

«Башҡортостан геройҙары» проекты финалсылары араһында - Сибайҙан Рәмил Ибраһимов та бар. Ул сығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан.
Конкурс йомғаҡтары буйынса 70 ҡатнашыусы финалға сыҡты, улар араһында яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәмил Рамаҙан улы Ибраһимотың булыуы оло һөйөнөс.
Хәрби хәрәкәттәр зонаһына Рәмил Рамаҙан улы 2022 йылда шәхси хәрби компания составында юллана. Һуңынан, 2023 йылдың авгусынан 2024 йылдың октябренә тиклем, легендар Салауат Юлаев батальонының медпункт начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә.
Белеме буйынса Рәмил Ибраһимов—фельдшер. Ул Сибай медицина колледжын тамамлаған. Армия хеҙмәтен Мурманск өлкәһе Североморск ҡалаһының санитар часында үтә. Унан һуң Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлап, юғары белем ала. Хеҙмәт юлын Баймаҡ районында фельдшер булып башлай, унан химия һәм биология уҡытыусыһы булып та эшләй. Артабан ул Сибай ҡалаһының эске эштәр бүлегенә фельдшер булып килә. 2000 йылдан 2022 йылға тиклем эске эштәр бүлегенең эксперт-криминалистика хеҙмәтендә эшләй. Бында тәүҙә ябай хеҙмәткәр булараҡ килһә, һуңынан Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Эксперт-криминалистика үҙәгенең 11-се район-ара бүлеген (Сибай ҡалаһы) етәкләй.
Рәмил Рамаҙан улы 2022 йылдың 12 ноябрендә полиция подполковнигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға, ә шул уҡ йылдың 15 ноябрендә махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Былтыр 14 октябрҙә контракт тамамлана һәм йәше буйынса демобилизациялана. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәмил Рамаҙан улы ИБРАҺИМОВ II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнә. Яҡташыбыҙ был ҡаҙаныштарында ғына туҡталырға йыйынмай: ул «Башҡортостан геройҙары» тигән мөһим проектта ҡатнаша һәм үҙенең белемен камиллаштырыуҙы дауам итә.
Рәмил ағайҙың фекеренсә, әлеге проект ҡиммәтле тәжрибә тупларға һәм республика өсөн мөмкин тиклем файҙалы булыуға уникаль мөмкинлек бирә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проект сиктәрендә яугирҙәр үҙҙәре теләгән өлкәлә республика белгестәренән уҡыу алып, тәжрибә туплап, төбәк лидерҙары рәтенә күтәрелеү мөмкинлеге ала.
Фото һәм мәғлүмәт:Сибай хакимиәте