

Батырҙар эсемлеге бөгөн дә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерендә йәшәгәндәр ҡымыҙ етештереү менән етди шөғөлләнә. Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, шәхси хужалыҡтарҙа мал һаны йылдам арта.
Иҫәнбәт ауылында йәшәгән Айнур һәм Нәсимә Илбуловтар өсөнсө йыл рәттән ҡымыҙ етештерә. Ғаилә башлығы улы Илсаф менән йылҡылар көтһә, хужабикә бейәләр һауа, ә ҡыҙҙары Йәнгүзәл ҡымыҙ бешә. Тотош бер хужалыҡты барлыҡҡа килтергән ғаиләне ауылдаштары өлгөлө, уңған һәм тырыш булараҡ телгә ала.
Төркмән ауылы ҡыҙы Нәсимә Азамат ҡыҙы Иҫәнбәт ауылы егете Айнурға кейәүгә сығып, ғаилә ҡорғас, төпкөл тип тормай, ауылда ҡалырға ҡарар итә. Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы биш бала тыуа. Дилбәр, Ильяс, Фидәлиә, Йәнгүзәл һәм Илсаф—исемдәре кеүек, үҙҙәре лә бик матур, һөйкөмлө.
Күркәм йәшәү өлгөһө күрһәткән Илбуловтар ғаиләһе бар яҡлап та уңған һәм сәмле. Ғаилә башлығының төрлө һөнәрҙәргә маһир булыуы донъя көткәндә бик тә ярап ҡала: кәрәк икән—ҡулына балтаһын тота, техниканы ла яҡшы белә. Нәсимә иһә—клуб мөдире, ауылдың мәҙәни тормошона йәм биреүсе, төрлө саралар ойоштороусы. Шулай уҡ балаларға, ололарға ла йыр-бейеүҙәр өйрәтә, тематик кисәләр үткәрә. Улар 2014 йылда ауыл ерендә йәшәгән йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән федераль маҡсатлы дәүләт программаһы буйынса тор-лаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы ала. Был аҡсаға ауылға йәм һәм ҡот биреп торған бынамын тигән матур йорт һалалар.
Илбуловтар күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Йылҡылары ла йыл һайын арта бара, үҙе бер өйөр барлыҡҡа килгән. Айнур Ишҡыуат улы бәләкәйҙән ат араһында йөрөп үҫкәнгәме, уларҙы тәрбиәләргә ярата, ҡымыҙ етештереү тураһында уйлана. Был хаҡта ҡатынына әйткәс, Нәсимә Азамат ҡыҙы иренең теләген шунда уҡ хуплап ала һәм тәүҙә үҙҙәренең кәртәһендә бейә һауып, ҡымыҙ етештереүгә тотона. Ҡымыҙға һорау көтмәгәнсә ҙур булып сыға, сөнки был яҡтарҙа ҡымыҙ етештереүселәр юҡ. Көндәлек ҡымыҙ шунда уҡ бөтә, ә һораусыларҙың ихтыяжы ҡәнәғәтләндермәй ҡала.
2023 йылда Айнур Илбулов ҡымыҙ етештереүҙе нисек тә яйға һалыу ниәте менән яна башлай. Йылҡы көтөү өсөн көтөүлек, йәйләү кәрәклеген иҫәпкә алып, агротуризм буйынса дәүләт ярҙамы алыу өсөн документтарын тапшыра. Бизнес-планды төҙөүгә ҡыҙҙары ярҙамлаша, комиссия тарафынан хуплау табыла һәм Айнур Ишҡыуат улы 360 мең һумлыҡ грант ярҙамы алыуға ирешә.
—Ауылдан алыҫ булмаған Өс ерек туғайында туристар өсөн йорт төҙөп ултырттыҡ. Бейәләрҙе һауыу өсөн махсус урындар, ялан кәртә эшләнек, генератор һатып алдыҡ. Вахта ысулы менән ситтә эшләп ҡайтҡан эшселәр ғаиләләре менән килеп матур тәбиғәт ҡосағында ял итә, атта һыбай йөрөй, төрлө шифалы үләндәр, еләк-емеш йыя. Һуңғы йылдарҙа туристар һил тәбиғәттә «телефонһыҙ» ял итеүҙе хуп күрә, ни тиһәң дә кеше тәбиғәт балаһы бит, тәбиғәткә яҡын булырға тырыша,—ти ғаилә башлығы.
Бөгөн Илбуловтар көнөнә өс тапҡыр 20-нән ашыу бейә һауа һәм ҡымыҙҙы имән батманда бешә. Нәсимә Азамат ҡыҙы бейәләрҙе ҡул менән үҙе һауһа, 9-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Йәнгүзәл баһадирҙар эсемлеге шифалы һәм тәмле булһын өсөн тырыша. Ғаилә башлығы улы Илсаф менән йылҡыларҙы көтә. Ауыл малайы ат өҫтөндә үҫә тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Башланғыс кластарҙа ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Илсаф аттарҙы ныҡ ярата, һыбай бик оҫта йөрөй, атаһының уң ҡулы. Ҡыҙҙары Йәнгүзәл менән Фидалиә лә ат өсөн өҙөлөп тора, һыбай ҙа йөрөйҙәр, бигерәк тә ат сабыштарын ҡарарға яраталар. Үҙҙәренең дә ат бәйгеләрендә ҡатнашҡылары килә, әммә әлегә аталары рөхсәт итмәй. «Ат сабышы—ҡыҙҙар өсөн түгел. Йә имгәнеп ҡалырҙар, йә ат ҡолатыр. Шуға күрә ни тиклем үтенеп һораһалар ҙа ризалыҡ бирмәйем. Ана, ҡарағыҙ ат сабыштарын, тип ҡайҙа ниндәй бәйге була, шунда алып йөрөйөм»,—ти Айнур Илбулов.
Йәмле Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан Айнур Илбуловтың йәйләүе әлегә ҙур түгел, әммә егәрле ауыл
йүнселенең киләсәккә пландары ҙур. Иң мөһиме—ҡы-
мыҙға һорау ҙур, ә инде
һорау булған урында ки-ләсәктә үҫеш тә, табыш та буласағы көн кеүек асыҡ. Тик башҡорт халҡының брендына әүерелгән баһадирҙар эсемлеге үҙенең сифатын, тәмен, шифаһын юғалтмаһын ғына. Айнур Илбуловтың бер фекере менән килешмәү мөмкин түгел: «Ҡымыҙҙы ҡул менән һауып, имән батманда ҡул менән бешкәндә генә уның тәбиғи тәме һаҡлана. Ә ҡалған осраҡта ул ҡымыҙ түгел, ә эсемлеккә әүерелә»,—ти ул. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта ҡымыҙ етештереүселәр ара-һында ниндәй генә төрлө ҡымыҙҙар осрамай: ҡаҙылы ла, ыҫланған да, сейәле лә һәм башҡа төрлөләре. Уларҙы эсеп ҡараһаң, ҡымыҙ түгел, ә һөтлө эсемлекте хәтерләтә.
—Бейә һауғанда уның һөтөнөң ҡуйыһы иң аҙаҡҡы тамсыларҙа ғына була. Шуға ҡулдан һауыу отошло. Күптәр һуңғы ваҡытта аппарат менән һауыуға яраҡлашты, ул ваҡытта, әлбиттә, ҡымыҙҙары шыйыҡ килеп сыға. Бына ҡайҙан килә «ҡымыҙҙарына һыу ҡушҡан» тигән һүҙҙәр. Кеше һиңә ышанып аҡсаһын түләп, ҡымыҙыңды һатып ала икән, ул хәләл, сифатлы һәм тәмле лә булырға тейеш. Ул сағында клиенттарың да күп булыр, тауарың да үтемле, эштәрең дә килемле,—ти Нәсимә Азамат ҡыҙы.
Бына шундай тырыш һәм уңған ғаилә менән танышырға тура килде Иҫәнбәт ауылында. Таңдан тороп, һуң ятып, үҙ эштәрен булдырып йәшәгәнгә лә тормоштары етеш, табындары мул, балалары ла эшһөйәр, уңған булып үҫә.
Илбуловтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ауыл ғаиләһенән һис тә айырылмаған кеүек, әммә мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урындарын табып, биш балаға ғүмер биреп, донъяларын матур һәм нурлы иткән, уңған, эшсән ғаилә айырыуса һоҡланыу уята. Уларҙың нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө.
Кәримә Усманова.