АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Май 2025, 06:10

Мәскәү парадында—Баймаҡ егете

Баймаҡ егеттәре һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Афарин!

Мәскәү парадында—Баймаҡ егетеМәскәү парадында—Баймаҡ егете
Мәскәү парадында—Баймаҡ егете

Ғорурлыҡ менән хәбәр итәбеҙ: яҡташыбыҙ, ефрейтор Бикҡолов Илдар Рифат улы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парадында ҡатнашты!

Илдар 2024 йылдың июлендә Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариатынан Рәсәй Ҡораллы көстәренә саҡырыла. Ул Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында һәм Баймаҡ лицей-интернатында, аҙаҡ Республика инженер лицей-интернатында уҡый. Унан иретеп-йәбештереү һәм сәнәғәт етешетереүе колледжына һөнәр ала. Уҡыуын уңышлы тамамлағас, Өфө дәүләт нефть университетына уҡырға инә.

Әлеге көндә Илдар Бикҡолов Мәскәү өлкәһендә хәрби хеҙмәттә. Уның дивизияһы Балашиха ҡалаһында урынлашҡан. Парадта ҡатнашыу өсөн физик әҙерлек һәм медицина күрһәткестәре буйынса иң яҡшыларҙы һайлап алалар. Ғинуарҙан әҙерлек башлана: 450 кандидат араһынан 400-ө үтә һәм Илдар уларҙың иҫәбенә инә. Парадта ҡатнашҡан Росгвардия дивизияһының һәм үҙ ротаһының берҙән-бер вәкиле булараҡ ул үҙен лайыҡлы күрһәтә.

Яҡшы әҙерлеге өсөн Илдар миҙал менән наградланды. Яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәттән һуң уҡыуын дауам итергә хыяллана.

 

Илдарға уҡыуҙа һәм хеҙмәттә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас