Замандаш
31 Июль 2025, 06:45

Сәскәләргә ғашиҡ Нәзирә

«Атайсал» гәзитенә яҙылып, «Урал аръяғы» шифаханаһына путевка отҡан Нәзирә һәм Марат Һөйөндөковтар—Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылының матур ғаиләләренең береһе. Икеһе лә бер класта уҡып, аҙаҡ сәстәрен сәскә бәйләгән класташтар 45 йылға яҡын бергә йәшәй. Дилә һәм Рәмилә исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр, әле өс ейән-ейәнсәргә хәстәрлек өләсәй һәм олатай улар.

Сәскәләргә ғашиҡ НәзирәСәскәләргә ғашиҡ Нәзирә
Сәскәләргә ғашиҡ Нәзирә

Нәзирә Ишмөхәмәт ҡыҙының тәҙрә төптәрендә төрлө гөлдәр сәскә атып ултырһа, ишек алдында һәм баҡсаһында күҙҙең яуын алыр петуния, бәрхәт, астра, рауза гөлдәре урын алған. Бер яҡ ситтә төрлө төҫтәге лилиәләре, ары годеция, ҡәнәферҙәре шау сәскәгә күмелгән.
—Бигерәк тә петунияларҙы яратам, уларҙың төрлө сорттарын һәм төҫтәрен сәсәм, аҙаҡ һауыттарҙа алып сығып ултыртам. Һәр көн тәрбиәләп торам, улар менән һөйләшеп алам, һыу һибәм. Матурлыҡты үҙ ҡулдарың менән тыуҙырып, уларға һоҡланып ҡарауҙан да ҙур бәхет юҡтыр кеүек. Сөнки һин уларҙы орлоҡ һайлап алған мәлдән көҙгөһөн сәскә атыуҙан туҡтағансы һәр көн бала кеүек бағып, тәрбиәләйһең. Ялан сәскәләрен дә яратам, урман-ҡырҙарға сыҡҡанда уларҙан төрлө гөлләмәләр йыйып алып ҡайтам. Сәскәләр минең өсөн күңел торошомдоң бер өлөшө,—ти Нәзирә һөйөндөкова.
Тормош иптәше Марат Ғүмәр улы ла ҡатынына бар яҡлап ярҙам итергә тырыша. Кәрәк икән сәскәләре өсөн махсус һауыттар эшләп бирә, урындарын теүәлләп, түтәлдәр яһап ҡуя. Хатта һыу ҡойоу өсөн иртә яҙҙан уҡ торбалар һуҙып, әҙерләй.
Йортон да, баҡсаһын да гөл-сәскәгә төрөндөрөргә ваҡыт таба алған ябай ауыл ҡатынына һоҡланмау мөмкин түгел.

 

 


Кәримә Усманова.

Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас