АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
14 Май 2025, 10:15

Велоуҙышта ҡатнашҡан яугир

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районының спорт һөйөүселәре велосипедтарҙа Өфөгәсә барып етте. Улар 1 май көнө Баймаҡ ҡалаһынан старт алып 8 май Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументында финишҡа етте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған велоуҙышта ҡатнашыусы ете спортсының берәүһе—махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтыусы яугир.  

Велоуҙышта ҡатнашҡан яугирВелоуҙышта ҡатнашҡан яугир
Велоуҙышта ҡатнашҡан яугир

Әмир Дамир улы 1993 йылда Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. Өс уллы Әхмәровтарҙың ғаиләһендә тәүге бала ул. Әмир Баймаҡ районы Темәс ауылында буй еткерә, ошо ауылда уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Күмертау педагогия колледжына уҡырға бара. Физкультура йүнәлешендә 1-се курста уҡып йөрөгәндә хәрби хеҙмәткә алына. 2012 йылда Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә. 2015 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә һөнәре буйынса эш башлай. 2021 йылда Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер булып күсә һәм «Ауыл тренеры» программаһы буйынса Темәс ауылында хеҙмәт юлын дауам итә. Әмир Дамир улы көрәш һәм волейбол буйынса түңәрәктәр алып бара.

2022 йылда Әмир Әхмәров мобилизацияға эләгеп, йәнә ил һағына баҫа. Яу яланында ҡаты яралана һәм сәләмәтлек буйынса 2024 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтарыла.


Ҡайтҡас яратҡан эшенә кире килә һәм әлеге көндә тренер булып эшләүен дауам итә.

—Велоуҙышта тәү тапҡыр ҡатнаштым. Алдан әҙерлек булды, көн дә велосипедтарҙа йөрөргә сығып, ҡул-аяҡтарҙы сыныҡтырҙыҡ. Ара, әлбиттә, яҡын түгел. Әллә бармайыҡмы икән, тип икеләнеп киткән саҡтарҙа булды. Әммә Баймаҡ-Өфө юлын велосипедта үтә алырмынмы икән тигән уй миндә ҡомар уятты һәм тәүәккәлләнем. Һис үкенмәйем. Бик мауыҡтырғыс сәйәхәт булды. 6 районды 8 көндә үттек, һәр төбәктә беҙҙе йылы ҡаршы алып, оҙатып торҙолар. Бер көндә 50, 60, иң күбе—73 километр үттек. Ҙур тиҙлекле велосипедтарҙы райондың мәғариф бүлеге бирҙе. Юлда улар боҙолманы, ямғырлы һауа шарттарына ҡарамай, имен-һау барып еттек. Яҡшы тәьҫораттар биргән, иҫтә ҡалырыҡ сара булды был. Велоуҙышта ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә ихтирам күрһәтеп, тарихи ваҡиғала ҡатнашыуыма шатмын. Донъяларыбыҙ тынысланһын, һуғыштар бөтһөн—иң ҙур теләгем ошо,—ти Әмир Дамир улы.

Әмир Әхмәров ҡатыны Наҙгөл менән бер ул үҫтереп Темәс ауылында йәшәй. Тол ҡалған әсәһен дә ярҙамынан ташламай. Әйткәндәй, Әмирҙең әсәһе Раушания Камил ҡыҙы Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеү программаһына ярашлы, 100 мең һумлыҡ сертификат алып, йортона газ төшөртөүгә өлгәшкән. Был льготаны юлларға ярҙам иткән «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы Гөлназ Замановаға оло рәхмәтле.

 

 

 

 

 

 

* Редакцияның һәм авторҙың рөхсәтенән тыш, яҙманы башҡа мәғлүмәт, матбуғат сайттарына, социаль селтәрҙәргә алыу тыйыла.

 

Велоуҙышта ҡатнашҡан яугир
Велоуҙышта ҡатнашҡан яугир
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас