

Таҡтаташ асыу сараһында Сибай медицина колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Светлана Үтәшева, уҡыу йортоноң хәүефһеҙлек буйынса начальнигы, Төнъяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы Фәнүр Ишморатов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариаттың контракт буйынса һайлап алыу пункты инструкторы Дмитрий Рычин, Сибай үҙәк дауаханаһының профком рәйесе Басир Шәрипов Айнур Фазылғаян улын тик яҡшы яҡтан иҫкә алды.
Яугирҙең ике туған апайы Мәҙинә Нәҙерғолова нәҫел-заттарындағы ир-егеттәрҙең Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда гел алғы һыҙыҡта булыуҙары менән ғорурланды. Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы тороусыларҙың күп булыуын да әйтеп үтте.
-Айнур ҡустымдың атаһы Фазылғаян Абдрахман улы Йошкар-Ола ҡалаһында хәрби хеҙмәтен үтәне. Олатайыбыҙ Абдрахман Ишбулды улы Тәржемәнов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1941 йылдың октябрь айында фронтҡа алына һәи теүәл 4 йылдан, 1945 йылдың октябрь айында әйләнеп ҡайта. Уның бер туғандары Абдулла, Хәбир һәм Иҙрис Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн үҙ ғүмерҙәрен биреп, яу яландарында ятып ҡалды,--тип һөйләне Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы.-Абрахман Ишбулды улы Сибайҙа шахтала забойщик булып эшләй. 1954 йылдың йәйендә һуғышта алған яраларҙан мандый алмай 42 йәшендә генә донъя ҡуя. 3 улы менән ҡатыны Фатима еңгәйебеҙ тол ҡалды. Ул кесе улы Фазылғаяндың ғаиләһе менән йәшәп, уның 3 улы Айҙар, Айнур, Илдусты үҫтереште. Айҙар, Илдус Тәржемәновтар үҙ ғаиләләре менән айырым йортта торһа, Айнур атаһы нигеҙен һаҡлап, әсәһе менән йәшәй ине. Уның да ғүмерен ҡәһәрле һуғыш ҡыйҙы.
Ҡыйыу яҡташыбыҙҙың әсәһе Әминә Тәржемәноваға улы тураһында һөйләүе ауыр булды. Шулай ҙа ул үҙендә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүсе Сибай медицина колледжы етәкселегенә рәхмәттәрен әйтергә көс тапты.
Айнурҙы хеҙмәттәштәре ышыныслы, баҫалҡы, эшһөйәр, изге күңелле, кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл, туған йәнле булды, тип хәтерләне. Уҡыу йорто студенттары иһә уға оҡшарға тырышырға, уның кеүек Тыуған илде сикһеҙ һөйөргә, уның менән ғорурланырға, батырлығын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа һүҙ бирҙе.
Гөлдәр Ҡадаева.