

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Әлфиә Әхмәткирәй ҡыҙы Ласынова, биш бала тәрбиәләүсе әсә булараҡ, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Әлфиә Ласынова һөнәре буйынса баян класының музыка уҡытыусыһы, әммә «Сулпылар» балалар баҡсаһында эштәр башҡарыусы булып эшләй.
Өлкән улы Айратҡа—17 йәш, ул Ишембай нефть колледжында уҡый. 14 йәшлек Айнур сәнғәт мәктәбендә гитара серҙәрен өйрәнә. Азамат һәм Фәриҙә исемле игеҙәктәре бейергә ярата, уларға 12 йәш. Барыһы ла ҡаланың 10-сы мәктәбендә яҡшы уҡый. Бәләкәс Тимурға—4 йәш, ул «Сулпылар» балалар баҡсаһына йөрөй.
Йәйге ялды балалар Күгәрсен районы Мораҡ ауылында өләсәһе һәм ҡартатаһында үткәрә.
Күп балалы әсәнең төп терәге ире. Заһир Мөҙәрис улы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспецияһында эшләй.
сығанаҡ: «Сибайский рабочий»