

Тәү ҡарашҡа еңел күренгән һатыу бизнесына килеү юлдары һикәлтәле, бормалы булды, ти улар.
—Уйлап ҡараһаҡ, ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә аптырап ҡалабыҙ. Нисек өлгөргәнбеҙ, бер үҙем Магнитогорск ҡалаһына батырсылыҡ итеп барғанмын да тауар ташығанмын икән тип. Эшһеҙ ҡалғас тәүҙә аптырап ҡалдым, нимәлер башларға кәрәк тигән уй менән урам эсендәге аласыҡты магазин итеп эшләп алдыҡ та һатыу эшенә тотоноп киттек. Ҡайһы саҡта «Газель» машинаһына ултырып тауарға Магнитҡа бара инем, кәүҙәгә үҙем бәләкәс кенә бит, рулгә буйым етһен тип аҫтыма бәләкәй яҫтыҡты һалып алам да китәм. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре туҡтатһа, яҫтыҡты күреп үҙҙәре көлә торғайны, аҙаҡ ҡул болғап ҡына үтерҙәр ине.
1997 йылда өйләнештек, ул саҡта магазинда алырлыҡ әйбер юҡ, ике яҡтан да ярҙам итеүселәр булманы. Ауыр шарттарҙа тормош ҡорҙоҡ, шул саҡта бер-беребеҙгә ант иткәндәй әйтә инек. Балаларыбыҙ булһа, уларға бар мөмкинлектәр булдырабыҙ, ярҙам итәсәкбеҙ, тигән теләк тормошобоҙҙоң девизына әйләнде тиһәк тә була. Өс ҡыҙыбыҙ—өс йондоҙобоҙ донъяға килде. Бәләкәйҙән уҡыуға зирәк булдылар, Лидиә менән Азалия ҡыҙыбыҙ Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлап, икеһе лә юғары белемгә эйә. Быйыл кинйәкәүебеҙ Зилә Баймаҡ лицейын миҙалға тамамланы, үҙенә оҡшаған уҡыу йортона инер. Йәштәргә донъя көткәндә башлап ебәреүгә еңел булһын тип өсәүһенә лә Өфөнән икешәр бүлмәле фатирҙар алдыҡ. Ялға килгән ваҡытта улар ҙа ярҙамлаша, хәҙер йәштәр аҡыллы, төрлө кәңәштәрен бирә, нисек һатыу, ниндәй тауарҙарға өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген өйрәтә,—ти Рәхилә ханым.
Биктимеровтар шулай уҡ күпләп мал-тыуар көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Уңған хужабикәнең баҡса еләктәре, ҡарағаттары быйыл мул уңыш биргән, уларын да һатып алыусылар көтөп кенә тора. Картуфты ла күпләп ултырталар, магазинда үҙҙәренең йәшелсә-емештәре тиҙ арала ҙур һорау менән һатылып та бөтә.
Ял итергә ваҡыт ҡаламы, тигән һорауыма: «Йылына бер нисә көнгә ял йортона барып ҡайтабыҙ, ваҡыт яғы самалыраҡ»,—тиҙәр.
Бына шундай уңған һәм сәмле, дәртле һәм эшсән ғаиләләр менән осрашып, ысынлап та, ауыл ерендә лә бынамын итеп донъя көтөргә лә, үҙ эшеңде асырға йә иһә йыбанмай үҙең аҫраған малыңдан табыш алырға мөмкин булыуына инанып ҡайттыҡ. Ауылда эш юҡ тип түгел, киреһенсә, ауылда тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәй тигәндәре дөрөҫтөр.
Кәримә Усманова.