Илдең тыныслығын емергән дәһшәтле һуғыш тураһындағы хәбәрҙәр, яҙмалар һәр ваҡыт йөрәкте, утлы мөһөр баҫҡандай, көйҙөрөп өтөп алыусан. Ә инде ҡанлы ғәрәсәтте эске яҡтан һүрәтләгәндәрен күҙ йәштәрен ҡоймай һәм тетрәнмәй уҡыу мөмкин дә түгел. Был йәһәттән билдәле яҙыусы, журналист, драматург Мөнир Ҡунафиндың былтыр З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә рус телендә донъя күргән «СВОими глазами. Страницы спецоперации» китабы—йөрәк яраһын тәрәнәйтеп, тыуған илебеҙҙе йәнен-тәнен аямай һаҡлаған бөркөттәребеҙ өсөн тәрән һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятҡан һәм рухыбыҙҙы үҫтергән тәүге йыйынтыҡтарҙың береһе.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында был китаптың исем туйы үтте. Китап байрамында автор—«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафин, күренекле шағир, прозаик һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, яҙыусы, уҡытыусы, публицист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡов, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының социаль координаторы Гөлназ Заманова, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр—Шәриф Ямантаев, Сәлимйән Италмасов, Фәрит Федоров, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студент егеттәре ҡатнашты.
Мөнир Сәхиулла улы «Шундай мәлем», «Ғүмер тигәндәре», «Тәңре өрөк ҡапҡанда», «Йөҙөп барған, ти, аттар дингеҙҙә», «Шаҡмаҡ ҡояш» исемле китаптары менән китап уҡыусыларының һөйөүен күптән яулаған автор. Ә 700 дана булып баҫтырылған «СВОими глазами. Страницы спецоперации» китабы уны бөтөнләй икенсе яҡтан—башҡорт яугирҙәренең йөрәк кисерештәрен тәрән тойған, психологияһын яҡшы аңлаған һәм уҡыусыны ла йөрәк ялҡыны менән ялмап алып, төптән тетрәндерә алған хәрби проза авторы булараҡ асты. Ил яҙмышына битараф булмаған ир уҙаманы ике тапҡыр махсус хәрби операция зонаһында була һәм үҙебеҙҙең егеттәрҙең батырлығына, саялығына, бигерәк тә түҙемлелегенә, берҙәмлегенә, бер-береһе өсөн ышаныслы таяныс булып хеҙмәт итеүҙәренә хайран ҡала, улар менән бер нисә тәүлек бергә йәшәп, һалдат һурпаһы эсеп ҡайта. Һәм ошо тетрәндергес осрашыуҙарҙан, күргән-кисергәндәрҙән алған йөкмәткеле мәғлүмәттәрҙе туплап, китап итеп сығарыуы— үҙе бер ҙур батырлыҡ!
Мөнир Сәхиулла улы китаптың яҙылыу тарихын былай тип һөйләне:
—Минән йыш ҡына: «Һуғыш тураһында яҙыуы ҡыйын түгелме?»—тип һорайҙар. Миңә 11 йәш булған саҡта өләсәйем үлеп ҡалды һәм ике йыл олатайым менән йәшәнем. Ул—Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Дан, Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «За отвагу» миҙалы бар ине. Олатайым ысын мәғәнәһендә герой ине. Мин бәләкәй саҡта һәр ваҡыт унан һуғыш тураһында һорай торғайным, ә ул һөйләр ине. Беҙ бәләкәй саҡта һуғыш тураһындағы киноларҙы ҡарарға, китаптар уҡырға яраттыҡ. Беҙҙең дә батыр булғыбыҙ килде. Шуға күрә малайҙар менән һуғыш уйнай башлаһаҡ, беребеҙҙең дә немец булғыһы килмәй торғайны. Шуларҙы хәҙер уйлайым да, бәләкәстән аңымда ла, аҡылымда ла, күңелемдә лә: «Беҙ көслө еңеүсе халыҡтың улдары!»—тигән тойғо булған, бала саҡтан илемде яратып үҫкәнмен, тип уйлайым. МХО-ға барыу был тойғоно тағы ла көсәйтте. Тәүге сәфәрем 2023 йылдың июнь айында булғайны. Ул ваҡытта һуғыш бөтөнләй икенсе ине: снарядтар, пуля тауышы ишетелеп тора ине. Ә 2024 йылда һуғыш бөтөнләй икенсе төҫ алғайны—квадрокоптерҙар ғына осоп йөрөй, беҙҙе төпкә үткәрергә бөтөнләй ҡурҡалар ине. Ә 23 йылда алғы һыҙыҡҡа тиклем барып еткәйнек. Йоҡлаған саҡта снарядтар шартлағаны ишетелеп тора ине. Тәүге барып ҡайтҡанда уҡ, нисек кенә мәғәнәһеҙ яңғырамаһын, миңә унда оҡшаны. Ни өсөн оҡшаны? Мин браттарҙың шул тиклем шәп булғанын, бер-береһе өсөн үлеп барған үҙ-ара ысын ирҙәрсә мөнәсәбәтте күрҙем. Улар араһында йөрөүе ышаныслы һәм рәхәт ине. Ҡурҡыуҙан бигерәк мин ошо батыр егеттәребеҙ өсөн ғорурланып, һөйөнөп ҡайттым. Шуға икенсе юлы ла барырға теләк белдерҙем. Яҙыуы ла еңел булды. Ләкин, икенсе яҡтан, отпускыға ҡайтҡан һалдаттар менән аралашһаң, улар ундағы ваҡиғалар тураһында бик һөйләп бармай. Ә тегендә улар менән блиндаждарҙа, окоптарҙа йөрөйбөҙ, кухняларҙа сәй эсәбеҙ. Шулай итеп әңгәмә бәйләнеп китһә, ике сәғәт эсендә асылып китәләр ҙә, йөрәген нимә өйкәй, нимә өсөн көйәләнә—бөтәһен дә ап-асыҡ итеп ярып һалалар ине. Уларҙың тарихтары шул тиклем тетрәндергес. Уларҙы мин телефондың диктофонына яҙҙырып йөрөнөм. Һуңынан—өйгә ҡайтҡас, шуны яҙып ултырған ваҡытта илап ебәрәһең, сөнки һөйләгән саҡта үҙҙәре лә илағаны булды. Ни генә тиһәң дә, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Китапты яҙғанда минең маҡсатым—мөмкин тиклем күберәк үҙ күҙҙәрем менән күреп, дары еҫен еҫкәп, пуля тауыштарын ишетеп, һалдаттар менән блиндаж-окоптарҙа булып, ысынбарлыҡты сағылдырыу ине,—тине ул.
—Үҙ теләгегеҙ менән МХО барған ерҙәргә барыу тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәрттеме?
—Ысынлап та, мин тәүге тапҡыр барғанда ҡарашым бөтөнләй икенсе төрлөрәк ине. Халыҡ араһында ла: «Нимәгә кәрәк ул?»—тигән фекерҙәр бар ине. Һуғышты үҙ күҙҙәрем менән күреү минең ҡарашымды бик ныҡ үҙгәртте. Беҙ китер саҡта аккредитация, инструктаж үттек, әйтелгәндән тамсы ла ситкә тайпылырға ярамағанын ныҡ итеп аңлаттылар, сөнки минаға баҫырға мөмкинһең. Һыу эсергә, ашарға ярамай. Беҙ барғанда сейәләр, еләктәр бешкән—тик уларҙы ашарға ярамай ине. Ағыулы түгел улар, ә яңылыш минаға баҫыуың мөмкин. Унда бер мулла бар ине. Позывнойы ла «Мулла» ине. Уның әйткәндәре мине тетрәндерҙе. Унан: «Ҡулыңда изге китап, һин бында нимә эшләп йөрөйһөң? Кеше үлтереү— ҙур гонаһ та инде»,—тип һораным. Ул миңә өгөт-нәсихәт уҡый башлар, тип уйлағайным, ул миңә ошолай тип яуап бирҙе: «Иманды ҡайһы саҡта мылтыҡ атып та һаҡлайҙар ул». Был эпизодты мин һуңыраҡ спектаклгә лә индерҙем. Ысынлап та, көнбайыш 1985 йылдарҙан алып беҙҙең мейебеҙҙе, күңелебеҙҙе үҙенең бысраҡлығы менән яулап алғайны. «Рәсәйҙе ҡорал, һуғыш менән еңеп булмаясаҡ, уны эстән күңелдәрен үлтерергә кәрәк»,—тигән фекер бар ине. Һәм уларҙың был эше барып сыға яҙҙы—бер быуын балалар үҙ илен яратмай үҫте. Үҙебеҙҙең илебеҙҙе, тарихыбыҙҙы юғалта яҙҙыҡ. МХО башланғас ҡына халыҡ берләште һәм фекере үҙгәрҙе. Хәҙер Шайморатов кластарына барһам, мин ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ тойғолары кисерәм, сөнки улар рухлы йырҙар йырлайҙар, илен яраталар. Илебеҙҙең матурлығына, бөйөклөгөнә һоҡланып йәшәй белергә генә кәрәк.
—Һеҙ МХО зонаһында күргәндәрҙең бөтәһен дә яҙҙығыҙмы, әллә һыйып бөтмәгәндәре ҡалдымы?
—Бөтәһен дә яҙып та бөтөп булмай. Минең компьютерымда «Китапҡа инмәгән эпизодтар» тигән файл бар. Өфөлә үткән презентацияла «Боцман» позывнойлырота командиры ла ҡатнашты. Ул: «Беҙ Гитлер фашизмының әшәкелеген беләбеҙ, ә быларҙың фашизмы тегеләрҙекенә ҡарағанда өс тапҡыр әшәкерәк»,—тип һөйләне.—«Уларҙы фашист тип кенә атап буламы икән? Кешелек сифаттарын юғалтҡан ҡәбәхәттәр. Бер мөгәрәпкә бер йәш ҡатынды бикләп киткәндәр. Ике йәш бала менән (береһе имсәк бала) өс көн һыуһыҙ, ризыҡһыҙ интеккән бисараларҙы һәләк итеү менән бергә, уларҙы ҡотҡарырға килгән беҙҙең егеттәрҙең дә ғүмерҙәрен ҡыйыр өсөн, мөгәрәп тирәләй күп итеп шартлатҡыстар һалып сыҡҡандар. Уларҙы зарарһыҙландырып, тотҡондарҙы ҡотҡарыу өсөн биш-алты сәғәт ваҡыт кәрәк булды. Мөгәрәпте асып сығарғас, һеҙ ундағы күҙ йәштәрен күрһәгеҙ! Бөтә егеттәребеҙ иланы». Һуғыш ни тиклем әшәке һәм мәғәнәһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, яҙыусы барыбер матурлыҡты һәм яҡтылыҡты күрергә тейеш. Ундағы егеттәр бошоноп йөрөмәй: мунса эшләй, картуф сәсә, госпиталь янында себештәр алып көтә. Яҙыусы ҡара янында яҡтылыҡты ла күрһәтергә тейеш.
—Мөнир Сәхиулла улы, һеҙҙең Фәнис Хөсәйеновҡа бағышланған «Бер ғүмер етмәй икән» исемле очерк геройыбыҙҙың данын Рәсәй кимәленә күтәрҙе һәм Рәсәй халҡын хайран иттте. Фәнис һәләк булғас, уның тыуған Тәтешле районы Яңы Ҡайпан ауылына барып уның әсәһе, ҡыҙы Әминә менән аралашып, һеҙ геройыбыҙҙың яҙмышын, биографияһын төптән өйрәнеп, халыҡҡа сығарҙығыҙ. Һәм Мәжит Ғафури исемендәге Өфө дәүләт академия драма театрында ошо әҫәр буйынса спектакль ҡуйылды. Уны Фәнистең әсәһе лә ҡараған һәм һеҙгә ниндәй фекер белдерҙе?
—Ысынлап та, Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы ла тамашаға килгән ине. Уға: «Был спектакль Фәнис тураһында ғына түгел, ә йыйылма образдар алынған»,—тип аңлаттым. Шулай ҙа спектакль һуңында ул сәхнәгә килеп сыҡты ла, актер Байегет Мөхәрләмовты оҙаҡ ҡосағынан ебәрмәне, уның уйынын үҙенең улына оҡшатып ҡарап ултырыуы хаҡында белдерҙе, герой образын һәләтле һынландырғанына рәхмәт белдерҙе. Әсә үҙе лә, сәхнәлә торған актерҙар ҙа, залдағы тамашасылар ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы...—тип һөйләне Мөнир Сәхиулла улы. Йәнле аралашыу ваҡытында яҙыусыға төрлө һорауҙар бирелде. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай Эрнст Хемингуэйҙың хәрби корреспондент булып йөрөгәнен, аҙаҡ «Прощай, оружие!» романын яҙыуы тураһында һөйләп, тиҙерәк һуғыш тамамланып, беҙҙең еңеүебеҙ тураһында Мөнир Ҡунафинға ла «Бәхил бул, ҡорал» тигән әҫәр яҙырға насип булһын, тип теләк теләне. Ә Хәйҙәр Тапаҡов Мөнир Ҡунафиндың батырлыҡҡа торош иткән бындай күләмле һәм фәһемле әҫәрҙәре ваҡытында лайыҡлы баһа алырға тейеш, тигән фекерен белдерҙе.
Кисәлә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр ҙә сығыш яһаны. Шәриф Ямантаевтың: «Был һуғыш тураһында бындай китаптың донъя күрмәүен теләр инем. Ләкин, һуғыш барғас, халыҡ ундағы ҡаһармандарҙы белергә тейеш. Был тормош үлгәндәргә түгел, ә тереләргә кәрәк. Һуғыш тураһында киноларҙан ҡарап белһәк тә, тегендә ул әллә нисә тапҡырға ҡурҡынысыраҡ. Һеҙгә уны күрергә яҙмаһын! Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек!»—тигән сығышына барыһы ла алҡышлап ҡул сапты. Сәлимйән Италмасов йәш егеттәр араһында патриотизмды үҫтереү буйынса төрлө саралар үткәреүгә күп көс һалған кеше. Ул «Штрафбат» киноһында бер поптың: «Родину защищать—это не грех!»—тип әйтеүе Мөнир Ҡунафиндың әйткән фекере менән уртаҡлығы хаҡында әйтеп үтте. Ә Фәрит Федоров шиғырҙар ҙа яҙа икән. Ул Ҡунафиндың үҙен ҡаһарман тип атаны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре МХО-ла ҡатнашҡан егеттәргә «Ағиҙел» журналының 1-се һәм 2-се һандарын бүләк итте.
Мөнир Ҡунафиндың «СВОими глазами. Страницы спецоперации» китабының исем туйы бик йөкмәткеле булды. Йәш быуын ысын һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән яҙыусының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаһа, кисәлә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тетрәнеүҙәре күҙҙәрендә ысыҡ тамсылары булып емелдәне. Тыңлауҙан ғына ла тәндәрҙе семерҙәткән һуғыштың ниндәй ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡ сығанағы икәнлеге аңдарға тағы бер тапҡыр үтеп инде, һәр кем эстән генә уның тиҙерәк тамамланыуын теләп таралғандыр, моғайын.
Айгөл Иҙелбаева.