АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
18 Июнь 2025, 13:50

Алтынға бәрәбәр ғүмер

Арабыҙҙа бер-береһенә ныҡлы терәк булып тормош һуҡмағынан үткән парҙарҙың йыш осрауы ғәҙәти күренеш. Улар гөрләтеп донъя көтөүҙәре, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүҙәре менән бәхетле.

Ауылдаштарының оло ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ ғаиләләрҙең береһе Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ауылында йәшәй. Ошо көндәрҙә Зиннур һәм Мәрфүғә Акиловтар алтын туйҙарын билдәләне.

Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр «батшалығы»нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәкәләр юҡ бында: аллы-күкле төҫтәрҙән күҙ сағыла, хуш еҫтәренән баш әйләнә, илаһи матурлыҡтан хайран ҡалаһың! Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алғанда, сәстәрең үрә торор. Үҙҙәре лә матурлыҡҡа ғашиҡ йәнле кеше генә тыуҙыра алалыр, тигән уйҙарым дөрөҫлөккә тап килде. Йорт хужалары менән яҡындан танышыу өсөн өйгә үтәбеҙ. Ысынлап та, Мәрфуға менән Зиннур Акиловтар ихлас күңелле, дәртле һәм алсаҡ кешеләр булып сыҡты. Әңгәмәбеҙ, әлбиттә, сәскәләрҙән башланды.

—Үҙем шул тиклем сәскәләргә ғашиҡ кешемен,—тип һүҙ башланы хужабикә.—Ҡыш көнө лә тәҙрәләремдә гөлдәр балҡып ултыра, ҡартым шаяртып: «Тәҙрәне бысратып бөтөрәһең, гөлдәрең менән»,—тип тә ҡуя. Иртән яҙҙан тәҙрә төптәрен тултырып сәскә үҫентеләрен ултыртам, көндәр йылыныу менән уларҙы баҡсама алып сығам. Аҙаҡ бер-бер артлы матурҡайҙар сәскә атып, күңелдәрҙе күтәрә. Сәскәләр минең йәшәү рәүешемә әйләнде тиһәң дә була. Улар өсөн мин һәр саҡ ваҡыт табырға тырышам. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәре шау сәскәгә күмелеп ултырмаһа, аш бүлмәһендәге лимоным емеш бирмәһә, ихатамдағы петуниялар, астра, георгин, лилиә, флоксы һәм башҡалар үҫмәһә, тормошомдоң бер яғы ситек булыр ине. Ә былай донъям да, тормошом да шау сәскә кеүек!

Мәрфуға Фазылйән ҡыҙының һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уның әйткәндәрен тормош иптәше Зиннур Зәйнулла улы ла йөпләй. Ата-әсәһенең был шөғөлөн тормошҡа ашырыуға улдары Рәмилдең дә ярҙамы ҙур. Әйткәндәй, ул һөнәре буйынса биолог. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының биология факультетын тамамлаған егет әле Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә биология фәненән уҡыта, ғилми эш менән шөғөлләнә. Йыл һайын уҡыусылары менән үҫемселекселек буйынса төрлө эҙләнеүҙәр үткәрә, тикшеренеүҙәр алып баар. Өфө Ботаника баҡсаһынан төрлө ирис бүлбеләре алып ҡайтып, ошонда уҡ тикшеренеү эшен башлаған. Баҡсаның бер өлөшөндә уларҙы ултыртып, һәр көн һайын тәрбиәләй. Күпме сантиметрға күтәрелеүен, ниндәй ашламаларҙы яҡшы ҡабул итеүҙәрен теркәй, төрлөсө эҙләнеүҙәр алып бара. Салауат Юлаев, Йүрүҙән, Ирәндек, Аҡмулла һәм башҡа исемдәр ҡушылған был ирис сәскәләренең төҫтәре лә төрлөсә. Әле Акиловтарҙың баҡсаһында иристарҙың ғына 20-нән ашыу төрө үҫә.

Йыл һайын төрлө сит илдәргә сәйәхәт итергә яратҡан Рәмил Зиннур улы йөрөгән ерҙәренән үҙенә оҡшаған гөлдәр алып ҡайтып, шуларҙы үҫтерә. Ҡояшлы Төркиәлә тамыр йәйгән яран гөлөнөң бер төрө Хәйбулла тупрағын да үҙ иткән.

Мәрфуға һәм Зиннур Акиловтар 2001 йылда яңы йорт һалып сыға. Ошоға тиклем «этажкала» йәшәгән ғаилә йорт алдын йәшеллеккә күмә. Баҡсалары йорт янында булһа ла, ошоға тиклем булған  дөйөм баҡсаларын ташламай, һаман булһа ҡарауҙарын дауам итә. «Ул да ғаиләбеҙҙең бер өлөшөнә әйләнде, кешеләр күптән дөйөм баҡсаны ташлап бөттө, нисектер йәл, уға хыянат иткән кеүек килеп сығыр, әгәр уны ташлаһаҡ»,—ти Акиловтар.

2015 йылдан алып Хәйбулла районында хаҡлы ялдағылар араһында «Ветеран ихатаһы»  исемле конкурс уҙғарыла. Уның тәүге еңеүселәре лә минең геройҙарым булып сыҡты. Улар 2015  йылда «Иң яҡшы ветеран ихатаһы» конкурсында Гран-при яулай.

Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән Мәрфуға Фазылйән ҡыҙы Әбүбәкер ауылы егете Зиннур Зәйнулла улы менән ғаилә ҡороуына ҡыуанып бөтә алмай. «Ғүмер буйы ашнаҡсы булып эшләнем, ауыр булды эшебеҙ. Иртә таңдан тороп кискә тиклем эшләргә тура килгән саҡтар ҙа булды. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, улдарыбыҙҙы ҡараны. Үҙе лә шофер булып эшләне, гөрләтеп донъя көттөк. Бабайыма шул тиклем рәхмәтлемен»,—ти бәхетле ҡатын. Шамил һәм Рәмил улдарына юғары белем биреп, ололарын башлы-күҙле итеп, әле өс ейән-ейәнсәр һөйөп ултыра улар. Хаҡлы ялда тигәс тә, Акиловтарҙы баҡса үҫтереп, сәскәләргә һоҡланып ултыра тип уйлаһағыҙ, тәрән яңылышаһығыҙ. Улар күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт көтә.

—50 йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтте лә китте,—ти ғаилә башлығы Зиннур Зәйнулла  улы.—Төрлө саҡтар булды, әммә бер-беребеҙгә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараныҡ, бер-беребеҙҙең эшенә иғтибарлы булдыҡ, аңлау менән ҡабул иттек. Ғүмер шул тиклем тиҙ үтә, һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, балалар!

Бына шулай һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был тормошҡа шатланып, балаларына ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп, донъяларын сыньяһауға әйләндереп, сәскәләргә һоҡланып, экологик яҡтан таҙа йәшелсәләр үҫтереп, экопродукттар әҙерләп, йәштәргә өлгө булып йәшәй улар.

Кәримә Усманова.

Һүрәттә: 50 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән Мәрфуға һәм Зиннур Акиловтар.

 

Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас