+24 °С
Дождь
Минең өсөн Тыуған илгә хеҙмәт итеү һәм ил мәнфәғәттәрен яҡлау – оло мәртәбә, тип билдәләне Артем Баймөхәмәтов.
«Ете ай элек мин илемә еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итеү өсөн хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә юлландым. Бының ни тиклем ауыр икәнен үҙемдә татыным. Еңеүгә өлөш индерә алыуыма шатланам. Беҙҙең һалдаттар — геройҙар. Уларҙың һәр береһендә герой рухы бар», — тине яугир.