+30 °С
Болотло


Мартта Өфөлә үткән форумда Йылайыр районы Япарһаҙ ауылынан Рәйсә Байбаҡтинаны тәбрикләнеләр. Ул - ысын геройҙар үҫтергән әсә. Үкенескә күрә, ике улы махсус хәрби операцияла һәләк булған.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ярҙамы менән уның өсөнсө улы Ильвир ҡайтарылды. Яугиргә "Ил терәге" наградаһы бирелде. Ә Рәйсә Байбаҡтинаға лайыҡлы улдар тәрбиәләгәне өсөн депутат Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ильвир ҡатыны менән ике ул үҫтерә. Яҡташыбыҙ әле тыуған яҡҡа яҡын ерҙә хеҙмәт итә. Ил - йортобоҙға тыныслыҡ килһен!