АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
2 Июль 2025, 06:40

Матур ауылдың күркәм ғаиләһе

Гөлиә менән Рәфис Мостафиндар—Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының өлгөлө йәш ғаиләләренең береһе. Икеһе ле Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән һәм ошонда уҡ төпләнеп, матур донъя көтә.

Матур ауылдың  күркәм ғаиләһеМатур ауылдың  күркәм ғаиләһе
Матур ауылдың күркәм ғаиләһе

Ғаилә башлығы—фермер улы, шуға күрә бәләкәй саҡтан ауыл хужалығы эшен белеп үҫә. Гөлиә Сәғәҙәт ҡыҙы уҡытыусылар ғаиләһендә тәр-биәләнә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп Сибай институтына уҡырға инә.
2010 йылда Мостафиндар тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Рәфис Биктимер улы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, Гөлиә Ҡашҡар ауыл биләмәһендә эштәр идарасыһы вазифаһын башҡара.
Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы баһадирҙай өс малай буй еткерә. Өлкән улдары Арслан Йылайыр гимназияһында 8-се клас-ты тамамлаған, спорт ярата, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уртансы улдары Сынтимер—Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы. Тик «5» билдәренә генә уҡый, мәсеткә йөрөй, аяттар ятлай. Тик тормаҫ кинйәкәүҙәре Ғәйсәр быйыл 1-се класҡа бара. Малайҙар аталарына оҡшап тыуған ерҙәрен, башҡорт атын ярата.
—Ауылда йәшәүе һис тә ҡыйын түгел, барыһы ла үҙеңдеке,—ти Гөлиә Сәғәҙәт ҡыҙы.—Күптәр нишләп ауылда ҡалдығыҙ, тип тә һорай. Эйе, ситкә сығып йәшәргә йәки эшләргә йәшерәк саҡта бер аҙ теләк бар ине, әммә тәүге улыбыҙ тыуғас, ныҡлы ҡарарға килдек. Ауылда үҙ көсөбөҙ менән күркәм йорт төҙөп сыҡтыҡ, ағастар ултыртыҡ, улдар үҫтерәбеҙ. Һәр береһенә эш тә етерлек, ҡулынан килгәнсә атайҙарына ярҙам итәләр, ҡыҙҙар булмағас, миңә лә булышып ебәрә улдарым. Бер-береһенә терәк, атайҙарына ярҙамсы булһындар, тип изге теләктәр генә теләйбеҙ.
Өс уллы Мостафиндар тыуған ауылдарын йәмләп, ағай-энеһен ҡыуандырып, бер-береһен тулыландырып йәшәүҙәре менән һоҡландыра.


Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас