+30 °С
Болотло


Баймаҡ районының Басай ауылы егете, Махсус хәрби операция барышында һәләк булыусы Муллағәләмов Рөстәм Рәил улы менән хушлашҡанда, яугирҙең кәҫәһенән үҙе һаҡлап ҡына алып йөрөгән уҡыусы хаты табыла. Был хатты Билал урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, Күгиҙел ҡыҙы Айзилә Сирусина яҙған булған. Күңел йылыһы һалынған хаттар яу ҡырындағы ағайҙарға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етеп, йөрәктәренә дәрт-дарман, рухи көс өҫтәгәненә тағы ла инандыҡ.
Мәңгелек йоҡоларың тыныс, ҡараңғы гүрҙәрҙең яҡты, йәнең йәннәттә булһын яҡташ батыр яугиребеҙ. Яҡындарына сабырлыҡ, ил - йорт именлеге теләйбеҙ.