Замандаш
14 Июля 2025, 10:05

Күркәм ғаиләләр тәбрикләнде

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ Бөрө ҡалаһында үткән сарала үҙ наградаларын тантаналы рәүештә Башҡортостан Башлығы ҡулынан алдылар.

Күркәм ғаиләләр тәбрикләндеКүркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күркәм ғаиләләр тәбрикләнде

Сыңғыҙ ауылынан 8 бала тәрбиәләүсе Земфира һәм Биктимер Рәжәповтар, Баймаҡ ҡалаһынан 6 бала тәрбиәләүсе Рәмилә һәм Сабирйән Шәриповтар, Үрге Таулыҡайҙан 4 бала тәрбиәләүсе Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар юғары наградаға лайыҡ булды. Барыһына ла ғаилә ныҡлығы теләйбеҙ!

 

Күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Күркәм ғаиләләр тәбрикләнде
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас