

—Атайымдың эш машинаһын яңыртырға булып Магнитогорск ҡалаһына барҙыҡ. Шунда иҫкеһен тапшырырға уйлаған инек. Әммә уға дүрт тапҡыр кәметеп хаҡ ҡуйҙылар. Уны тапшырғансы, МХО-ға ебәрәм тигәйнем, был идеям атайыма оҡшап ҡалды. Атайға яңы машина алдыҡ, әммә иҫкеһен дә кире алып ҡайттыҡ һәм дуҫтарыма теләгемде белдерҙем. Улар шунда уҡ теләгемде хуплап күтәреп алды, тиҙ генә аҡса йыйҙылар һәм беҙ иҫке «Нива»ны ремонтлап алғы һыҙыҡҡа ебәрергә булдыҡ,—ти Илфат Үтәшев.
Үтәшевтар «Нива»ға КЕРЧЬ ҡушаматы ла биргән. Был юҡҡа түгел. Билдәле, легендар аттай кире яуҙан ҡайтһын тигән изге теләк менән шундай исем биргәндәр.
Әйткәндәй, Үтәшевтар төбәктә үрнәк ғаилә. Улар Йылайыр районы Матрай ауылында йәшәһә лә ғаилә башлығының тыуған ауылы Суртанүҙәктә 2010 йылда үҙҙәренең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп ебәргән.
Хужалыҡ етәксеһе Илшат Үтәшев ваҡытында ауыл хужалығы институтын тамамлап, Матрайға эшкә ҡайта. “Башҡорт” хужалығында ул зоотехник, баш зоотехник һәм етәксе вазифалар биләй. Башҡалар кеүек үк совхоз-колхоздар тарҡалыуын ауыр ҡабул итә. Әммә, юғалып ҡалмай. Үтәшевтар ғаиләһе эшен тәүҙә 4 баш мал менән башлап ебәрә. Һуңынан һыйырҙар һанын 10-ға еткерә. 2014 йылда Ғаилә һөтсөлөк фермаһы программаһы буйынса Грант оталар һәм 17 баш тоҡомло мал һатып алалар. Ошо уҡ суммаға улар элекке совхоз фермаһын төҙөкләндерә.
Әле хужалыҡта 150-ләп мал иҫәпләнә. Бынан тыш йылҡылары, 1000 гектар ерҙәре бар. Унда бойҙай, һоло, арпа, етен сәсәләр.
Ғаиләлә иң өлкәне булған Илфат Үтәшев мәктәптә уҡығанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын белә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас та, ул бер икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт аграр университетына документтарын тапшыра. Әле крәҫтиән-фермер хужалығында атаһының төп ярҙамсыһы. Ир-егеткә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Илфат та кәрәк булһа комбайнға, тракторға ултыра. Әле ул баҫыу эштәренә әҙерлек менән мәшғүл.
—Иң бәләкәйебеҙ Урал 6-7-се кластан беҙгә ярҙам итә. Әле 9-сы класта. Ә ҡағыҙ эшен әсйебеҙ алып бара,—ти Илфат.
Әйткәндәй, Илфат Үтәшев бөгөн «Нива»ны тапшырырға Өфөгә юлланды.