АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Июль 2025, 04:50

Фотоларҙан хистәр урғый

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы ҡыҙы Гөлнәзирә Өфө ҡалаһында фотокүргәҙмә ойошторған.

Фотоларҙан хистәр урғыйФотоларҙан хистәр урғый
Фотоларҙан хистәр урғый

Башҡорт рәссамдарының, фоторәссамдарының өлкән быуынын гәзит-журналдар аша танып беләбеҙ. Йәш фоторәссамдар өсөн иһә әле беҙ йәшәгән осор айырым күтәрелеш осоро, сөнки бөгөнгө донъя шәхси бренд, реклама, медиаалымдар менән ныҡ бәйле. Һәр кем ҡулында замана гаджеттары: телефон, яңы төр фотоаппараттар, видеокамералар булғанда ысын ижадсыларҙы—фотошөғөлде сәнғәткә кимәленә күтәргәндәрҙе табырға мөмкинме икән?!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең ҡала үҙәгендә асылған кибеттең икенсе яртыһы күргәҙмәләр  һәм һәр төрлө осрашыуҙар өсөн тәғәйенләнгән.  2 июль  ошо яҡты, матур залда йәш фоторәссам Гөлнәзирә Торомтаеваның шәхси фотокүргәҙмәһе асылды.

Гөлнәзирә—Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы ҡыҙы. Ул бынан 16 йыл элек сит илгә сығып, эшкә төшөп, аҡса эшләй ҙә, шунда беренсе камераһына фотоға төшөрә башлай. Башта, әлбиттә, һәр ижадсы кеүек, яҡындар, артабан туйҙар һәм байрамдар, төрлө кешеләр заказы буйынса эшләү этабын үтә. Ғаилә ҡороп, үҙ балалары тыуыу менән ижадында был темаларға күберәк һәм тәрәнерәк иғтибар бирә башлай. Әйткәндәй, Гөлнәзирә ире—Хәйбулла егете Тимур менән Азамат исемле ул һәм Аиша исемле ҡыҙ тәрбиәләй.

Аҡыллы, булдыҡлы, ижади ҡарашлы яҡташыбыҙҙың  коллекцияһында 700 ашыу фотосессия. Улар һәр төрлө һәм береһе лә ҡабатланмай. Эш алымдары ла, авторҙың үҙе кеүек ябай, фотосессияларҙы ла ул өй, ғаилә, өйрәнелгән, көндәлек тормош мөхитендә яһай һәм шуның менән кешеләргә оҡшай ҙа.

Бәләкәй баланың тәүге хистәре, йылмайыуы, илауы, әсәһе ҡулында ятып күкрәк һөтөн имеүе, ғаиләнең ултырып сәй эсеүе, нимәлер эшләүе, бөтәһенең дә бергә сағы  автор объективына бар йылығы менән эләгә. Был кадрҙар әлеге күргәҙмәлә лә нисек бар, шулай тәҡдим ителгән.

Тәбиғәт, матур кешеләр, ғүмерҙең мөһим мәлдәре, ижад үҙе илһамландыра фотоларҙың авторын.

«Матур ғүмер миҙгелдәре, ҡатын-ҡыҙҙың әсә булыуы, тәүге тапҡыр имеҙеү, бәләкәстең тәүге аҙымдары, ябай һәм таныш хистәр—ваҡыт үтеү менән ҡайтарып булмаған ҡиммәткә, хисле көскә эйә була, миңә шул мәлдәрҙе тотоп алып ҡалып кешеләргә бүләк итеү оҡшай, эшеңде яратыу айырым бәхет»— ти фотокүргәҙмәнең сәбәпсеһе.

Ижади юл һайлап, уңышҡа ирешеп, яңы форматтағы сара менән яҡындар уратыуында ижади шатлыҡтарҙы уртаҡлаша белеү ҙә үҙе бер матур күренеш.

Ҡабатланмаҫ фотоларҙы «Китап» нәшриәтенең кибете күргәҙмә залында (Ленин ур., 26) 31 июлгә тиклем ҡарарға мөмкин.

 

 

Нурия Кинйәбаева.

Автор:
Читайте нас