АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Май 2025, 11:30

Ғаиләң булһын ҡәлғәң

Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында йәшәгән Альбина һәм Рөстәм  Байегетовтар күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғаилә. Ошо көндәрҙә улар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Указы менән булдырылған награда күп бала үҫтергәндәргә ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Ғаиләң булһын ҡәлғәңҒаиләң булһын ҡәлғәң
Ғаиләң булһын ҡәлғәң

Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында йәшәгән Альбина һәм Рөстәм  Байегетовтар күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғаилә. Ошо көндәрҙә улар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Указы менән булдырылған награда күп бала үҫтергәндәргә ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Альбина һәм Рөстәм Байегетовтарҙың татыу ғаиләһендә 2 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләнә. Иң өлкәндәре Айҙар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 4-се курсында белем алһа, Айгиз Сибай медицина колледжының 2-се курс студенты. Ҡыҙҙары Мәликә Баймаҡ лицей-интернатының 5-се класын тамамлай, Мәҙинәгә әле—4 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.

—Балаларыбыҙҙы бәләкәй саҡтан төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырҙыҡ, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Һәр береһенең үҙ еңеүҙәре, ҡаҙаныштары бар. Айгиз менән Мәликә район, республика буйынса үткән шиғыр, йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Айгиз улыбыҙ «Урал аръяғы тауышы. Балалар» һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурстары финалисы. Айҙарҙың милли көрәш турнирҙарында яулаған еңеүҙәре күп. Ағайҙарынан һәм апаһыан күреп Мәҙинә ҡыҙыбыҙ ҙа төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша башланы. Был миҙалға лайыҡ булыу беҙгә йәнә яуаплылыҡ өҫтәй,—ти Альбина Рауил ҡыҙы.

Байегетовтар ғаиләһе ауыл һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөтә мәҙәни саралар, төрлө акциялар, өмәләрҙә балалалары менән бергә йөрөй.

Ғаилә башлығы Рөстәм Әмир улы вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә эшләһә, Альбина Рауил ҡыҙы—«Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе. Байегетовтар ауылда күркәм йорт һалып сыҡҡан. Ике уңған тап килгән ғаиләнең тормоштары ла матур, йәшәйештәре лә күркәм, үҙҙәре лә шат һәм бәхетле.

 

 

Кәримә Усманова.

Һүрәттә: татыу һәм бәхетле Байегетовтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас