

Сибай ҡыҙы Илфира Ибиканованың күпләп гөл-сәскәләр үҫтереп, уларҙы һатыуға сығарыуы осраҡлы ғына килеп сыға. Ә бәлки, осраҡлы ла түгелдер... Яҙмыш һәр кемде кәрәк юлдан үҙе йөрөтә тиҙәр ҙә бит әле.
Илфира Зөбәйер ҡыҙы ике юғары белемле. Төп һөнәре—иҡтисадсы. 15 йыллап ҡаланың стоматология поликлиникаһында бухгалтер булып эшләй. Шул осорҙа йорто янына гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан уңған хужабикәнең ишек алдына һоҡланмаған кеше булмай, хатта сәскә үҫентеһе һораусылар ҙа табыла.
—Бала сағым башлыса Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында үтте. Унда минең өләсәйем һәм ҡартатайым йәшәне. Ҡартатайым Йосоп Ноғаманов ауылда хөрмәтле кеше ине: Бөйөк Ватан һуғышын үткән ветеран. Ул оҫта баҡсасы булды, май айында уҡ ҡыярҙары өлгөрҙө. Ҡауын-ҡарбузына тиклем үҫтерҙе. Уның шул һәләте беҙгә, ейәнсәрҙәренә, күскән шикелле. Санкт-Петербургта йәшәгән ике туған һеңлеләрем дә баҡса үҫтерә,—ти Илфира.
Илфира һәр каникулын Таулыҡайҙа үткәргәс, өләсәһе менән ҡартатаһына ның эҫенә. Өләсәһе Мөслимә Әхмәҙи ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күскәс, уға был ҡайғыны күтәреү ауыр була. Йыл да әсәһе менән ҡәҙерлеһенә аят уҡытып, доғалар ҡылып ҡына ҡалмай, ҡәберен барып таҙалап, тәртипкә килтереп торалар. Бер мәл Илфира зыяратҡа петуния сәскәһе алып барып ултырта.
—Петунияны бөтә кеше лә үҫтерә алмай ул. Һәр сәскәнең үҙенә күрә «холҡо» бар. Һыу яратамы, йылымы тигәндәй—барыһын белергә кәрәк. Нимәһе ғәжәп: өләсәйемдең ҡәберенә петуния ултыртҡайным, шаулап сәскә атып үҫте лә китте. Ана шул мәлдән мин күпләп үҫтерергә кәрәк тигән ҡарарға килдем. Әлеге эшемә өләсәйем теге донъянан фатиха биргән тип ҡабул иттем һәм үҙмәшғүл булып теркәлеп, теплицаларҙа петуния үҫтереп һата башланым,—ти сәскәләр «батшабикәһе».
Әле Илфираның урамында өс теплица бар. Берәүһе йәшелсәләргә тәғәйенләнгән, икәүһендә сәскәләр үҫә. Унда ул декабрҙа эш башлап ебәрә һәм сентябрь аҙағына тиклем туҡтамай.
—Төп ярҙамсым—әсәйем, ул миңә һәр саҡ ярҙам итә, күтәрмәләп, хуплап тора. Уға рәхмәттәрем сикһеҙ! Тәүлегенә 24 сәғәт эшләйбеҙ тип әйтергә лә була, сөнки шунһыҙ булмай. Әле Сибай ҡалаһы Белов урамында кибет асып ебәрҙем, унда һатыусы тотабыҙ. Үҙемә Аҡъяр, Баймаҡ, Асҡар, Сибай баҙарына сығырға тура килә, ишек алдында ла эш етерлек. Башлыса петуния төрҙәрен һатам, башҡа сәскәләр ҙә бар. Ассортимент үҙгәреп, тулыланып тора. Беҙҙең климатҡа тап килгәндәрен яҙҙырып алам, теплицала үҫтерәм һәм үҫентеләрен һатам. Интернеттағы социаль селтәрҙә битләү алып барам, бөтә ассортименттар шунда күрһәтелә. Сәскә яратыусылар ҡыҙыҡһына, ҡарай, һораша. Ғөмүмән, миңә бәхетле кешеләр генә килә. Сөнки матурлыҡ, сәскә яратыусы—ул яҡты, нурлы, асыҡ кеше. Уларҙың бәхетһеҙ булыуы мөмкин түгел, тип һанайым. Тағы нимәһе иғтибарҙы йәлеп итә: һатып алыусылар араһында ир-егеттәр ҙә бар. Клиенттарымдың 30 проценты—көслө заттар, улар ҙа матурлыҡты күрә белә,—ти Илфира Зөбәйер ҡыҙы.
Сибайҙа ла, башҡа төбәктәрҙә лә Илфиранан башҡа сәскә менән сауҙа итеүселәр бар. Әммә улар эште туҡтатыу өсөн сәбәп була алмай.
—Беҙҙә сәләмәт конкуренция. Тәжрибә уртаҡлашабыҙ, хатта күмәртәләп орлоҡтарға заказ бирәбеҙ. Һәр кемдең үҙ клиенты, шуға беҙ конкуренция өсөн борсолмайбыҙ,—ти ул.
Илфираның хыялдары яҡты. Ул әле кибетенә һыуытҡыс алып ултыртҡан, бында гөлләмәләр ҙә һатыла. Киләсәктә флористика курстары алырға ла теләй.
—Үҙ эшен асам тигәндәргә ҡыйыу булырға һәм үҙ-үҙеңә ышанырға кәрәк. Башлап ебәрәһең икән, туҡтамаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа һәм ялҡауланмаҫҡа. Бына минең ял итергә лә ваҡытым юҡ. Шул октябрь-ноябрь айҙарында ғына тын алып ҡалам. Тырышып эшләмәһәң, һөҙөмтә булмаясаҡ. Минең килемдәр сығымдарҙы ҡаплай—был алһыҙ-ялһыҙ эшләү нәтижәһе,—ти Илфира.
Ҡарап тороуға ғына бөтә эш тә еңел тойола. Әммә һәр хеҙмәттең үҙ ауырлығы бар. Нескә генә сәскәләрҙе үҫтереү ҙә ныҡышмаллыҡ, егәрлелек талап итә. Ишек алдын биҙәргә теләп кенә сәскәләр үҫтерә башлаған Илфираның бөгөн тормошо шау сәскәнән тора. Үҙмәшғүллеген эшҡыуарлыҡҡа әйләндерергә теләгән эшлекле ханымдың тормошта тағы бер мөһим «сәскәһе» бар—ул да булһа ҡыҙы Йәмилә. Ул әле Санкт-Петербургта стоматолог һөнәрен үҙләштерә.
—Әлеге эш менән булыша башлауыма үкенмәйем. Был минең юлым, үҙемә оҡшай. Яратҡан эш—ярты бәхет. Миңә ләззәт биргән хеҙмәттең килем дә килтереүе икеләтә ҡыуаныслы. Ҡыҙыма лайыҡлы һөнәр биреп, тормошта уға терәк булыу өсөн бар тырышлығымды һалам. Мин кешеләргә матурлыҡ өләшеп йылмайтһам, ҡыҙым үҙ һөнәре менән уларҙың йылмайыуҙарын сағыуыраҡ итер, тип ышанам,—ти Илфира һәм тирә-яҡта бәхетле кешеләрҙең күберәк булыуын теләй.
Резеда Усманова.