табан үҙенсәлеген күҙ уңыгда тотоу зарур. шуға ла Нурия Кәримова тәүҙә табип-ортопедҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә, аҙаҡ иһә эшҡыуар плантограф ярҙамы менән үҙе ҡарай. Был табанға көс төшкән урынды билдәләргә ярҙам итә һәм шәхси олтораҡ эшләргә булышлыҡ бирә.
Сибайҙа Нурия Кәримованың конкуренттары юҡ. Шуға ла ул уңышлы эш алып бара. Бөгөн ул адреслы социаль ярҙам алыуҙа ҡатнашыу өсөн бизнес-план төҙөй. Был уға клиенттар базаһын киңәйтергә, етештереү күләмен арттырырға ярҙам итәсәк.
Н.Кәримова бизнесының уңышлы башлауына һәм үҫтереүенә «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә күрһәтелгән консультация ярҙамы, шулай уҡ Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы менән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сараһында ҡатнашыу ныҡлы этәргес биргән.
Мәғлүмәт һәм фото Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең социаль селтәренән алынды.