АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
29 Май 2025, 06:23

Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡалдырҙы...

Кеше китә, эҙе ҡала... Учалы районында тыуып, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән билдәле скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов ҡаланың ғына түгел, республиканың тормошонда яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул арҙаҡлы шәхестәргә һәйкәл-бюстар ҡоя барып-ҡоя барып, шул рәүешле үҙенә мәңгелек дан һәйкәле ҡалдырҙы.

Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡалдырҙы...Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡалдырҙы...
Үҙ-үҙенә һәйкәл ҡалдырҙы...

Бөгөн беҙ Сибай институты алдындағы, ҡалалағы һындарға ҡарайбыҙ ҙа Хәйҙәр Ғариповты иҫкә алабыҙ. Тик бына әлеге лә баяғы бер бәлә: беҙ таланттарҙың ҡәҙерен иҫән сағында белеп етмәйбеҙ. Хәйҙәр Хәлидәр улы үҙ донъяһында янып йәшәне, эшенә мөккибән ине, беҙҙең редакцияға һуңғы килгән саҡтарында ҡулында гелән эскиз күрҙек. Ул Өфөлә Урал батырға арналған һәйкәлдәр композицияһы булдырырға хыялланды. Әммә уны хуплап, күтәрмәләп алған, финанс ярҙам күрһәткән кеше табылманы. Яңыраҡ республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров «Урал батыр» эпосы көнө булдырғас, «ҡылт» итеп иҫкә Хәйҙәр Ғарипов төштө. Аҙ ғына алдараҡ китмәнеме икән скульп-тор? Бәлки, мәшһүр эпосыбыҙға иғтибар артҡан мәлдә, батырыбыҙға мөһабәт һәйкәл дә ҡалҡыр ине.
Эйе, Хәйҙәр Ғарипов ҡулдары менән бик күп һындар булдырылды. Сибай ҡалаһының ял итеү урындарында, скверҙарҙа төрлө бюстар, скульптураларҙың булыуын халыҡ һәм килгән ҡунаҡтар күреп-белеп йөрөйҙөр. Таусылар проспектында беҙҙе ғорур Салауат Юлаев һыны ҡаршы алһа, Белов урамында—Советтәр Союзы Геройы Федор Иванович Белов бюсы, Чайковский урамында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған мемориал тора. Ә инде Сибай институты алдында уҡыу йорто студенттарын, килгән ҡунаҡтарҙы һәр көн Шәйхзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәтша Буранғолов һыны сәләмләй. Әйткәндәй, был бюстар дауамлы булырға тейеш була. Тик барыһы ла эшләнеп бөтөлмәй, скульптор 2020 йылда вафат булды.
Күптән түгел, 18 май—Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан, Сибай институтында билдәле скульпторға арналған музей асылыуы бик мәртәбәле ғәмәл булды. Ул ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейы, уҡыу йортоноң 35 йыллығы сиктәрендә ойошторолдо.
Музей асыу идеяһы бынан ике йыл элек тыуа. Скульпторҙың ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың, Сибай ҡалаһы башҡорттарының ул саҡтағы ҡоролтай рәйесе Роза Бикбованың инициативаһынан баш алған күркәм идеяны Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы коллективы бик матур итеп тормошҡа ашырҙы. Уҡыу йорто директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовтың талапсанлығы, институтының матбуғат менән бәйләнеш хеҙмәткәре Рәүилә Сәфәрғәле ҡыҙы Хәсәнованың барыһын туплап, ойоштора белеүе арҡаһында музейҙы асыу тантанаһы бик матур булды. Ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованы, Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Рәсим Раил улы Солтангәрәевты, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөдәрис ҡыҙы Бүләкованы, Учалы районы ра-йон Советы секретаре Зариф Гадинан улы Ғариповты, Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолованы, скульпторҙың элекке коллегаларын—Сибай сәнғәт колледжы хеҙмәткәрҙәрен Хәйҙәр Ғарипов эшләгән бюстар янында һәр һын хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп ҡаршы алдылар. Артабан музей урынлашҡан бина янында тантаналы сарала бюст-һәйкәлдәр оҫтаһы Хәйҙәр Хәлидәр улын һәр кем яҡшы яҡтан хәтеренә алды, уның эшмәкәрлегенә, ижади эшенә баһа бирҙе, үткәндәрҙе байҡаны.
—Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов ғәжәп бай фантазиялы, ижади илһам менән янып йәшәгән талантлы скульптор булды. Уның йөрәге аша үткәреп оҫта ҡулдары менән һынландырылған бик күп һәйкәлдәре, бюстары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә урынлаштырылған. Беҙҙең институт алдында булдырылған «Арҙаҡлы шәхестәр аллеяһы»нда урынлаштырылған 6 бюстың 5-һенең авторы—Хәйҙәр Ғарипов. Уның ижадына иғтибар итһәк, шул айырым иғтибарға лайыҡ: ул башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәрен данлай, тарихты ихтирам итә һәм киләсәк өсөн эшләргә тырыша. Беҙҙең был фекерҙе ҡала скверына ҡуйылған Салауат Юлаев бюсы ла дәлилләй. Әйткәндәй, был сквер ҙа Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Хәйҙәр Хәлидәр улының тормошҡа ашырылмай ҡалған бер хыялы—Урал батырға һәйкәл ҡуйыу уйы—уның илһөйәрлеген дә күрһәтә,—тине үҙ сығышында институт директоры И.С.Хәмитов.
Прозаик, драматург, Башҡор-тостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юла-ев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡа-
ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таң-сулпан Ғарипованың сығышы йылы тәьҫораттарға бай булды.
—Хәйҙәрҙең ижад юлы беҙҙең ғаилә тормошо аша үтте. Йәш кенә саҡта таныштыҡ. Ул Өфө сәнғәт училищеһына тәүге йыл уҡырға инә алмағас, Ҡаҙағстан тарафтарында бер йыл йөрөп килә, аҙаҡ баш ҡалала төҙөлөштә эшләне. Әммә рәссам булыу теләге уны бер минутта ташламаны. Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашыуыбыҙ һаман иҫтә. Ләйсән ямғыр яуа ине. Шунда ул миңә үҙе яҙған шиғырҙы һөйләне:
Урал батырҙы үлгән тиҙәр,
Уның үлгәндәрен кем күргән?
Әгәр үлгән булһа, үлгәндәрҙең
Гүрҙән сыҡҡандарын кем күргән?
Шулай тине лә: «Мин ошо Ағиҙел ярына Урал батыр һәйкәлен ултыртасаҡмын»,—тип өҫтәп ҡуйҙы. Шул саҡта уҡ уның шундай бөйөк хыялы бар ине. Аҙаҡ беҙ Нестеров исемендәге музейға барҙыҡ. Хәйҙәр миңә бында һәр нәмәне тәфсирләп һөйләне. Төҙөүсенең шул тиклем белемле, мәғлүмәтле булыуына иҫем китте. Ҡайҙан беләһең тип һорағайным, 8-се кластан ситтән тороп Мәскәү художество студияһында уҡыуын әйтте. Бәләкәй генә ауылдан бер малайҙың шунда уҡыуын уйлап ҡарағыҙ әле! Хәйҙәр маҡсаттарына тоғро ҡалды. Уҡырға инде, белем алды, янып ижад итте. Ауыр шарттарҙа эшләне, ҡайһы бер оҫтаханаларҙан уны ҡыуып та сығарҙылар, ҡайһы бер һындар юғалып та бөттө, бәғзеләре балсыҡ килеш ҡатып ҡалды, сөнки формаға ултыртып, артабан эшләп бөтөргә финанс булманы. Муса Мортазинды ла эшләгәйне бит ул. Порт-ретты дөрөҫ тота белде, реалист ине. Ҡайһы бер дуҫтарына шәхси бюстарын да эшләп бирҙе. Уҡыу бөткәс, Баймаҡҡа эшкә ҡайттыҡ. Уны сәнғәт мәктәбенә директор иткәйнеләр, әммә тыуған яғын һағынды. Унан Учалыла йәшәнек, унда музей булдырҙыҡ. Унда Хәйҙәрҙең эштәре бик күп. Тыуған ауылына 9 метрлыҡ һалдат һыны ҡуйҙы. Аҙаҡ Сибайға килдек. Бында ла илһамланып эшләне. Мин һәр саҡ уға ярҙам иттем, хатта үҙемә түгел, уға күберәк иғтибар бирҙем, уның хыял-пландары менән йәшәнем. Эйе, холҡо ярһыу ине, ул «түңәрәктәргә» һыйманы, үҙ һүҙле ине, һәр саҡ шул түңәрәктәренән «өсмөйөштәре» һерәйеп сығып торҙо. Ижад кешеләре шулай була ла инде, уларҙың айырым бер донъя бит ул. Хәйҙәр миңә: «Таңсулпан, башҡа ҡатындар ире алып ҡайтҡан аҡсаны һанап алып ҡына ултыра, ә һин минең менән бергә эшләйһең»,—ти торғайны. Икәү бергә бик күпте күрҙек, күп һынауҙар үттек. Миндә бер бокал бар, унда «За каждым мужчиной стоит женщина, этой женщиной была ты, Тансулпан» тип яҙылған. Хәйҙәр уны миңә бүләк иткәйне. Шуны музейға тапшырам,—тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы һәм музей асыуға көс һалыусылар ҙур рәхмәттәр еткереп, киләсәктә музейҙың тулыланыуына ышаныс белдерҙе.
Ысынлап та, һәр бер сығыш яһаусы матур хәтирәләр генә әйтеп ҡалманы, ә үҙендә ниндәйҙер фото йә башҡа иҫтәлек барлығын әйтеп, уны музейға тапшырырға һүҙ бирҙе. Яңы ғына асылған музей бик ыҡсым, унда оҫтаның ҡайһы бер ҡул эштәрен, эскиздарын, фотоларын, уның хаҡындағы гәзит яҙмаларын күрергә була. Шулай уҡ музейға ҡуйылған экран аша уның Сибай институты алдына ҡуйған бюстарын тантаналы асыу видеояҙмаларын күрергә мөмкин.
Әйткәндәй,
был уҡыу йортонда дүртенсе музей.
Йәштәр уларҙы ҡарап, өйрәнеп, һабаҡ алып, илһөйәр шәхестәр булып үҫерҙәр һәм тормошта яҡты эҙ ҡалдырыу өсөн тырышырҙар, тигән ышаныстабыҙ. Ә беҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүе менән үҙенә матур «һәйкәл» ҡуйып китеүсе һәйкәлдәр оҫтаһын онотмаҫҡа, бюстар янынан үткән һайын уның рухына доғалар ҡылып, рәхмәттәр әйтеп, яҡты уйҙар менән иҫкә алырға бурыслы.

 

 


Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас