

—Үҙегеҙ менән яҡындан та-ныштырһағыҙ ине?
—Хәйбулла районының хозур тәбиғәтле Ғәлиәхмәт ауылында донъяға килгәнмен. Йыр-моңға ғашиҡ Ырыҫбикә һәм Ҡәйүм Илбаҡовтарҙың ишле ғаиләһендә йома көндә тыуғанғамы, ата-әсәйем Йомабикә тип тә, Ҡорбан байрамы уңайынан Ҡорбанбикә лә тип исем ҡушырға уйлайҙар. Шул тик-лем илаҡ булғанмын, тиҙәр. Төрлө исемдәргә туҡталып та, һайлай алмағастар, әсәйем: «Мәмдүҙә исеме оҙон ғүмерле, шатлыҡ өләшеүсе мәғәнәһендә. Ҡыҙыбыҙға Мәмдүҙә тип ҡушайыҡ, әйҙә илаҡ ҡыҙыбыҙ үҫкәс йырсы булып, кешеләргә шатлыҡ өләшһен»,—ти. Әсәйемдең юрағаны юш килгәндер күрәһең, ысынлап та, бар күңелем менән кешеләргә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп, йырҙарымды бүләк итеп йәшәйем.
—Күптәр Башҡортостандың ха-лыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Ишморат Илбаҡов бер туған ҡустығыҙ икәнен белмәй...
—Хәҙер беләләр. Баштараҡ белмәй инеләр. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла сәнғәтте, мәҙәниәтте үҙ иткән, йыр-моңдо яратҡан кешеләр. Шуға күрәлер осрашҡанда беҙҙең табыныбыҙ һәр саҡ ҡурай моңдарына сорналып, йыр-моңға үрелеп бара. Ҡустым Ишморат минең шәхси концерттарымда килеп сығыш яһаһа, мин уның тамашаларына йөрөйөм, шәхси үткән концерттарында үҙебеҙҙең махсус сығарылған йырҙарҙы башҡарабыҙ.
—Махсус яҙылған тигәндәй, ниндәй йырҙар улар?
—Атайым Ҡәйүм ҡартты яҡындан белгәндәр шул тиклем мәрәкәсел, юморға бай, йырҙарҙың тарихын белеп, халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыусы булараҡ белә. Беҙ ҙә уның йырҙарын тыңлап, унан өйрәнеп, ҡыҙыҡлы хәлдәрен ишетеп үҫтек. Уның шул тиклем халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын оҫта башҡарыуы тураһында һәр кемдән ишетә торғас, Франгиза киленебеҙ «Ҡәйүм ҡарт» исемле шиғыр яҙып, Ишморат көй сығарып та ҡуйҙы. Атайыбыҙҙың «Иха-хай» таҡмаҡтарын үҙем етәкләгән «Миләш» ансамбленең оҙаҡ йылдар репертуарынан төшмәй. Икеһенә лә бик матур клип төшөрҙөк, тамашасылар зәңгәр экрандарҙан күргәне лә барҙыр.
Ишморат ҡустыбыҙ ғаиләлә иң бәләкәй бала булғанлыҡтанмы, барыбыҙ ҙа уны һөйөп кенә үҫтерҙек, иркәләттек тигәндә лә була. Мине «Мәңкәй» тип үҙенсә яратып өндәшер ине, Мәмдүҙә апай тип әйтеүе ҡыйыныраҡ булғандыр инде. Әле лә яратып «Мәңкәй» апай тип әйтеп ебәрә ҡайһы саҡта. Аҙаҡтан миңә арнап көй сығарҙы, был хаҡта Әлнисә Алдырханова белеп ҡалғас, тиҙ генә шиғыр яҙып та ҡуя. Һәм «Мәмдүҙәкәй-Мәңкәй” тигән йыр барлыҡҡа килде.
—Бәләкәйҙән йыр-моң яратып, киләсәктә сәнғәт юлынан китергә хыялланған ҡыҙҙың кинәт умартасыға уҡырға барыуы күптәрҙе аптыратҡандыр ул?
—Әлбиттә. Минең ул аҙымымды хатта ата-әсәйем дә, туғандарым да ҡабул итмәй, аптырап ҡалдылар.
Атайым ата-бабаларҙан ҡалған ҡортсолоҡто дауам иткән төбәктә билдәле умартасыларҙың береһе булды. Әле уның шөғөлөн балалары, ейәндәре уңышлы дауам итә. 1977 йылда мәктәпте тамамлап, документтарымды Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып барам тип ҡыуанып йөрөгәнемдә, кемдәрҙер хөсөтлөк менән атайымдың умарталарын ағыулап китә. Бал ҡорттарының ҡырылып ятыуын күреп, атайымдың хәле бөттө, күңеле төштө. Нисек тә уға ярҙам итеү теләге ныҡ көслө ине: ҡайтанан ҡорсолоҡ шөғөлөн яйға һалыу, умарталарҙа бал ҡорттарының шаулап бал йыйып йөрөүен күрергә тейеш тигән ниәттән гәзиттәрҙән иғландар эҙләй башланым. Ни күрәм: Өфө районының Михайловка ҡортсолоҡ училищеһына уҡыусылар йыялар. Киттем уҡырға, бәләкәйҙән атайҙан күреп үҫкәнгәлер ҡортсоға уҡыу еңел бирелде. Артабан ситтән тороп Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерҙем. Дипломлы белгес булып тыуған яғыма, «Салауат» колхозына эшкә ҡайтып төштөм.
Бал ҡорттарының ни тиклем уңған булыуҙарына һоҡланып, уларҙың безелдәшеп осоп китеүҙәрен, көн буйына бал йыйып, кискә умарталарына ҡайтып инеүҙәрен күҙәтеүе—үҙе бер сихри күренешкә тиң ине. Күңелемдән әкрен генә мөңгөрләп башлаған көй, аҙаҡ үҙем дә һиҙмәҫтән тышҡа бәрелеп сығыр ҙа, тирә-яҡҡа таралыр ине. Иптәштәрем эштәрен ташлап, мине тыңлап тороуҙарын күреп, нисектер уңайһыҙланып китә торғайным. Зоотехник булараҡ, малҡайҙарҙың әллә күпме мөңрәүҙәренән үҙемә моң алып, уларға ҡарап йырлап ебәргән саҡтарым да булды. Хәҙер уйлайым да: йөрәгем тулы йыр-моң даръяһы шулай итеп урғылып сыҡҡандыр, тием. Ауылда бер аҙ ҡортсолоҡ эшен дә, мал табибы булып йөрөгәндән һуң, кинәт тормошомдо ҡырға үҙгәртеп, ике апайым ғаиләләре менән йәшәгән Свердловск өлкәһенең Качканар ҡалаһына сығып киттем һәм заводҡа эшкә төштөм. Сит ерҙә үҙебеҙҙең матур тәбиғәтебеҙҙе, йәмле Һаҡмар буйҙарын, ата-әсәйемде һағынам шул, был юлы күңелемдән һағынышлы йырҙар урғыла. Түҙмәй, кире тыуған яҡтарыма ҡайтып киттем.
Ауылға ҡайтҡас, Абдулхаҡ Игебаевтың «Һаҡмарымдың һары талдары» тигән шиғырына көй яҙҙым. Туғандарыма йыр яҙыуым тураһында әйткәс, бер аҙ ышанмайыраҡ көлөмһөрәп кенә ҡуйҙылар. Аҡрынлап күңелгә көй килә, йыр яҙыла, әммә берәүгә лә өндәшмәйем, көйҙәремде күбеһенсә күңелемдә һаҡлайым. Оҙаҡ йөрөп булманы ауылда, көҙгә ҡарай Өфөгә киттем, моторҙар эшләү заводына эшкә урынлаштым. Әммә күңелдәге хыял тынғылыҡ бирмәй, төртөп тик тора бит. Тәүәккәлләп, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә документтарымды тапшырып, имтихандар бирҙем. Әммә бында ла ябай ауыл ҡыҙы өсөн һынауҙар көтөп торған: имтихандарҙы 4 һәм 5 билдәләренә тапшырһам да, конкурс-тан үтмәгәнемде белдем һәм документтарымды Стәрлетамаҡ культура-ағартыу техникумына тапшырҙым.
—Һәм ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡлы ла студент тормошо башланды...
—Бөгөн ҡыҙыҡлы, әммә ул ваҡытта үтә ныҡ ҡыҙғаныс булғандыр. Ауыл балаһы ниндәй нота белһен инде, бер ниндәй нота белмәйем, музыка инструменттарында уйнаған юҡ. Училищела фортепьяно аҙ, өйрәнеү өсөн сират. Мин бөтөнләй уйнағаным юҡ, әммә уҡырға теләк бар. Бөгөн уйлайым да ул мәлдәрҙе, үҙемдең ныҡыш булыуыма хайран ҡалам. «Ҡара тырыш» булғанмын шулай ҙа...
Көндөҙ сират етмәгәнлектән, фортепьяноға өйрәнеү өсөн төндә училищела ҡала башланым. Төнө буйы ныҡышып ноталар буйынса өйрәнәм дә таңға ҡарай кабинет бүлмәһендәге иҙәнгә түшәк түшәп кенә ебәреп, ятып йоҡлайым, иртәнсәк дәрескә инәм. Өйрәндем шулай ҙа, ноталарҙы белгәс хатта баянда ла уйнауы ла ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
—Хеҙмәт юлығыҙҙы тыуған яғығыҙҙа башлағанһығыҙ...
—Эйе. Сиҙәм ауыл мәҙәниәт йортонда бер аҙ эшләгәс, район мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп саҡырҙылар. Ир-егетттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле төҙөп ебәрҙем, дәртләнеп эш башлаған сағым. Ул саҡтарҙа йыш ҡына агитбригадалар менән ауыл хужалығы эшсәндәре алдында сығыш яһай инек, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ.
Юғары белем алыу теләге Силәбе ҡалаһының сәнғәт һәм мәҙәниәт институтына алып килде. «Рус халыҡ хоры» бүлегенә имтихандар тапшырғанда, әллә мине йәлләнеләр, әллә уҡырға инә алмаҫ, тип уйланылармы, «национальный кадр» тип зачетта башҡортса йырларға рөхсәт иттеләр. «Зөлхизә», «Һандуғас», «Ғилмияза» йырҙарын башҡарҙым һәм ипләп кенә уларҙы күҙәтәм. Күңелдәренә үтеп инде йырҙарым, урыҫ хорында башҡорт балаһы уҡый алмаҫ, тип уйлаған булһалар ҙа уҡыу йортон бик уңышлы тамамланым.
1995 йылда Сибай педагогия училищеһына эшкә килдем һәм бер үк ваҡытта ҡаланың гимназия-мәктәбендә вокал, хор һәм йыр дәрестәрен алып барҙым. «Ирәндек моңдары» конкурсына үҙ уҡыусыларымды әҙерләп, сығара башланым, улар бәйге һайын урын алып ҡыуандыра барҙы. Бөгөн уҡыусыларымдың тотош бер быуыны барлыҡҡа килде тиергә лә була. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһында үткән «Оҙон көй» республика конкурсында, «Башҡортостан йондоҙҙары», «Сәңгелдәк», «Сулпылар» конкурстарында үҙем етәкләгән ансамблдәр ҙә, солистарым да һәр саҡ призлы урын алды.
—Үҙегеҙ етәкләгән «Миләш» ансамбле тураһында ни әйтерһегеҙ?
—«Миләш»тәремде мин үҙемдең балам кеүек күрәм. Сөнки үҙем ойоштороп бөгөнгө көнгә тиклем етәкләүемә бик шатмын. Ансамбль 2000 йылда барлыҡҡа килде, быйыл уға—25 йыл. Бында ҡаланың төрлө тармағында эшләүсе, йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Һөнәрҙәре төрлө булһа ла, күңелдәре менән йырларға ярата әхирәттәрем. Әлбиттә, килеп, бер нисә йылдан һуң төрлө сәбәптәр арҡаһында китеүселәр ҙә осрай. Ансамблдә быуындар бәйләнеше дауам ителә, үҙенең династияһы барлыҡҡа килде, үҙ тарихы, үҙ еңеүҙәре, үҙ йырҙары бар. Бөгөн «Миләш»кә 20 кеше йөрөй, ҡалала үткән һәр сарала ҡатнашабыҙ, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулайбыҙ.
Шулай уҡ «Азамат» ир-егеттәр вокал ансамблен дә ойошторған инем. 2010 йылда «Юлдаш» йыры конкурсында Гран-при яулаған инек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында ансамбль тарҡалды.
—Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы, һеҙ шулай уҡ йырҙар ҙа ижад итәһегеҙ. Композиторлыҡ һәләте ҡайҙан килә?
—Атайымдандыр. Сөнки бәләкәйҙән атайымдың сығарған таҡмаҡтарын тыңлап, уның йырлағанын ишетеп үҫтек. Үҙем дә күңелемдән генә көйләп, үҙемсә моңланып йөрөй торғайным. Моңға һәләт тыумыштан бирелһә, көй сығарыу атайымдан күскәндер. Әгәр ҙә ниндәйҙер шиғыр һүҙҙәре оҡшай икән, шунда уҡ күңелдә йыр тыуа тиһәм дә була. 200-ҙән ашыу йырым бар, уларҙы билдәле йырсылар ҙа, төрлө ансамблдәр, уҡыусылар ҙа башҡара. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Франгиза Илбаҡова һүҙҙәренә «Ҡаһармандар ҡайтыр халҡына» тигән йыр яҙған инек, ул Силәбе ҡалаһында үткән конкурста I урын яуланы. Үҙем ижад иткән йырҙарҙан ғына торған «Ҡунаҡ булып килегеҙ!», «Йырлы ғүмер—нурлы ғүмер» тигән китаптарым донъя күрҙе, төрлө йылдарҙа кассеталы, аудио, видео диск сыҡты. Ғөмүмән, йыр-моңһоҙ йәшәй алмайым, ул—йәшәү рәүешем, булмышым.
—Киләсәккә пландарығыҙ?
—Иң мөһиме—һаулыҡ булһын! Һуғыштар тиҙерәк бөтһөн, ил-йорт тыныс торһон! Ул сағында пландар ҙа, уны тормошҡа ашырыр мәлдәр ҙә булыр. Алдағы көндәргә ҙур пландар ҡуйырға яратмайым, ижад кешеләре шулай була бит. Күңелдә ниндәйҙер моң яралһа, тиҙ генә йырлап алабыҙ, ниндәйҙер илһам килһә, дәртләнеп эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ. Йыр-моңдан айырылмай йәшәргә яҙһын, сәләмәтлек булһын!
—Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы,
беҙ ҙә һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар, яңы йырҙар, һаулыҡ теләйбеҙ!
Кәримә Усманова.