

Эйе, һутлы, эре, тәмле еләкте ашауы ғына рәхәт, ә уны үҫтереүе күпме көс, тырышлыҡ талап итә. Әммә Салауат баҡсасылыҡ эшенең ауырлығына зарланмай. Был дөрөҫ тә, сөнки уны берәү ҙә был эшкә көсләп ҡушмаған, ул күңел ҡушыуы буйынса башлаған.
—Тәүҙә Йәнйегет мәктәбендә уҡыным, 9-сы кластан һуң Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәбенә (Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) барҙым. Ҡулға аттестат алғас, Санкт-Петербургка сығып киттем, унда С.М.Киров исемендәге урман-техник институтында инженерға уҡыным. Шунда Баймаҡ ҡыҙы Гүзәлде осраттым. Уның уҡып бөтөүен көтөп, Санкт-Петербургта бер йыл эшләргә тура килде. Ҡала тормошо миңә бөтөнләй ят ине, күңелем ауылға тартылды. Гүзәл уҡыуын бөткәс тә ҡайттыҡ, 2017 йылда өйләнештек. Ә 2019 йылда Йәнйегеттә йорт күтәрҙек. Өйҙө атай менән икәү эшләнек, ул һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, ҡул эшенә оҫта. Шуға һәр саҡ атайға таяна алам,—ти Салауат Азамат улы.
Арслановтар 5 йыл буйына Сибайға йөрөп эшләй. Салауат токарь була, ә Гүзәл—Сбербанк хеҙмәткәре. Ауыл ерен, баҡса эшен яратҡан ғаилә башлығы бер мәл еләк үҫтереп ҡарай һәм был уға оҡшап ҡала.
—Электән баҡса менән булышырға яратам. Студент саҡта ла каникулға ҡайтһам ерҙә соҡоноп йөрөй торғайным. Еләкте лә тәү тапҡыр атайҙарҙың баҡсаһында үҫтереп ҡараным. Яйлап интернеттан уны үрсетеү, күберәк емеш алыу серҙәрен, беҙҙең климатҡа яраҡлы сорттарын өйрәндем. Бишбүләк районына еләк үҫтереүсегә барып килдем, тәжрибә уртаҡлаштым, үҫентеләр һатып алдым. Краснодар өлкәһенән дә яҙҙырып алдым. Хәҙер миндә бер нисә сорт бар. Ремонтант сортлыһы бер миҙгелдә бер нисә тапҡыр емеш бирә, ә ҡалғандары бер генә мәл. Еләк эре булһын тиһәк, уларҙың бер туҡтауһыҙ ҡарап, тейешле ваҡытҡа барып еткәнсе сәскәләрен өҙөп торорға кәрәк. Уҙған йыл ямғыр күп булыу сәбәпле, еләктәр серене, ремонтант еләкте генә көҙгөһөн бер аҙ йыйып алдым,—ти Салауат.
Салауат Азамат улы тәүҙә
ауыл ситенән бер яланды кәртәләп, шунда күпләп еләк үҫтереп ҡарай. Хатта 2 тонна еләк һыйҙырырлыҡ һыуытҡыс йыһазы ала. Тик ҡырҙа һауа шарттары еләккә тап килмәй. Унда һалҡын, үтә дымлы булып сыға. Шуға ла үҙенең һәм атаһының йорто янындағы баҡсала үҫтерә башлай. Бында ышығыраҡ, ҡулайлы ла. Түтәлдәр рәт булып теҙелгән, еләктәр пленка аҫтында. Махсус түшәмдәр аҫтынан һыу торбалары үтә, өс көнгә бер һыу һиптерелә. Бында «Мурано», «Кабрилло», «Флорис», «Мальга» һәм башҡа сорттар үҫә. Береһе балаган эсенә урынлаштырылған.
—Эше күп. Еләк ултыртыу, түтәл таҙалау мәлендә өҫтәлмә кеше алырға тура килә. Башҡа ваҡытта ҡатыным, апай-һеңлем, атай-әсәйем ярҙам итә. Еләктәр бешеү менән йыйып алып Сибай, Баймаҡ, Аҡъяр,Темәс, Йылайыр баҙарҙарына йөрөй башлайым. Яратып алалар, сөнки мин бер ниндәй ҙә химикат ҡушмайым. Ғәҙәттә, ҡырҙан алып киленгән еләктәрҙе иртә яҙҙан, хатта ҡыш һаталар. Оҙаҡ һаҡланһын, ҡортламаһын өсөн уларға төрлө препараттар ҡушылған. Әлбиттә, был һаулыҡ өсөн зыянлы. Мин дә ҡоротҡостарҙан һаҡланыу өсөн биологик препараттар ҡулланам, тик емеш биргәнгә тиклем. Шуға экологик таҙа продукт тип әйтә алам. Баҡсалағы еләкте беҙ үҙебеҙ ҙә яратып ашайбыҙ, балаларыбыҙ кинәнә,—ти Салауат.
Йүнсел егет эш башлағанда 250 мең күләмендә махсус программаға ярашлы адреслы социаль ярҙам ала. Нәҡ шул аҡсаға яландағы баҡсаны булдыра. Тик ул үҙ-үҙен аҡламау сәбәпле, юҡҡа сыға. Башҡаса ярҙам һорағаны ла, алғаны ла булмаған. Әлегәсә барыһын да үҙ көсө менән атҡарып килә. Элекке «Сибай» сов-хозы бүлексәһенең тимерселек бинаһын һатып алып ремонтлаған. Бында Салауат баҡса эше өсөн кәрәк ҡоролмалар эшләй. Токарь тәжрибәһе лә ярап ҡалған, иретеп-йәбештереүгә лә өйрәнеп алған. Баҡсаны һөрөү, ерен йомшартыу һәм башҡа эштәр Салуаттың үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡоролмалары менән башҡарыла. Еләк миҙгеле тамамланыу менән ошо оҫтаханаһында тимер эше менән булыша башлай, заказдар ала. Ғөмүмән, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Салауат Арсланов бик һәләтле егет, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әйткәндәй, быйыл ҙур ғына теплицала ҡыяр ҙа үҫтергән, уны ла баҙарға сығарып һата. Тик киләсәктә был йүнәлештә эшләргә уйламай.
—Ҡыярҙы марттан үҫтерә башларға кәрәк. Һыуыҡ булмаһын өсөн төндәрен даими мейес яғырға тура килә. Эше икеләтә ауыр. Киләсәктә еләк үҫтереү майҙанын арттырһам отошлораҡ булыр, әле ул 60 сутый. Йәнә ҡурай еләге, ҡарағат үҫтерергә ниәт бар. Ауылда торһам да мал тоторға, картуф үҫтерергә ваҡытым юҡ. Ата-әсәйем 5 баш һыйыр, йылҡы тота, картуфын да сәсә. Улар ярҙам итеп тора, ә мин уларға булышам,—ти Салауат.—Тырышҡанда, ялҡауланмағанда, йоҡлап ятмағанда ауылда йәшәргә мөмкин. Бында иркен, тыныс, саф һауа. Ҡаланың яҡын булыуы ла һәйбәт. Балаларымды һәр иртән Сибайҙың «Ҡурай» балалар баҡсаһына алып барам, кис алып ҡайтам.
Әйткәндәй, йәш Арслановтар ғаиләһе бик рухлы. Улар балаларына матур исем һайлаған. Ҡыҙҙары—Мәҙинә, улдары—Тамъян. Улар ҙа үҫкәс милләтебеҙҙең аҫыл ул-ҡыҙҙары булыр. Йүнселлектәре, тырышлыҡтары, эшһөйәрлектәре, илһөйәрлектәре менән ата-әсәһенән ҡалышмаҫ, тип ышанабыҙ. Халҡыбыҙ яҙмышы үҙ ерен яратҡан, насар ғәҙәттәрҙән ары торған ана шундай йәштәр ҡулында икәнен онотмайыҡ!
Резеда Усманова.