

Рузил 2-се курста уҡый. 18 йәшлек егеттең Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыуы юҡҡа түгел. Ул уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Рүзил математика, анатомия, фармакология буйынса студенттар олимпиадаһында призлы урындар яулап килә. Шулай уҡ волейбол һәм еңел атлетика менән шөғөлләнә.
Рузил сығышы менән Әбйәлил районы Амангилде ауылынан. Т.Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһын тик «5»-кә тамамлаған. Мәктәп йылдарында ла олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан.
Буласаҡ медик өсөн табип- хирург Леонид Рошаль һәм Әбйәлил районы дауаханаһы табибы Ишмырҙа Һидиәтов өлгө булып тора.
Рузилгә уңыштар теләйбеҙ! Үҙ эшен яратҡан, уға тоғро хеҙмәт иткән оло йөрәкле табип булыр тип ышанабыҙ!