АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
28 Май 2025, 09:30

Ил сиген һаҡлауы менән ғорурлана

85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йыл да сик һаҡсылары менән осрашыуға килә.

Ил сиген һаҡлауы менән ғорурланаИл сиген һаҡлауы менән ғорурлана
Ил сиген һаҡлауы менән ғорурлана

—Һеҙгә ветеран-сик һаҡсыһы тураһында һөйләргә теләйем. Оло йәштә булыуына һәм район үҙәгенән алыҫ Йылым ауылында йәшәүенә ҡарамаҫтан, Кәйекбирҙин Дамулла Муса улы йыл һайын үҙенең сик буйы хеҙмәттәштәре менән осрашыуға килә. Өс йыл ул Алма-Ата сик буйы хәрби училищеһында сержант дәрәжәһендә ҡорал мастеры булып хеҙмәт итә. Дамулла Муса улы ауыр яҙмышлы кеше, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы кисергән һуғыш осоро балаһы. Ул почетлы наградаларға лайыҡ булған һәм хәҙер тыуған ауылында бәхетле тормош алып бара, унда староста булып тора. Уның оптимизмы һәм әүҙем тормош позицияһы – өлгө алырлыҡ сағыу миҫал. Май айында ул үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Дамулла Мусовичты ихлас ҡотлайым! Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйем!—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас