—Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән атай-әсәйем мәҙәниәткә һәм сәнғәткә һөйөү һалды: атайымдың ҡурай моңдарына ҡушылып йырланым, бейенем, мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта үк район һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә һәм үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаштым. Ауылда үткән бер мәҙәни сара ла минһеҙ үтмәгәндер ул. Буласаҡ һөнәремде лә мәҙәниәткә бәйле булыуына ышана инем һәм, Ниғәмәт урта мәктәбен тамамлағандан һуң, һис бер икеләнеүһеҙ Силәбе дәүләт мәҙәниәт академияһының халыҡ хоры бүлегенә уҡырға индем һәм «Хор етәксеһе» һөнәрен үҙләштерҙем,—ти Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы.
Үҙе лә бик оҫта халыҡ йырҙарын башҡарған Рәмзиә Бәхтиеваға студент йылдары еңел бирелә: күберәк башҡа милләт йырҙарын өйрәнергә тырыша ул, бигерәк тә рус халыҡ йырҙарына күп иғтибар бирә.
Таулыҡай егете Рәшит Бәхтиев менән ғаилә ҡора һәм дәртле йәштәр 1988 йылда Салауат ҡалаһына эшкә йүнәлтелә. Баймаҡ йәштәре ҡалаға яңы һулыш, милли рух һәм дәрт алып килә: Салауат ҡалаһында беренселәрҙән булып «Йәншишмә» башҡорт балалар баҡсаһы һәм 25-се башҡорт гимназияһы асыуға тос өлөш индерәләр. Бөгөн башҡорт эстрадаһы һәм сәнғәтендә сағыу йондоҙҙар булып балҡыған ҡыҙҙары—Юлиә менән Зәлиә Бәхтиеваларҙы ошо мөхиттә тәрбиәләйҙәр, телгә, йыр-моңға һөйөү уятып, күңелдәренә халҡыбыҙҙың иң күркәм ҡомартҡыларын һалыуға ирешәләр. Бөгөн Зилиә Бәхтиева—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Юлиә Сибай концерт-берекмәһендә эшләй.
Улдары Салауат та апайҙарының юлын дауам итә, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлай, оҫта ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор, музыкаль продюсер.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигән һүҙҙәр Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙына ла хас. Төрлө фольклор байрамдары, мәҙәни саралар, конкурстар үткәреп кенә ҡалмай, үҙен дә бар яҡлап үҫтерә. 1995 йылда беренсе Башҡорт Ҡоролтайының тәүге съезында Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булараҡ ҡатнашып, Ҡоролтай сиктәрендә үткәрелгән «Ҡурай байрамы»нда ошоғаса бер ҡайҙа ла ишетелмәгән ҡумыҙҙа өзләп уйнауҙы тәҡдим итә һәм башҡорт халыҡ көйө «Сәриә» менән бар тамашасыны хайран ҡалдыра. 1997 йылда Салауат ҡалаһында башҡорт балаларын фатир буйлап тигәндәй йыйып, «Фатиха» фольклор ансамбле төҙөй.
1998 йылда рухлы ғаилә тыуған яҡтарынв—Баймаҡ районына күсеп ҡайта һәм Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһының Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә килә. Талантлы балаларҙы сәнғәт донъяһына алып сығарыуҙа уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур була, төрлө ойошма-учреждениеларға хор коллективтары төҙөүҙә, репертуар һайлауҙа ла Рәмзиә Бәхтиева ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. 2002 йылда үҙенең бер туғандарынан торған Хәсәновтарҙың халыҡ ғаилә ансамблен төҙөй һәм уны етәкләй. Ғаилә ансамбле Мәскәүҙә үткән «Рәсәй ғаиләһе» конкурс-фестивалендә ҡатнаша һәм еңеү яулай. —Ата-әсәйем иҫән саҡта ғаилә ансамблен төҙөп, уны етәкләүем менән бик бәхетлемен. Ҡасандыр улар беҙгә, балаларына, йыр-моңға, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләгән һәм уның һөҙөмтәһен күреү менән бәхетле булғандарҙыр. Мин уны әле үҙемдең балаларымдан сығып та әйтә алам. Артабан әллә күпме ансамблдәр төҙөп, етәкселек итергә тура килде, еңеүҙәребеҙ ҙә күп булды, әммә шул ғаилә ансамбле күңел түрендәге иң ҙур ҡыуаныс,—ти әңгәмәсем.
Рәмзиә Бәхтиеваның төрлө йылдарҙа яуланған уңыштарын барлап әллә күпме яҙырға була. Ул тыуған ауылы Түбәнге Яйыҡбай 2020 йылда иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡас, ғаиләһе менән ауылдаштарына бар яҡлап ярҙам итә, уларҙы еңеүгә дәртләндерә, төрлө мәҙәни саралар ойоштора. Һөҙөмтәлә, Түбәнге Яйыҡбай ауылы конкурста еңеү яулауға өлгәшә.
Халҡыбыҙҙәң ауыҙ-тел ижадына, онотола барған йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, им-томдарына һәр саҡ ҙур хөрмәт менән ҡараған, уларҙы ауылдарҙа йәшәгән ололарҙан һорашып, яҙып барған, төрлө видеояҙмаларға төшөрөп, махсус һаҡлап барған Рәмзиә Бәхтиева һуңғы йылдарҙа матди булмаған мәҙәни ҡомартҡыларҙы йыйыу буйынса Баймаҡ районының әйҙәүсе белгесе булып эшләй. Халҡыбыҙҙың ынйы-гәүһәрҙәре менән оло ихласлыҡ менән таныштырыуы—уның үҙ эшенә мөкиббән булыуына дәлил. Рәмзиә Бәхтиева им-томға оҫта халыҡ табиптары эшмәкәрлеген дә өйрәнә. Ул 2022 йылда Баймаҡ районында үткән «Ер ҡото» халыҡ дауалаусылары конкурсына район делегацияһын етәкләй һәм әле лә уларҙы эҙләй, матур видеояҙмалар төшөрө, мәғлүмәттәр туплай. Тап уның тырышлығы менән Баймаҡ районында онотала барған йолалар тергеҙелә, халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙарына, кейемдәренә ҡайтанан яңы һулыш бирелә, улар берәмләп тигәндәй республикабыҙҙың матди булмаған мәҙәни ҡомартҡылары реестрына индерелә. Тәү ҡарашҡа күптәр өсөн бик ябай эш кеүек күренһә лә, халҡыбыҙ ижадын, ғөрөф-ғәҙәтен туплау, уны барлау, тейешле кимәлгә еткереп, комиссия алдында яҡлап сығыш яһау еңелдән түгел. Әммә бәләкәйҙән халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына ҡарата һөйөү менән тәрбиәләнгән Рәмзиә Бәхтиева башҡаса булдыра ла алмай. Эшенән йәм, ғаиләһенән күңел бөтөнлөгө, балаларынан моң, дәрт, илһам, иренән һәр саҡ хуплау тапҡан Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙы бар яҡлап та бәхетле. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ал да нур сәс халҡыңа», Рабиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» миҙалдарына лайыҡ булған, йырсы ҡыҙҙар һәм ҡурайсы егет үҫтергән, ейән-ейәнсәрендә лә сәнғәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләгән, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлауға ҙур өлөш индергән замандашыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Кәримә Усманова.