АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
29 Май 2025, 05:30

Моңға ғашиҡ һылыу

Көйләмәгән, ниндәйҙер моңдо күңелендә һаҡламаған кеше юҡтыр. Йыр юлдаш та, серҙәш тә, иптәш тә. Мөғжизәле моңло донъя һәр кемде арбай. Бөгөн һүҙем ана шул йырлы бишектә бәүелеп, бәләкәйҙән әсәһе ыңғайына моңланып үҫкән Ләйсән хаҡында.

Моңға ғашиҡ һылыуМоңға ғашиҡ һылыу
Моңға ғашиҡ һылыу

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылының «Сулпан» балалар баҡ-саһында йөрөгән Ләйсән кес кенәнән йырға маһир булды. Моң донъяһына тәү һуҡмаҡты әсәһе һалһа, беренсе класҡа барғас, класс етәксеһе ҡыҙҙы Сибай ҡалаһына музыка йүнәлешендәге интернатҡа уҡырға бирергә тәҡдим итә. Ләйсән интернатҡа бара, уҡый, ҡанатлана, һәләтен арттыра. Артабан Өфөгә Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимна-зияға юллана. Был белем усағында ул тағы ла ныҡлыраҡ йыр серҙәренә өйрәнә, оҫталығын арттыра. Фольклор төркөмөндә уҡыуы отошло ла була. Ул 1996 йылда, 10 ғына йәшен-дә, республика кимәлендәге 2-се йәш музыканттар конкурсында ҡатнаша һәм 2-се урын ала. Конкурстың жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев уның һәләтен юғары баһалай һәм ошо йүнәлештә уҡырға һәм үҫергә тәҡдим итә. Ҡыҙҙың йырға булған һөйөүе тағы арта, дәртләнә. Яңынан-яңы конкурстарҙа үҙен һанап ҡарай. Интернатта уҡыған ваҡытта уға фольклорсы Ф.Камаев иҫтәлегенә уҙғарылған икенсе һәм дүртенсе фольклорсылар конкурстарында ҡатнашыу бәхете тейә. Икеһендә лә ул 2-се урын яулай.
1997 йылда «Ирәндек моңдары» конкурсында ҡатнашып, дипло-
мант булыуын да әйтһәм, Ләй-сәндең халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуын төҫмөрләрһегеҙ. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр бүлеге ойошторған конкурста ла уңышҡа өлгәшә. Ул «Иҫке Урал» көйөн йырлап 1-се урын яулай. Ошонан һуң уға Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева «Оҙон көй» бәйгеһендә ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай итеп, Ләйсән 2001 йылда «Оҙон көй» дипломанты булыуға өлгәшә.
Әлбиттә, Ләйсән тик йыр менән генә шөғөлләнмәй. Тормош уртаһында ҡайнап йәшәй, тик моңдан айырылмай.
—Мин ҡайҙа эшләп, ҡайҙа йәшәһәм дә кешеләр менән тығыҙ аралашырға тырышам. Төрлө һөнәр эйәләренә мәҙәни сараларҙы ойошторорға ярҙам итәм. Шуға ла миндә һәр тармаҡтың Маҡтау грамотлары бар. Ҡайһы саҡ дуҫтарым аптырап һорау биреп тә ҡуя: «Ниңә һиңә дауахана грамота бирә ул», «унда нимә эшләнең?». Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер, тиҙәр бит әле. Мин шулай һәр кемгә ярҙам итергә ашығам, ҡыҙым Зөлхизәгә лә шулай булырға кәңәш итәм. Ҡыҙым да йырларға ярата, конкурстарҙа ла ҡатнашҡаны бар, әммә үҙен юриспруденция эшенә бағышларға уйлай,—ти Ләйсән Усманова.
Ләйсән Миндеғәле ҡыҙы уңыштарына ҡәнәғәт булып, туҡтап ҡалырға уйламай. Сибай институтында белем ала, вокал оҫталығын үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта ул ҡаланың 10-ынсы мәктәбендә уҡытыусы- завуч булып эшләй. Ваҡыты нисек кенә тығыҙ булмаһын, йырлы тормошонан баш тартмай.Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу менән бер рәттән көйҙәр ижад итә. Әйткәндәй, минең дә шиғырҙарымды йырға һалды, рәхмәтлемен.
Йырға ғашиҡ ауылдашыбыҙ Ләйсән 2024 йылда «Башҡорт йыры» конкурсында 3-сө урын алғас, тағы ла илһамланып, дәртләнеп көйҙәр яҙа башланы. Ҡыҙына бағышлап йыр яҙырға ла хыяллана ул.
Ғөмүмән, йөрәгендә һандуғас йөрөткән Ләйсән Усманова-Яхинаға һоҡланабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!


Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.

Автор:
Читайте нас