+30 °С
Болотло


Сарала скульпторҙың ҡатыны, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, коллегалары, туғандары ҡатнашты. Бик матур сара булды. Әйтергә кәрәк, үҙ милләтен яратҡан, уның тарихын, мәҙәниәтен хөрмәт иткән Хәйҙәр Хәлидәр улы шәхестәребеҙгә һәйкәл эшләп ҡалабыҙҙы биҙәне, үҙенең эшен, яҡты эҙен ҡалдырҙы. Шул рәүешле ул үҙенә лә һәйкәл ҡуйып китте.
Шуныһы ҡыҙғаныс: уның идеялары күп ине. Күптәре тормошҡа ашмай ҡалды. Мәҫәлән, Өфөлә Урал батырға арналған һәйкәлдәр композицияһы эшләргә хыялланды ул...
Тулыраҡ мәҡәлә гәзитебеҙҙең киләһе һанында булыр.