

«Доға—кешенең ҡалҡаны»,—ти Сибайҙа йәшәүсе Торсонбаевтар һәм сирлеләрҙе доға ярҙамында өшкөрөп дауалауҙы хуп күрәләр. Дауахана юлдарын күп тапап та, диагноз ҡуйҙыра алмағандар нәҡ уларға ярҙам һорап килә.
Урал ағай сығышы менән Йылайыр районы Һултантимер ауылынан, Флүрә апай—Баймаҡ районы Ҡыуат ауылынан. Тәүҙә улар ауылда йәшәй, унан Сибайға күсеп киләләр. Эштә оптимәлләштереү башланып киткәс, Мәскәү тарафына сығып китәләр. Урал Әхмәтзиә улы баш ҡалала саҡта тибет массажын өйрәнә, уҡый, сертификаттар ала. Әле эске органдар түбәнәйһә күтәрә, нерв системаһын көйләй.
—Элек халҡыбыҙҙа дин көслө булған, ҡатын-ҡыҙҙар мотлаҡ яулыҡ ябынған. Хәҙер һәр кем асыҡ. Ә күҙ, һоҡ тейеү тигән нәмә бар, зәхмәт тә ҡағыла. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙең энергияны, русса әйткәндә биополены һаҡларға тейешбеҙ. Тирә-яҡтан йыйылған негатив уйҙар, ҡараштар кешене сирле итә. Һәр кем тыйылғандан тыйылып, доға уҡып, үҙен һаҡлаһа, сирлеләр аҙ булыр ине. Әммә кеше ышанмай. Һуңғы сиккә етеп, нимә эшләргә белмәй башлағас ҡына Аллаһты иҫенә төшөрә. Бына шундай саҡта беҙ ярҙамға киләбеҙ. Теләге булған кеше үҙе лә доға уҡып, өйөн артыш менән төтәҫләп таҙарынып алырға мөмкин. Мин күберәк тибет массажын ҡулланам,—ти Урал Әхмәтзыя улы.
Флүрә Сөнәғәт ҡыҙына иһә һәләт өләсәһенән бирелгән, ул да доға көсө менән дауалар булған.
– Был шөғөлгә тартылыуым, йәғни дауалау һәләтем бик күптән, бала саҡтан килә. Уҡыған осорҙа ла балаларҙы ҡарай, йәғни өшкөрә торғайным. Хәҙер ҙә кеше күп килә, яңы тыуған балаларҙы ла, атлай алмаған ололарҙы ла алып киләләр. Күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатында йәшәгәс, ҡайһы берәүҙәр баҫҡыс буйлап менә алмай. Ундай осраҡтарҙа туғандары килеп, өйҙәренә алып ҡайтып дауалата. Бер кемде лә кире ҡаҡмаҫҡа тырышам. Ышанмай көлөп ҡараусылар ҙа бар, һауығып рәхмәт әйтеүселәр ҙә етерлек. Өшкөрөлөргә килгәс, доға көсөнә ышанырға кәрәк, шунһыҙ булмай,—ти Флүрә апай.
Торсонбаевтар ярҙам һораусыларҙан хаҡ һорамай. Һәр кем үҙ теләге менән ҡул хәйере ҡалдыра. Халыҡ медицинаһы менән булышыу-сы замандаштарыбыҙ доға ҡылып ҡабул итә.
—Кешенең сиренә, хәленә ҡарап, төрлө доға үҙенән-үҙе телемә килә, шуға күрә һәр осраҡта һәр төрлө доға уҡыйым. Ҡөрьән аяттарының көсө иҫ киткес, туҡтамай илаған сабыйҙарҙы ла доға менән тынысландырып, сир-зәхмәттән аралап була,—ти Флүрә апай.—Кешегә бер күҙ һалыуҙан уның эске күңел торошон, холҡон тоям, айырыуса насар уйлы, тормошто, кешеләрҙе яратмай, күралмай йәшәгәндәр шунда уҡ беленә. Көнсөллөк, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу—бик насар ғәҙәттәр, тап шулар арҡаһында кешенең үҙенең тормошо боҙола, эштәре уңмай, юлдары ябыла. Кемделер рәнйетһәң, ул үҙеңә ауырыу булып ҡайта, шуны аңламай күптәр.
Торсонбаевтар фекеренсә, был донъяла изге уйҙар, изге ғәмәлдәр менән йәшәргә, үпкә йыймаҫҡа, асыу тотмаҫҡа, күңелдә алама уйҙар йөрөтмәҫкә кәрәк.
Шул сағында күп кенә сирҙәрҙе урап үтергә мөмкин.
Резеда Усманова.