АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
3 Июль 2025, 10:55

Тыуған ер берәү генә...

Тыуған ерең—ул һинең туған илең. Эйе, һәр кемдең бәләкәй Ватаны була. Ул кешенең мәңгелеккә йөрәген биләгән урын. Бөтәбеҙ ҙә тыуған еребеҙҙә ҡала алмайбыҙ, яҙмыш беҙҙе төрлө тарафтарға ташлай. Ситкә китергә мәжбүр булғандар ҙа барыбер атайсалын һағына һәм унда ҡайтыу тураһында хыяллана. Һәр кем үҙенең тамырҙарын, бәләкәй ватанын хәтерләһә, ҡәҙерләһә,тыуған ере торасаҡ һәм сәскә атасаҡ.

Тыуған ер берәү генә...Тыуған ер берәү генә...
Тыуған ер берәү генә...

Сибай ҡалаһында йә-шәүсе Ишкилде Фазулла улы Ғафаров илһөйәрлеге менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Ул тыуған ауылы Йәнйегеттән әллә ни йыраҡ китмәгән, Сибай ҡалаһында йәшәй. Тәпәй баҫҡан ғәзиз еренә көн дә ҡайтып урамаған хәлдә лә, күңеленән һис кенә лә уны ебәрмәй. Һәр саҡ Йәнйегеттең бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында уйлана, ауылдаштарына ярҙамға ашыға. Быға тиклем ауылға газ үткәреү, стелалар эш-ләү, ҡоҙоҡтарҙы кәртәләү һәм төҙөкләндереү, махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам итеү кеүек һәр сараны ойоштороп, матди ярҙам күрһәтһә, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап аллея булдырыу инициативаһы менән сыға. Уны урындағы халыҡ тиҙ генә хуплап күтәреп ала. Еңеүҙең 50 йыллығына ултыртылған ағастар ауылдың мәҙәниәт йорто янында ҡороп, сереп ултырған була, шуларҙы ҡырҡып, урынына һәр ғаилә сығып, исемләп 120 төп күк шыршы ултырта. Бынан тыш, янына спорт майҙансығы эшләп ҡуялар.
—Ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Ошо аллеяны эшләйбеҙ тигәс, һәр кем ихлас ҡушылды. Кем нимә менән ярҙам итә ала—бөтәһе лә сыҡты, кәрәк-яраҡҡа аҡса йыйҙылар. Был эштәрҙе—аҡса йыйыуҙы, өмә ойоштороуҙы ауыл
старостаһы Хәмиҙә Ҡолан-баева үҙ иңенә алды. 9 майға өлгөртөргә кәрәк тигәс, иртәнән кискәсә туҡтамай эшләнеләр. Мин ҡулымдан килгәнсе матди ярҙам күрһәтергә тырыштым, әммә быларҙы мин маҡтаныр өсөн түгел, ә тыуған ауылымды яратҡан һәм уның киләсәген хәстәрләгән өсөн эшләйем. Ауылдар йәшәргә тейеш. Йәштәр унда ҡалһын өсөн унда шарттар тыуҙырыу мөһим,—ти Ишкилде Фазулла улы.
И.Ф.Ғафаров ауылдаш-тарына рәхмәт әйтһә, урындағы халыҡ иһә Ишкилде Фазулла улы кеүек патриот, рухлы, алсаҡ, йомарт ауылдаштары булғанға һөйөнөп бөтә алмай. Ысынлап та, йәнйегеттәр шундай башлап йөрөүсе, инициативалы, идеялы һәм шул уйлағандарын бойомға ашырырға матди ярҙам күрһәтә алырлыҡ яҡташтары булыуы менән маҡтана ла, ғорурлана ла ала.
—Оҙаҡ йылдар Йәнйегет, унан Кәрешкә мәктәбендә директор булдым. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла Ишкилде ағайға бара инем. Бер ҡасан да юҡ тимәне, аҡсалата ла, материал менән дә ярҙам итте. Бер мәл Йәнйегет мәктәбенең тышҡы буяуҙары ҡубып, ҡурҡыныс булып тора ине, шунда Ишкилде Фазулла улы мискәләп буяуҙар бирҙе. Рәхмәт хаҡына ғына шулай ярҙам итә лә ҡуя ине. Ишкилде ағайҙың атаһы Фазулла Ғафаров ҡасандыр Ишбирҙе ауылы яғында
ауыл советы рәйесе булған. Ишетеүемсә, уны әле лә оло быуын халҡы һағынып, маҡтап иҫкә ала. Кеше эше менән маҡтаулы бит. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең Ишкилде ағайҙы онотмайбыҙ, кәңәшкә һәр саҡ уға барабыҙ, ул да тыуған ауылын ташламай, ҡулынан килгәнсе ярҙам итә,—ти Урал Әхмәҙиә улы Ҡаһарманов.
Ысынлап та, Йәнйегеттә һәр кем Ишкилде Фазулла улына рәхмәтле. Арыҡ йылғаһы буйындағы шишмәләргә һыу ала килеүселәрҙең рәхмәте уға сауап булып көн дә яуалыр. Сөнки был шишмәләрҙе лә ҡасандыр Ишкилде ағай ярҙамы менән төҙөкләндереп ҡуйғандар. Тау башында иһә Бөйөк Еңеү һалдаттарына бағышланған обелиск тора. Уны Еңеүҙең 70 йыллығына Фаил Әбү-бәкиров инициативаһы ме-
нән И.Ф.Ғафаров булышлы-ғында ҡуйғандар.
Ишкилде Фазулла улы күмәк балалы ғаиләлә үҫә, хеҙмәт менән ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә. Апа-
ларының өгөтләүе ме-нән Сибай педагогия учи-лищеһына барып юлыға. Әммә уҡытыусы булырға теләмәй. Унан электромеханик һөнәре алып тормошта үҙ юлын һала. Оҙаҡ йылдар Сибайҙа «Универсал» йәмғиәтен етәкләне. Әле был эшен улы Илнурға тапшырған.
—Ҡатыным менән 17 йыл бергә йәшәп өлгөрҙөк. Улыма—16, ҡыҙыма 14 йәш булғанда ул мәрхүмә булды. Яңғыҙым үҫтерҙем, хәләл көс менән эшләргә, кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы, яр-ҙамсыл булырға өйрәттем. Беҙҙең «Универсал» йәм-ғиәте һыу, газ торбалары һуҙыу һәм башҡа инженер, төҙөлөш эштәре менән булыша. Эшләргә өйрәнһен тигән ниәттә улыма етәкселекте биреп ҡуйҙым. «Улым, алдыңда бәләкәй генә пенсия алған инәйҙе йә башҡа мохтаж кешене күрәһең икән, ташлама эшлә, ҡомһоҙланма. Был донъяла бөтә аҡсаны ла эшләп бөтөп булмай ул. Матди байлыҡ—бер көнлөк, кешелек сифаттарын юғалтма»,—тип тылҡып торам. Мин иһә улыма ярҙам итеп, шул тирәлә йөрөйөм. Ейән-ейәнсәрҙәр уңышына ҡыуанам, гел «5»-кә уҡыуҙарына һөйөнәм,—ти Ишкилде ағай.
Үҙ атайсалын яратҡан замандашыбыҙҙың хыялдары байтаҡ. Барыһы ла тыуған ауылы менән бәйле. Шуларҙың береһе—балалар өсөн майҙансыҡ эшләү. Аллаһы Тәғәлә һаулығын, ғүмерен бирһен, Ишкилде ағай уларын да бойомға ашырыр әле!

 

Эйе, кемдәр тыуған ауылынан ситтә йәшәп, уны бер минутҡа ла иҫтән сығармаһа, икенселәр шунда төпләнеп, көн дә уның йәшәйеше өсөн бар көсөн һала. Йәнйегет мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Хәмиҙә Ҡоланбаеваның ауылда абруйы көслө. Юҡҡа ғына уны ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуймағандар. Ҡайҙа барһа ла һүҙе үткән, халыҡты бергә туплай, ойоштора белгән Хәмиҙә Ғиззетдин ҡыҙын да
ауылдаштары маҡтап телгә ала.
—Ауыл халҡын бер-ләштереп, бер маҡсатта булырға әйҙәп, төрлө саралар уҙғарып, бағыусылар табып, көнитмешебеҙгә яңы һулыш өҫтәргә тырышып, дәртләнеп эшләгән старостабыҙға рәхмәтлебеҙ,—ти Урал Ҡаһарманов.
Хәмиҙә Ғиззетдин ҡыҙы ошо ауылдыҡы, ошо ауылға кейәүгә сыҡҡан. Ире Фаил Исрафил улы—фермер. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә уңышлы эшләй. Ҡоланбаевтар ғаиләһе менән ауыл терәге булып тора.

 

Мәҡәләмдең башында әйтеп үткәйнем, кесе Ватанын яратҡандар, ҡәҙерләгәндәр, уға тоғро ҡалғандар уны бар итә, йәшәтә, йәшнәтә.
Йәнйегет уңғандары кеүек һәр ауылда шундай патриоттар булһа, ауылдарыбыҙҙың киләсәгенә өмөт бар.

 

Тыуған ер берәү генә...
Тыуған ер берәү генә...
Автор:
Читайте нас