АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
30 Июнь 2025, 11:50

Яугир әсәһенә—миҙал

Илһөйәр ул тәрбиәләгән әсәгә миҙал тапшырылды.

Яугир әсәһенә—миҙалЯугир әсәһенә—миҙал
Яугир әсәһенә—миҙал

—Бөгөн «Ватан һаҡсыһы Әсәһе» миҙалын Үрге Мәмбәт ауылынан Тәнзилә Һиҙиәт ҡыҙы Фәйзуллинаға ҙур ғорурлыҡ менән тапшырҙым. Уның улы, Фәйзуллин Нияз Мораҙым ул, махсус хәрби операцияның башынан уҡ үҙйөрөшлө артиллерия дивизионының орудие командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ул күп кенә ҙур ҡалаларҙы һәм бәләкәй ҡасабаларҙы, шул иҫәптән Мариуполь, Марьинка, Авдеевка, Курахово һәм башҡа тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Хеҙмәте өсөн Нияз Мораҙым улы 4-се дәрәжә «Изге Георгий Тәреһе» орденына һәм «Хәрби батырлыҡтары» өсөн миҙалына лайыҡ була,—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов һәм Тәнзилә Һиҙиәт ҡыҙына ысын ир-егет тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерә.

 

Яугир әсәһенә—миҙал
Яугир әсәһенә—миҙал
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас