АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
16 Июнь 2025, 04:05

Һәр яҡлап һәләтле

«Балаңдың үҫкәс кем булырын белергә теләһәң, уның уйнағанына ҡара»,—тиҙәр. Бында дөрөҫлөк бар. Баймаҡ районы Байым ауылында буй еткергән Лилиә Шаһиғәлина бәләкәйҙән ауылындағы фельдшерҙың эшенә ғашиҡ булып үҫә.

Һәр яҡлап һәләтлеҺәр яҡлап һәләтле
Һәр яҡлап һәләтле


—Хаҡлы ялға сыҡҡансы әсәйем—уҡытыусы, атайым механизатор булды. Бер туғандарым әсәйебеҙ юлын һайлап, барыһы ла педагог һөнәрен һайланы. Мин дә 9-сы кластан һуң Өфөгә педагогия училищеһына барғайным ул, оҡшаманы. Ташлап ҡайттым да Сибай гимназия-интернатында уҡыуымды дауам иттем, унан һуң Сибай медицина колледжына уҡырға индем. Был йүнәлештә белем эстәү күңелемә ятты,—ти Лилиә Рәмил ҡыҙы.
Лилиә Шаһиғәлина 1999 йылда Сибай дауаханаһына эшкә килә, оҙаҡ йылдар гемодиализ бүлегендә шәфҡәт туташы була. Уны коллегалары ла, пациенттар ҙа үҙ итеп ҡабул итә, хөрмәт күрһәтә. Үҙ эшен яҡшы белгән, һәр кемгә итәғәтле белгес коллективта абруй ҡаҙана. Шулай маҡтаулы ғына эшләп, матур ғына йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ғаиләләренә ҡайғы килә. 2021 йылда өлкән улдары фажиғәле вафат була. Был ҡайғыны Лилиә күтәрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәс, эшенән китә. Күңел тыныслығын ҡул эшенән эҙләй. Тәмле-тәмле бәлештәр бешереп интернет аша һата, милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнә, оҫталыҡ дәресе лә алып бара. Буш торған массаж салонын һатып алып, подолог курсын үтеп, кешеләрҙе ҡабул итә лә башлай. Ире Батыр уны һәр яҡлап хуплап, күтәрмәләп тора. Яйлап Лилиә Рәмил ҡыҙы үҙенең яратҡан эшенә кире сыға. Әммә салонда ярҙамға мохтаждарҙы ҡабул итеүен туҡтатмай.
—Буш ваҡытымда кешеләрҙе ҡабул итәм. Аяҡ тырнаҡтарында, табандарында проблема булһа, кисектереү яйын табам, кәңәштәр бирәм, хатта, теләһәләр, педикюр эшләп ебәрәм,—ти Лилиә.
Был шөғөлө медицинаға яҡын булғас, айырыуса оҡшата ул. Мөмкинлек булһа башҡа ҡул эштәренә лә ваҡыт таба. Матурлыҡҡа ғашиҡ замандашыбыҙ концерт-театрҙарға йөрөргә, тәбиғәткә сәйәхәт итергә, ишек алдында гөл-сәскәләр үҫтерергә, тирә-йүндәге хозурлыҡ менән интернеттағы дуҫтарын һөйөндөрөргә һәм йырларға ярата. Әйткәндәй, мәҡәләләр, хикәйәләр,шиғырҙар яҙырға әүәҫ әсәһе Таңһылыу Вәлиеваның телһөйәрлеге Лилиәгә лә күскән. Интернеттағы социаль селтәргә матур-матур яҙмалар ҙа яҙып ҡуя. Теленән дә, ҡулынан да килә. Һәр яҡлап һәләтле булған шәфҡәт туташына артабан уңыштар теләп, һөйөнөп, һөйөндөрөп йәшәүен теләйбеҙ!

 

 


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас