Бына инде 10 йыл Зилә Романова Ғафури районының Родина ауылында почтальон булып эшләй. Эшемдә иң мөһиме — аралашыу, ауылдаштарыма ярҙам итеү һәм улар хаҡында хәстәрлек күреү, ти яҡташыбыҙ.
Республика почта хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Рәсәй Ауыл йәштәре союзы менән берлектә ойошторған «Ауыл почтальоны — 2025» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы кисә Мәскәүҙә «Рәсәй» милли үҙәгендә үтте.
Сара илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән (Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем) килгән 70-тән ашыу хат ташыусы һөнәре вәкилдәрен берләштерҙе. Һайлап алыу этабын үткән ҡатнашыусылар финалда үҙҙәренең һөнәри оҫталығын һәм эшкә ижади ҡарашын күрһәтте.
Был конкурста 50 000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙан почтальондар ҡатнаша ала ине. Конкурсҡа бөтәһе 3000-дән ашыу ғариза тапшырылды.
«Ауыл почтальоны» конкурсы Рәсәйҙең һанлы үҫеш министрлығы, ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында тәүге тапҡыр үткәрелде, төп маҡсаты – почтальон һөнәренең абруйын күтәреү.